Боҙ батшабикәһенә сәйәхәт.
материал (средняя группа)

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

Мәктәпкәсә йәштәге төркөм балалары өсөн яңы йылға сценарий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Боҙ батшабикәһенә сәйәхәт45.5 КБ

Предварительный просмотр:

Яңы йыл иртәлеге «Боҙ батшабикәһенә сәйәхәт»

(Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары менән)

Балалар биҙәлгән залға керәр.Күмәк бейеү Һаумы яңы йыл.Урындарына ултыралар.

А.б. Ниндәй матур беҙҙең шыршы

        Йым-йым килеп яна ул.

        Башлайбыҙ шыршы байрамын

        Ҡотло булһын яңы йыл!

    -Балалар ә һеҙ Яңы йыл әкиете ҡарағығыҙ киләме?Улай булһа әкиәтте башлайыҡ…(кейенә)

-Борон-борон заманда Бер әбей йәшәгән тей..Уның Кай исемле ейәне һәм Герда исемле ейәнсәре булған тей.

Герда: Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

            Шундай матур көн бөгөн!

              Ҡулға тотоп алғы килә

               Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.

Кай:   Герда апайым  оҙаҡламай яңы йыл етә,ә беҙ һаман шыршыны биҙәмәгәнбеҙ.

Өләсәй: Эйе шул балаларым,һеҙ шыршыны биҙәгеҙ,ә мин һеҙгә йылы ойоҡбаштар бәйләйем.

(ҡар-буран тауышы ишетелә,Ҡар батшабикәһе инә,ул Кайҙы уратып йөрөй,Герда ҡурҡып өләсәһе эргәһенә йүгерә,ә Кайҙы батшабикә алып китә)

Өләсәй:Герда ҡыҙым,Кай туғаның ҡайҙа?

Герда: Уны ап-аҡ тунлы аҡ йөҙлө Бер апай алып ките..

 Өләсәй: Ах яуыз ҡар батшабикәһе,һаман тынысланмаған икән

 

Герда: Өләсәй,мин Кай туғанымды ул Боҙбатшабикәһенән барып алып ҡайтасаҡмын!

Өләсәй: Әллә Инде балам,ул бик алыҫта йәшәй,йә ярай һин ҡотҡармаһаң кем ҡотҡарыр туғаныңды.Мин дә барыр инем тик олоғайғанмын инде.Йә ярай ҡыҙым, изге юл һиңә-Кайҙы  табып алып ҡайт.

(ҡыҙ шыршы уратып китә,уның ҡаршыһына принцесса осрай)

Принцесса: (уратып ҡарап йөрөй)

                     Ә һин кем булаһың?

Герда: Мин Герда буламын.

Принцесса: ә һин ниндәй батшалыҡтың принцессаһы булаһың?

Герда: Мин принцесса түгел,мин Кай туғанымды эҙләйем.(илай)

 

Принцесса: Уф яратмайым илаҡтарҙы,йә Инде туҡта бына минең матур уйынсыҡтарымды ҡара әле

(коробканан уйынсыҡтар сығара,бейеү Танец игрушек)

Принцесса: оҡшанымы минең ҡурсаҡтарым?

Герда: эйе бик оҡшанылар..

 Принцесса: Бына һиңә ҡурсаҡ бүләк итәм.Ә Боҙбатшабикәһенең һарайы анау яҡта тиҙәр.

(Герда артабан шыршы уратып китә,ҡаршыһына пираттар килеп сыға)

Пират :фу Кеше еҫе сыға..әһһә күрәм күрәм матур ғына ҡыҙыҡай был яҡҡа килә..

Ә һин кем булаһың ҡыҙыҡай?бер үҙең ҡурҡмайынса нимә эшләп йөрөйһөң беҙҙең урманда?

Герда: Мин Герда буллам,Кай туғанымды эҙләйем.

Пират: Ә-ә беләм мин ул Боҙбатшабикәһен.Сер итеп кенә әйтәм-ул минән дә уҫалыраҡ.Ә мин улай уҡ уҫал түгелмен-бына минең менән уйнаһаң, шунда уҡ ебәрәм үҙеңде.Ып-ысын пираттарса ант итәм хатта(бармағын салыштырып ант итә)

(хәрәкәтле уйын үткәрә,балалар ярҙам итәләр)

Пират:Ҡарале әй шәптәр ҙә ул,күңел күтәрелеп китте.Ә һин беләһеңме минең пират дуҫтарым да күүп ул.хәҙер мин уларҙы саҡырам(һыҙғыра)

Һин ҡурҡма улар яуыз түгелдәр,таҡмаҡ йырларға ғына яраталар.Башланыҡмы?

(пираттар таҡмаҡ йырлайҙар)

Пират: Ярай һин миңә оҡшаның ҡыҙыҡай,юлды күрһәтәм мин һиңә.Ана анауында һуҡмаҡ күрәһеңме?шунан атла

(пират китә,Герда артабан шыршы уратып килә)

(мәсекәй әбей һөйләнә-һөйләнә килеп инә,һепереп йөрөй)

-Уф булды шикелле. Таҙалыҡты мин дә яратам да ул.Хәҙер әхирәттәремде саҡырһам да була.

