МӘҠӘЛДӘР!
картотека

Хасанова Айгуль Камиловна
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.
 
 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hezmt_turahynda_mkldr.docx23.16 КБ

Предварительный просмотр:

ХЕҘМӘТ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Һөнәрленең ҡулы алтын.
Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Ҡулы белгән бал ашар.
Сәмле эш - йәмле эш.
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
Эше барҙың ашы бар.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
Аҙ һөйлә, күп эшлә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
Эш араһында эш бөтә.
Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
Эш беләктә түгел, йөрәктә.
Эш бөтмәй йән тынмай.
Эш иплене ярата.
Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
Эш кешене кеше итер.
Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
Эш үҙе өйрәтә.
Эш һөйгәнде ил һөйгән.
Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр.
Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
Эше ҡаты, икмәге татлы.
Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
Эшеңде кешегә тапшырма.
Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен
Эшләгәндән кеше үлмәй.
Эшләмәй тамаҡ туймай.
Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.

ТЕЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Теле ямандың көнө яман.
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
Телдең күрке - һүҙ.
Татлы тел таш ярыр.
Теле барҙың иле бар.
Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.
Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
Тел һөйләй, ҡул эшләй.
Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр.
Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
Яман кешенең теле әсе.
Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт.
Әсә теле бер була.
Иләк һорарға ла тел кәрәк.
Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.
Аҙ һөйлә - күп эшлә.
Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Бала бар ерҙә батша юҡ.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр.
Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт.
Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ир бала – йортҡа терәк.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер,
Апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу,
Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

ҺҮҘ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Яҡшы һүҙ балдан татлы.
Әҙерәк һөйләһәң, күберәк ишетрһең.
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы.
Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер.
Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы.
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
Ышанма кеше һүҙенә, ышан үҙ күҙеңә.
Һүҙе ямандың үҙе яман.
Бер әйткәнде ике әйтмә.
Үҙең ишетке килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә.
Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.
Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.
Кешенең белемен һүҙенән аңларһың.
Кешенең үҙенә ҡарама, һүҙенә ҡара.
Аҙ һөйлә - күп эшлә.
Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.
Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.
Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
Һүҙең менән эшең бер булһын.