Ойотҡан туҡыу
план-конспект занятия (старшая группа)

Хасанова Айгуль Камиловна

Балаларҙы "Ойотҡан туҡыу" йолаһы менән таныштырыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon oyotkan_tukyu.doc29 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Архангел Районы Муниципаль Районы Архангел ауылы “Әкиәт” Балалар баҡсаһы Муниципаль бюджет мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы

Ойотҡан туҡыу байрамы

                                                                                Тәрбиәселәр: Хәсәнова А.К., Нигамова А.Ф.

Алып барыусы. Ҡыҙҙар! Әйҙәгеҙ ойотҡан туҡырға сығайыҡ!

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! Ойотҡан туҡыйыҡ!

Бала. Йәйҙәр йәмле! Ойотҡан тәмле!

Бала. Минең ойотҡаным юҡ.

Бала. Сеүәтәңде тот та ккил.

Бала. Беҙ күстәнәс тоторбоҙ,

Яңы йырҙар оторбоҙ.

Ойотҡан етер һәр кемгә,

Иреп юғалыр телдә.

Йыр йырлап,урап үтер ярымтүңәрәк яһайҙар.

Ҡулыбыҙҙа сеүәтә,

Бөтәбеҙ таҡмаҡ әйтә.

Тәмле ойотҡан йырлата.

Йырлата ла бейетә.

Ойотҡан эсеп ҙураям,

Бигерәк оҙонаям,

Йөҙҙәрем туп-түңәрәк,

Түңәрәк. ,тулған айҙай.

Бала. Ҡалағым ағас булһын,

          Сеүәтәм ойотҡанға тулһын

          (ойотҡан болғап бирә).

Бер ҡалаҡ ойотҡан ҡаймаҡлы,

Бер ҡалаҡ ойотҡан яғылмаҡлы.

(Сүкәйеп туҡыйҙар).

Ойотҡан ҡаймаҡ ярата,

Ҡаймаҡ ойотҡанға бата.

Ҡалаҡ ойотҡан ашата,

Ҡаймаҡ ҡалаҡ ялата.

Ойом-ойом, ойомас,

Ойотҡан булды ойомас.

Тәмле ойотҡан тамаҡҡа,

Бейеп китәм таҡмаҡҡа,

Ойотҡан эсәм ҡалаҡлап,

Ойотҡан эсәм ҡаймаҡлап.

Ойом-ойом,ойомас,

Ойотҡан булды ойомас.

Сеүәтәләренергә ҡуйып,бейеп китәләр. Ҡыҙҙар бейеүе. Сеүәтәләр янына килеп ултыралар.

Бала. Ҡыҙҙар,сеүәтәләргә ҡатыҡ һалдыҡ,уны эсеп ҡуяйыҡ.

Бергә. Тәмле-тәмле яғынды

Сеүәтәлә ҡалған да.

Ярыштың иң ҡыҙығы

Яғынды ялағанда.

Алып барыусы. Кем тиҙерәк ялап бөтә,сеүәтәһен йәшерә,

                            Ә кем өлгөрмәй, шул – эшләй.

Бала. Таптыҡ, таптыҡ!

Йырлайҙар.

Ойотҡан-ойотҡан-ойотмаҫ,

Ҡыҙҙар туҫтаҡҡа ҡоя.

Ойотҡан эсеп тик баҫам,

Ойотҡан эсмәй, кем туя.

Ял иттек беҙ бергәләп,

Ойотҡандар эстем тәмләп.

Ойотҡан туҡыу – ял ғына

Ҡәҙерҙәрен бел генә.

Көй аҫтында балалар сығып китәләр.