(көй башлана бабка ежкалар сыгып бейейҙәр)

Мәсекәй: фу Кеше еҫе сыға,һиҙәһегеҙме?

ә-ә анна бит үҙе лә килә.Һин кем балаһы булаһың?Минең урманымда нимә эшләп йөрөйһөң?

Герда: Мин Герда булам,Кай туғанымды эҙләйем.

Мәсекәй:Ә беләм ул Боҙбатшабикәһен,минән дә яуыз ул.Ә мин яуыз түгел .тик бына әхирәттәремдең йомаҡтары бар һиңә-яуап бирә алһаң юл күрһәтәбеҙ,ә яуап бирә алмайһың икән үҙеңә үпкәлә.

(йомаҡтарға яуап биреү)

Мәсекәй:Анау яҡҡа бар,яҡын ғына ҡалған Инде..

(Герда китә,Боҙбатшабикәһе сығып ултыра,эргәһендә Кай)

Батшабикә: Ә-ә килеп еттеңме? Бик ҡыйыу ҡыҙыҡай икәнһең минең батшалығыма килергә ҡурҡмағас.Мин Кайҙы ебәрәм тик ике шартымды үтә.Беренсе шартым матур йыр ишеткем килә.

(йыр Шыршыҡай)

-Икенсе шартым матур бейеү

(восточный бейеү)

-шарттарымды үтәнегеҙ мин һүҙемдә торам.Барығыҙ мин Кире уйламаҫ элек

Ҡайта һалып китегеҙ!

(Герда менән Кай етәкләшеп шыршы артына китәләр,Батшабикә ҡар-буран тауышы аҫтында сығып китә)

Алып барыусы: Бына Герда менән Кай ҙа Ҡыш бабай килеүенә ҡайтып та еттеләр

Әйҙәгеҙ балалар Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ,унһыҙ бит яңы йыл башланмай

Балалар: ҠЫШ БАБАЙ!ҠАРҺЫЛЫУ!

(ҡыш бабай менән ҡарһылыу инә)

Ҡыш бабай: Буран-ҡарҙар һепереп

                    Мин киләм һеҙгә

                       Яңы йылды ҡаршыларға

                    Дуҫтарым менән бергә!

-һаумыһығыҙ балалар!Мине көттөгөҙме?

Ҡарһылыу:Яңы йыл менән ҡотлайым

                  Барығыҙҙы ла дуҫтар

                   Тик ниңә һуң шыршығыҙҙа

                   Күренмәй нурлы уттар?

Эй шыршы,матур шыршы

Нур сәсеп көлөп ебәр.

Матур нурҙарың менән

Беҙҙең күңелде күтәр!

(шыршыла ут яндырыу)

Алып барыусы:Балалар әйҙәгеҙ ошо матур шыршыны ҡотлап шиғырҙар һөйләп,йырҙар йырлап алайыҡ.

Шиғырҙар,йыр русса.

Ҡыш бабай: Минең Ҡарһылыу ҡыҙым менән уйнап та алығыҙ.

(берәй уйын)

Ҡарһылыу: сер итеп кенә әйтәм минең олатай бейергә ярата ул

Алып барыусы: Әйҙә Ҡыш бабайҙы бейетәйек

(йыр тек-тек итеп сәғәт һуға)

Ҡыш бабай: уф арыным ,Ҡарһылыу ҡыҙым ҡайҙа һинең шаян ҡар бөртөктәрең?

Шулар һалҡын бөркһә еңел тын алыр инем.

(ҡар бөртөктәре бейеүе)

Алып барыусы:Ҡыш бабай киләһе йыл нимә йылы буласаҡ?

Ҡыш бабай:Ҡайҙа әле минең яңы йылым?

(маймыл килеп сыға)

Маймыл: Маймыл йылы мин тағын

                 Ҡалырмын инде һеҙҙә

                  Кемдәр мине ҡыумайҙар

               Банан бирәм туғандар.

(ҡыш бабайҙың ултырғысына менеп ултыра,банан ашай башлай)

Ҡыш бабай:Ах йылы яҡ хайуаны-йыл бүләк иткәнмен-ә уның нәфсеһе ишеү ҙурая.

Юҡ Инде ҡайҙа минең батыр әтәстәрем

быйылғы йылдың хужалары?

(әтәстәр сыға бейейҙәр,маймыл урынына китә)

Алып барыусы:Ысынлап та быйылғы йыл әтәс йылы.Шул әтәстәр кеүек батыр,ҡыйыу булайыҡ дуҫтарым.Йылыбыҙ имен үтһен,шатлыҡтар килеп торһон.

Ата-әсәләр менән хоровод елка тирәләй.

Шиғырҙар һөйләү,бүләктәр алыу,фотоға төшөү,ҡыш бабай менән хушлашыу.