Башҡорт йолалары
картотека (старшая группа)

Гульнара Камсовна Хасанова

 


Башҡорттарҙа йолалар уларҙың тарихи тамырҙарына, ышаныуҙарына, белеменә һәм үҙҙәрен уратып алған донъяны аңлы ҡабул итеүҙәренә бәйле.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_yolalary.docx84.94 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт йолалары

f83fb7cdd4622ec9c01617a50d92443d_big.jpg

«Ҡар һыуына барыу»  йолаһы

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған был йола. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта булған. 
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар.

«Боҙ оҙатыу» йолаһы

Боҙ оҙатыу йолаһы - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, ләкин ниндәйҙер сәбәпле юҡҡа сығып барыусы йола байрамы. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” - тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Ташыған йылға буйҙары ла байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүҙәре, өҙҙөрөп гармун уйнаған тауыштары төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған. 
Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәргәндәр, ә бына өлкәндәр иһә ташыу һыуына төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һорағандар.

«Ҡарға бутҡаһы» 

Ҡарға бутҡаһы - ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә: 
Ҡарға әйтә: "Ҡар, ҡар, 
Ҡарғатуйға бар, бар!" 
Ҡарғатуйға бармағандың 
Күңеле булыр тар, тар, 
Күңеле булыр тар, тар - 
Ҡарғатуйға бар, бар! 
Байрам көндө ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сығалар. Йола буйынса, байрамға килгәндәр ағасты биҙәп тәңкәләр, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар элә, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәйләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр. 
Байрамда ғәҙәттә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешерәләр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ ҡуялар. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелә: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығалар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйтәләр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡыралар. 
Байрамда ярыштар һәм төрлө халыҡ уйындары үткәрәләр, әйлән-бәйлән уйнайҙар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр. 
Байрам тамамланғас: 
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар! 
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!? 
Баҡсаларҙа алмағас, 
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар, 
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ, 
Ямғыр, яу! - тип теләгеҙ. - тип һамаҡлай-һамаҡлай таралышыр булғандар.

«Кәкук сәйе» йолаһы


Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. 
Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән. 
Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға. Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны ҡорола, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый, күрәҙәлек ҡыла. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡыра. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләнә-теләнә, ағас аҫтына ҡалдыралар.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда -
Хәсрәт кенә бирмә башыма!

«Ҡояш саҡырыу» йолаһы.

Ямғырҙар оҙаҡҡа һуҙылһа, элек башҡорттар «Ҡояш саҡырыу» йолаһын үткәргәндәр.

Был йола үҙендә шулай уҡ тимер көсөнә ышаныуҙы сағылдыра: тимерҙән эшләнгән һауыт-һаба, ураҡ, салғылар тышҡа сығарылған.

Артабан ҡояшҡа өндәшкәндәр:

Ҡояш апай, ҡалҡ, ҡалҡ!

Һалҡын еҙнәй, кит, кит!

Һимеҙ тәкә һуйырмын,

Майын һиңә бирермен!

"Ямғыр саҡырыу" йолаhы.

Ямғыр яу, яу, яу,

Майлы бутҡа бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,

Майлы бутҡа ҡаҙанда!

Дождик, лей, лей, лей,

Кашу с маслом дам,

Красну ложку дам,

Красна ложка на базаре,

Каша с маслом в казане!

*«майлы бутҡа» («каша с маслом») означает пожелания богатства и изобилия.

«Ҡуҙғалаҡ байрамы» 

Ҡуҙғалаҡ байрамы яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: "Мин киләмен - ауыҙың ас, мин киләмен - зәңге, ҡас!" — тигәндәр.

«Һабантуй байрамы»

ҺАБАНТУЙ - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу - ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. 
Һабантуй башланғас, ҡор башы (майҙың атаһы ла тиҙәр) халыҡты ҡотлап, изге теләк теләй, ниндәй көрәш, бәйгеләр булырын, кемдәр, ҡайҙан ҡунаҡтар килгәнен, уларҙың ырыуын һанап сыға, ниндәй атаҡлы ҡурайсыларҙың, думбырасы, ҡумыҙсыларҙың, былтырғы батырҙарҙың, йырсыларҙың килеүен әйтә, уларға халыҡ сәләмен еткерә. Ҡунаҡтарҙы майҙан ҙурлап ҡаршылай: дөңгөр һуғалар, һорнай уйнайҙар. Ҡор башы, шулай уҡ майҙанда ил хәлдәренә ҡағылышлы ниндәй етди һүҙ булыры тураһында ла һөйләй. 
Һәр ауыл, ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешергән, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы бүлешеп алып һыйлаған, хөрмәт иткән. Һуғым башын йәки баш итен ҡарттарға илтеп биргәндәр. Йола буйынса, уны, баш эйеп, батыр килтергән. Аҡһаҡал йә мулла ҡабул иткәндә егеткә рәхмәт әйткән. Баш итен ҡарттар барыһы ла ауыҙ итергә тейеш булған. Өлөшсө иң тәүҙә алып килеүсе батыр егеткә баш итенең уң ҡолағын (йә ҡолаҡ арты өлөшөн) киҫеп биргән дә: “Уң хәбәр менән генә йөрө!” — тигән. 
Һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ. б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.
Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу, ара үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған. Йыйын бағанаһына тамғалар ырып, ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән.

