"Яҙ килә"
план-конспект занятия (младшая группа)

Гиляжева Зульфира З.

конспект занятия на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yaz_kil_.otkrytyy_urok_v_ml_gr.docx265.73 КБ

Предварительный просмотр:

Асыҡ дәрес ЯҘ КИЛӘ. Кескәйҙәр төркөме

-Балалар, беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, улар менән һаулашайыҡ.

-Һаумыһығыҙ!

-Миңә яҡын килегеҙ,

Ҡулдарығыҙҙы бирегеҙ.

Йылмаяйыҡ бергәләп.

Һәм ултырайыҡ ипләп.

(Ярым түңәрәккә ултырғастарға ултыралар).

-Балалар, беҙгә хат килгән, ә кемдән икәнен белер өсөн йомаҡты сисергә кәрәк, ихтибар менән тыңлағыҙ:

Ҡарҙар ирене,

Һыуҙар йүгерә,

Көндәр оҙая,

Был ҡай саҡ була? (Яҙ).

-Әйе дөрөҫ, яҙ була.

Балалар, бына миндә СХЕМА-ТАБЛИЦА һүрәттәре бар, ихтибар менән ҡарағыҙ, яҙ миҙгелендә ниндәй үҙгәрештәр була? Әйҙәгеҙ һөйләм төҙөп ҡарайыҡ. (Ҡояш нығыраҡ йылыта. Тамсы тама, ҡар ирей. Ағастарҙың япраҡтары күренә. Ҡоштар йылы яҡтан осоп киләләр).

- Афарин, балалар, яҙ тураһында бик күп беләһегеҙ икән.

-Балалар, яҙ еткәс, күп кенә үҙгәрештәр булды.

- Ә хәҙер мин һеҙгә ике ағас һүрәте күрһәтәм. Һеҙ уларҙың исемдәрен беләһегеҙме? (Ҡайын, шыршы). Әйҙәгеҙ беҙ уларҙың өлөштәрен әйтеп үтәйек

(ағас олоно, ағас ботағы- энәһе, ағас япрағы, тамыры).

-Ҡайындың олоно ниндәй төҫтә, ә шыршыныҡы? (аҡ, һоро)

- Ә шыршының япраҡтары бармы? ( юҡ, уның япраҡ урынына энәләре бар).

-Дөрөҫ балалар, ҡарағыҙ әле ағаст аҫтанда нимә үҫеп ултыра ул? ( сәскә-умырзая)

-Умырзая, ул яҙҙың тәүге сәскәһе.

Ҡоштар тауышы менән аудиояҙма.

C:\Users\ДНС\AppData\Local\Microsoft\Windows\INetCache\Content.Word\ФОТО 1.jpg

-Ой, ниндәй күңелле тауыштар ишетелә...Кем йырлай икән бында? Дөрөҫ, ҡоштар. Беҙҙең ағастарыбыҙға ҡоштар ҡунған!

-Кем таный, был ниндәй ҡош? (Турғай)

-Дөрөҫ.Афарин.Әйтәйек әле бергәләп: тур-ғай, тур-ғай.

-Ә был ниндәй ҡош? ( Ҡарға). Эйе, ҡарға.

-Ә был ниндәй ҡош? ( Тумыртҡа)

-Ә был ниндәй ҡош? ( Һайыҫҡан)

- Дөрөҫ.Афариндар.Ә хәҙер бармаҡ гимнастикаһы эшләп алайыҡ.
Бармаҡ гимнастикаһы

Мин ҡоштарҙы яратам,

Тәмле емдәр ашатам,

Емемде суҡый ҡоштар,

Һикереп уйнай улар,

Сәп-сәп-сәп итәм,

Ҡоштарым осоп китә.

-Балалар, ҡарағыҙ әле был һүрәткә, был ябай ғына урман һүрәте түгел. Был һүрәттә кемдер йәшенгән, ихтибар менән ҡарағыҙ эле, кемде күрәһегеҙ?(Ағас артында айыу, төлкө, ҡуян йәшенгәндәр). Ә һеҙ ҡайҙан белдегеҙ унда айыу йәшенгәнен? ( уның аяҡтары күренә).

Ә төлкө йәшенгәнен? ( төлкөнөң ҡойроғо күренә). Ә ҡуян йәшенгәнен? (ҡуяндынң ҡолаҡтары күренә ағас артында).

-Афариндар, дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Тағы ниндәй хайуандарҙы беләһегеҙ? ( терпе, бүре, тейен).  Ә ниндәй хайуандар яҙ йоҡонан уяна? ( Айыу, терпе). Ә урманда йәшәгән хайуандарҙы бер һүҙ менән нисек әйтеп була? (ҡыр хайуандары). Дөрөҫ.

-Афарин балалар, арып киткәнегеҙ инде, әйҙәгеҙ тәнәфис яһап алайыҡ. Баҫығыҙ әле таралынҡырап.

Ял минуты:

Балалар, балалар

Урман буйлап баралар.

Һикереп тә алалар,

Йүгереп тә алалар,

Сүкәйеп тә алалар,

Һаман алға баралар.

-Ә ҡыр хайуандарының өйҙәре бармы икән?  Әйҙәгеҙ тағын бер һүрәт ҡарап алайыҡ.

-Тейендең өйө нимә тиеп атала? (ҡыуыш)

- Айыу, бүре, төлкөнеке? (өң)

-Коштарҙыҡы ? ( оя)
(дупло- тейен ҡыуышы, гнездо- ҡош ояһы, нора- төлкө, бүре, айыу өңдәре, трава- үлән)

-Афариндар.

Йомғаҡлау. – Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә ниндәй миҙгел менән таныштыҡ? (Яҙ миҙгеле тураһында һөйләштек, схема-таблица ярҙамында һөйләмдәр төҙөнөк). Афарин, балалар.

Муниципальное бюджетное дошкольное образовательное учреждение

детский сад “Кояшкай” д.Абзелилово муниципального района

Абзелиловский район Республика Башкортостан

Открытое занятие по развитию речи

на башкирском языке

на тему: “Весна идёт” (“Яҙ килә”)

   

Подготовила: Гиляжева З.З

Абзелилово-2022 г.