Әсәйҙәр көнө
материал (подготовительная группа) на тему

Газизова Лэйсан Рауфовна

Сценарий праздника, посвященный к 8 Марта.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл syzr_kono.docx20.28 КБ

Предварительный просмотр:

Әҙерлек  төркөмөндө  әсәйҙәр  көнөнә  арналған  байрам  сценарийы.

“Әсәйем - алтыным,һин  бит  иң  яҡыным!”

Көй  яңғырай.Шаршау  артында  тауыш  ишетелә.

-Иртәгә  һеҙ  мине  ергә  ебәрәһегеҙ, унда  мин  кем  менән  йәшәйәсәкмен?

Мин  һиңә  фәрештә  бүләк  итәм, ул  һәр   ваҡыт  һинең  янда  булыр.

-Мин  һауала  көләм, йырлайым. Миңә  бында  оҡшай.

-Ерҙә  лә  һиңә  рәхәт  буласаҡ. Фәрештәң  һинең  менән  бергә  йырлар, көлөр, ул  һиңә  үҙ  мөхәббәтен  бүләк  итер.

- Ә  мин  уның  телен  нисек  аңлармын  һәм  мине  кем  ҡурҡыныстарҙан  ҡурсалар?

-Һинең  фәрештәң  ҡурҡыныстарҙан  ҡотҡарыр.

- Ә  уның  исеме  кем  булыр?

- Исеме  уның  мөһим  түгел. Һин  уны  ӘСӘЙ  тип  йөрөтөрһөң.

Көй  аҫтында   балалар   инәләр  һәм  шахмат   рәтендә  баҫалар.

Алып  барыусы. Хәйерле  кис  хөрмәтле  әсәйҙәр, ҡунаҡтар!Бөгөн  беҙҙә  иң  матур, иң  күркәм  байрамдарыбыҙҙың  береһе – әсәйҙәр  көнө!беҙгә  ҡунаҡҡа  иң  яҡын, иң  яратҡан  кешеләр  килгәндәр.Ҡәҙерлеләребеҙ,  бөгөн  бөтөн шиғырҙар һәм  йырҙар ,уйын - көлкө,  бейеуҙәр – тик  һеҙҙең  өсөн!

Берҙән – берем, күҙ  нурым,- тип

Һәр  саҡ  арҡамдан  һөйә,

Сирләгәндә  төн  йоҡламай,

Зарымды  белә  , көйә,

Кем  һуң  ул  минең  өсөн?

Бөтәһе  бергә: Ул  -  һөйөклө  әсәйем!               

  • Әсәйҙәрҙең  ҙур  байрамы

Әсәйҙәр  көнө  бөгөн

Байрам  булғас, бигерәк  йәмле

Барыбыҙ ҙа  шат  бөгөн.

  • Әсәйҙәр  ғүмер, көс  бирә

Кешеләргә  йәшәргә.

Дан  һәм  рәхмәт, ҡәҙер – хөрмәт

Беҙҙә  һәр  бер  әсәгә.

  • Әсәнән   дә  бөйөгөрәк

Бармы  ҡәҙерле  исем

Шуға  әсәйҙәр  байрамы

Байрам  бөтәбеҙ  өсөн.

  • Разрешите вас поздравить 

Радость вам в душе оставить. 

Пусть исчезнет грусти тень 

В этот праздничный ваш день! 

Мама - сколько в этом слове 

Солнца, света и тепла. 

Мама -нет тебя дороже. 

Ты нам детям жизнь дала! 

Пусть несет с собою ветер
То, что всем открою я:
В целом мире, в целом свете
Мама лучше всех моя!

Песня  “Мамочка, милая”

(Урындарына  ултыралар.)

Алып  барыусы.Әсәләр   туһында  күпме  генә һөйләнһә  лә, уларҙың  күңел  йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын  әйтеп бөтөрлөк  түгел.  Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

Нашей мамы нету лучше,
Нет добрей ее, нежней, 
Станем навсегда послушны, 
И поздравим матерей! - .

Күңелдәрҙә  бөгөн  шатлыҡ

Урғылып , ташып   тора

Йырларға  , бейергә  тиһәң

Уны  тик  беҙҙән  һора.

                                                 “ Ҡыҙҙар бейеуе”

Алып  барыусы. Беҙҙең  балалар  иң  уңғаны, аҡыллы, шаян,   иң  етеҙҙәре  икәнен  бар  әсә  лә  белә.Ә  хәҙер  беҙ  әсәйҙәребеҙгә  ҡарап  ҡарйыҡ  әле,улар ҙа балалары  кеуек  шулай  талантлымы  икән?.

Игра  “Одень  ребенка” (бәйләнгән  күҙҙәр  менән  балаға  косынка  менән  фартук  кейҙерергә)

Алып  барыусы.Беҙҙең  әсәйҙәр  һәр ваҡыт   беҙҙе  тәмлекәстәр  менән  һыйлай. Хатта  бәйләнгән  күҙҙәр  менән  аҙыҡ  - түлекте  айыра  алалар.(предлагается  на  ощупь  в мещке  несколько  предметов, овощей- яблоко, апельсин, банан, хлеб,виноград и т.д.  ).

Игра “Отгадай  на  ощупь”

Алып  барыусы. Афарин, әсәйҙәр!Әсәйҙәр  һәр  ваҡыт  ниндәйҙер  эш  башҡаралар: тәмле  ашын  бешерәләр, балаларын  да  ҡарайҙар, эшкә  лә  йөрөйҙәр.Нимәгә  тотонһалар  ҙа, бөтә  эштәре  лә  ҡулдарынан  килә. Ә  һеҙҙең  балаларығыҙ  ниндәй  ярҙамсы  икән? Әйҙәгеҙ, тикшереп  ҡарайыҡ.

Уйын “Кер  элеу”Эстафета

Алып  барыусы. Артабан  да  шулай  бер – берегеҙгә  ярҙам  итеп, ҡыуандырып, терәк  - таяныс булып , дуҫ булып  йәшәгеҙ.

Йыр“Әсәйем  менән   бергә ”

 Алып  барыусы. Балалар   әсәйҙәргә  арнап  йыр  ҙа  йырланылар, шиғырҙар  ҙа  һөйләнеләр, ниндәй  ярҙамсы   икәндәрен  дә  күрҙек,әсәйҙәребеҙ  менән  дә ғорурланып, уларҙы  төрлө  яҡтан  күрҙек, ә  хәҙер һуңғы  осоп  килгән  көҙгө  япраҡтар  менән балаларыбыҙҙың  бейеуен  ҡарарға  саҡырабыҙ.

“Япраҡтар  менән бейеу.

  • Байрамығыҙ  ҡотло  булһын,

  Ғүмерегеҙ  матур  уҙһын

Йөҙҙәрегеҙ  нурға  тулһын

Ҡояштай  балҡып  торһон.

  • Тағын  гүзәллерәк  таңдар

Уянһын  тыуған  ерҙә

Әсәйҙәр, ҡояш  ғүмере

Теләйбеҙ  бөгөн  һеҙгә!

Ә  хәҙер  балаларҙың  төҫлө  туҡымалар  менән  бейеу  бүләк  итәләр

“Танец  с тканью”

Алып  барыусы.Байрамығыҙ  ҡотло  булһын, күңелдәрегеҙ  нурға  тулһын, киләсәк  көндөр  тик  шатлыҡтар  ғына  килтерһен.

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.