"Тамыр" тапшырыуынды ҡунаҡта
материал (подготовительная группа)
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары өсөн күңел асыу (досуг) сараһы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tamyrza_kunakta.docx | 18.76 КБ |
Предварительный просмотр:
Тамырҙа ҡунаҡта.
Маҡсат: балаларҙы боронғо башҡорт ашы-талҡан менән,уның эшләнеше менән таныштырыу;
Төрлө әңгәмәләр ярҙамында,башҡорт шиғыр-йырҙары,әйтештәр,һанашмаҡтар ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү:
Әкиәт ҡарағанда балаларҙың иғтибарын үҫтереү
Башҡорт фольклорына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү
Дәрес барышы.
-балалар бөгөн беҙ һеҙҙең м-н бик ҡыҙыҡлы ла,серле лә тамыр тигән илгә юл алабыҙ.Ә һеҙ ул тапшырыуҙарҙы ҡарағанығыҙ бармы.ниндәй тапшырыуҙар ҡарарға яратаһығыҙ.беренсе тапшырыуыбыҙҙа бик тәмле итеп бешерергә өйрәтә бик матур ғына бер апай.Дөрөҫ бауырһаҡ апай,әйҙәгеҙ яҡыныраҡ барайыҡ.
Бауырһаҡ апай килеп сыға.
-әй,минең тәмлекәстәрем килгән бит.Һаумыһығыҙ!Әйҙәгеҙ танышайыҡ-мин Бауырһаҡ апай булам.Бөгөн беҙ һеҙҙең м-н башҡорт аштары тураһында һөйләшәбеҙ.Ә һеҙ ниндәй башҡорт аштарын беләһегеҙ.
Афарин!
Тәрбиәсе:Бауырһаҡ апай,беҙҙең балалар шул аштар тураһында шиғырҙар белә.Уҡып ишеттерһендәрме.Бына бәлеш тураһында шиғыр:Бәлеш,бәлеш бәлшәйгән
Беряҡ сите йәмшәйгән
Йәмшәйеүҙә эше ни
Ашамаған кеше ни
Ҡоймаҡ тураһында ла шиғыр бар:Килеп индеме ҡунаҡ,
Бешерәбеҙ беҙ ҡоймаҡ
Өләсәйҙәр ҡоймағы
Ап-алһыу ҙа,йоп-йомшаҡ!
-Оҡшаймы шиғырҙар.Бик матур шулаймы.Бына тағы бер шиғыр:Ваҡ ҡына талҡан оно
Һөткә бешерәм уны
Һары майҙа ул йөҙә
Ашамайса кем түҙә.
Бауырһаҡ:Нимә икән ул талҡан.Белмәйһегеҙме аҡыллыларым.Улайһа,әйҙәгеҙ,беҙ талҡандың нисек эшләнеүен ҡарап үтәйек(Бойҙай алып күрһәтә)Балалар,борон беҙҙең инәй- өләсәйҙәребеҙ талҡанды эшләр өсөн бына шундай бойҙай алғандар (ЗАСТАВКА)
-Бына минең тәмлекәс картамды ҡарайыҡ әле.Ершарының ҡайһы ерҙәрендә үҫә икән бойҙай.
(КАРТАҺЫН КҮРҺӘТӘ)
Бына ошо бойҙайҙы табала ҡыҙҙырып алғандар.Ҡыҙҙырылған бойҙай ҠУРМАС тип атала.Бына ҡарағыҙ әле,ниндәй матурҙар.Әйҙәгеҙ ҡабатлайыҡ әле(ҠУРМАС)
-Һуңынан инде ҡурмасты ҡул тирмәненә һалып әйләндергәндәр(ҠУЛ ТИРМӘНЕ КҮРҺӘТӘ)
-Ҡул тирмәнендә әйләндергәндән һуң,бына ошондай талҡан оно килеп сыға.Һуңынан ошо онға һөт,май ҡушып талҡан эшләйҙәр.
-Баяғы шиғырыңды уҡып ишеттер әле,тәмлекәстәрем,ә беҙ ҡушылып хәрәкәтләнеп тә алайыҡ.
Тәрбиәсе:Гәрәбә алтын бойҙай,
Бирҙе бит быйыл хоҙай
Алтын бойҙай ҡаҙанда
Тандыр усаҡ янында
Ҡыҙара бойҙай ҡыҙа, Ҡыҙғанына ҡыҙығам
(ҺАЛҒАН,БОЛҒАҒАН ХӘРӘКӘТТӘР)
Ҡул тирмәненә һалдым
Ваҡ ҡына ярма алдым
Ярманы тағы тартам
Вағырығын ярятам
(ТИРМ”Н ТАРТҠАН ХӘРӘКӘТ)
Ваҡ ҡына талҡан оно
Һөткә бешерәм уны
Һары майҙа ул йөҙә,
Ашамайса кем түҙә
(ЙОМАРЛАҒАН ХӘРӘКӘТ)
Бауырһаҡ:Бына һеҙ талҡан эшләргә лә өйрәндегеҙ шикелле.Шулай булғас,әйҙәгеҙ,күмәкләшеп ысын талҡан эшләп ҡарайыҡ.Тик эш башлар алдынан ҡулдарҙы йыуып алырға кәрәк.
Тәрбиәсе:Һалҡын һыу,тәмле һыу,
Минең биттәремде йыу,
Минең ҡулдарымды йыу,
Биттәрем алһыуланһын,
Күҙҙәрем ялҡынланһын,
Ҡулдарым таҙа булһын
(БАЛАЛАРҒА АЛЪЯПҠЫСТАР КЕЙҘЕРӘЛӘР)
БАУРҺАҠ:Ултырышығыҙ тәмлекәстәрем,эшкә тотонайыҡ
(ЭШ БАРЫШЫН АҢЛАТЫУ)
Тәрбиәсе:Бауырһаҡ апай,Ә беҙ эш тураһында мәҡәлдәр ҙә беләбеҙ
-Тирләп эшләһәң-тәмләп ашарһың.
Эшләгәнең кешегә,өйрәнгәнең үҙеңә.
Ялҡау ике эшләр.
Эшләү ҡаты-ашау татлы.
(ЭШ БӨТКӘС БАЛАЛАР ТӘМЛӘП ҠАРАЙҘАР)
Тәрбиәсе:Рәхмәт Бауырһаҡ апай бик тәмле башҡорт ашы икән ул талҡан
Эшләнек,ашаныҡ хәҙер ял итеп алайыҡ
(ЯЛ МИНУТЫ)
Йыр:Еҙем буйы,Еҙем буйы
Еҙем буйҙары йәмле
Еҙем буйына теҙелгән
Ауыл ҡырҙары йәмле
Күңелле,күңелле
Усолканың буйҙары
Матур уның сәскәләре
Туғайҙары,ҡырҙары.
(АЙНАЗ УРТАҒА СЫҒА)
-Әйҙәгеҙ әйтеш уйнайыҡ
-Һанашмаҡ әйтәм:Алдан-балдан,
Бесәй йөрөй йылғанан
Аҡ суҡ,ҡара суҡ
Бында торма,бар сыҡ.
Малай:Урманға барҙыңмы?
Бала:Брҙым!
Малай:Бүре күрҙуңме?
Бала:Күрҙем
Малай: Ҡурҡтыңмы?
Бала:Ю-ю-ҡ!(ҠУРҠЫТА)
Балалар:ҠУРҠТЫ,ҠУРҠТЫ!
-Матур уйын уйнайбыҙ
Ниндәй икәнен әйтмәйбеҙ!
(ИКЕ ТҮҢӘРӘКТӘ УЙЫН)
-Һеҙ уртала,беҙ ситтә
Әйләнәбеҙ түңәрәк
Уйыныбыҙ матур булһын,Оҙатайыҡ бергәләп!
(ЭСТӘГЕЛӘР ӘЙЛӘНӘЛӘР,ТАҠМАҠ ӘЙТӘЛӘР)
Иртән тороп тышҡа сыҡһам
Һыйырым йырлап торКәзәкәйем таҡмаҡ әйтә
Һарығым бейеп тора.
(ТАҠМАҠ БӨТКӘС ЭСТӘГЕЛӘР ТЫШТАҒЫ ТҮҢӘРӘКТӘГЕ ДҮРТ КЕШЕНЕ ҺАЙЛАП БЕЙЕЙҘӘР)
Минең ҡыҙым бик матур
Көйәнтәһен буятыр.
Таң һыҙылып атыу м-н,
Әтәс килеп уятыр.
Тәрбиәсе:Улай итә башлайыҡ,былай итә башлайыҡ,
Уйындарҙы тамамлап,артабан юл тотайыҡ!
-Бына ял итеп алдыҡ,икенсе тапшырыуға ҡунаҡҡа барайыҡ.был тапшырыуҙа төрлө-төрлө әкиәттәр м-н танышабыҙ,нисек атала(ӘКИӘТ ИЛЕ)
(ӘКИӘТСЕ ӘБЕЙ КИЛЕП СЫҒА)
Әбей:Бәй,ҡунаҡтар килгән бит,һаумыһығыҙ аҡыллыларым!Ә һеҙ әкиәттәр тыңларға яратаһығыҙмы?
Ниндәй башҡорт халыҡ әкиәттәрен беләһегеҙ?Бик яҡшы.Бөгөн мин һеҙгә бик матур бер башҡортхалыҡ әкиәте уҡыйым..Кәзә менән Бүре тип атала.(ӘКИӘТ ИНСЦЕНИРОВКАЛАУ)
Әбей:Әкиәтем оҡшанымы балалар?бына серле китабымда бик күп әкиәттәр бар,беҙ уларҙы бергәләшеп тағы ла уҡырбыҙ.Ә хәҙергә һау булығыҙ!(ӘБЕЙ ӨЙӨНӘ КЕРЕП КИТӘ)
Тәрбиәсе:Балалар,бөгөн беҙ ниндәй тапшырыуҙарҙа ҡунаҡта булдыҡ?Ниндәй башҡорт ашы эшләп ашаныҡ?Ә ниндәй әкиәт ҡараныҡ?ошоноң менән беҙҙең сәйәхәтебеҙ тамам,Ә хәҙер төркөмөбөҙгә ҡайтайыҡ.
.