«Ҡаҙ өмәһе»

Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе. Ҡағиҙә булараҡ, был йоланы көҙҙө оҙатҡас, ергә ап-аҡ ҡар ятҡас башҡаралар. Ауыл халҡы, күрше-күлән, туған-тумаса бер-береһенә ярҙамға, өмәгә килгәндәр. 
Оло инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, йәш килендәр һәм ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡандар, эсен алғандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә парлап аҫып шишмәгә, йылға буйына алып төшөп сайҡатҡандар. Өмәселәргә егеттәр менән балалар ҙа эйәргән. Яр буйы уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тулған. Һыу буйына барғанда балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйы ташлап барған, ә оло апайҙар киләсәктә мул үрсем, киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән. 
Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә байрам табыны әҙерләп, өмәселәрҙе көтөп торған. Өҫтәл түрендә ҡаҙ бәлеше, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ булған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.

«Һуғым өмәһе»

Ҡышҡы һалҡындар төшөп, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь-декабрь айҙарында ауыл халҡы һуғым һуйыу өмәләре үткәрә. Һуғымға тип алдан уҡ йә һыйыр, йә йылҡы малын әҙерләгәндәр... Уларҙы махсус аҙыҡ рационы биреп һимерткәндәр. 
Һуғым өмәһенә хужаның туғандары, күрше-күләндәре йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Ирҙәр малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашмай, тик тиреһен һыҙырып бөткәс кенә һуғым һуйған ергә баралар һәм эштең аҙағына тиклем ярҙам итәләр. 
Кисен һуғым һыйы уҙғарыла. Байрамға өмәлә ҡатнашыусылар бөтә ғаиләләре менән йыйыла. Был һый өсөн малдың түшкә-муйынын бешерәләр. Бынан тыш тултырма (әгәр һыйыр малы булһа) йәки ҡаҙылыҡ әҙерләнә. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Һуғым ашында йәнә салыу һөйәгенең булыуы ла мотлаҡ. Уны малды бысаҡлаған кешегә бирәләр. Ит тәме мал салыусының ҡулына бәйле: "Күңеле ҡаты булһа, ит тә ҡаты була, йомшаҡ, изге күңелленең һуйған ите лә йомшаҡ,"- тигән ышаныу бар. Шуға күрә салыусының роле ныҡ баһаланған, ул ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе һаналған. 
Киске ашҡа килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең изге теләктәре менән байрамды башлап ебәрә: 
- Һуғым һимеҙ булһын! 
- Ите татлы булһын! 
- Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын! 
Һуғым ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр: 
- Малдарығыҙ күп булһын, 
Малдарығыҙ ныҡ уңһын! 
Беҙ ашаған ерҙәргә, 
Беҙҙең эскән ерҙәргә - 
Хоҙай Тәғәлә ишетһен - 
Малығыҙҙы ишәйтһен! 
Ғәйеп ризыҡтар бирһен, 
Ғәйеп малдар бирһен! 
Рәхмәт һыйығыҙға! 
Мал салыуҙың да үҙ тәртибе бар. Шуларҙың иң мөһимдәре: 
1. Салыусы мотлаҡ сөннәтле булырға тейеш. 
2. Малдың башы ҡибла яғына ҡарата ятҡырыла. 
3. Салыр алдынан изге доға уҡыу, һис булмаһа "бисмиллаһи-рахманир-рәхим" тип әйтергә кәрәк

«Ҡышҡы нардуған»

Ҡышҡы Нардуған 21 декабрҙән 25-енә тиклем ҡояштың торошона арналған байрам итеп үткәрелә. Ҡыш булыуына ҡарамай, берәй иркен йортта йыйын йыялар. Йыйынға һәр кем үҙ өлөшөн тотоп килә: итен, ҡаҙы-ялын, майын, һалмаһын, ярмаһын - барсаһын. Сапҡынсылар, бала-саға өйҙән-өйгә хәбәр тарата, теләк теләй, теләкте урамда ла әйтеп йөрөйҙәр: 
Нар, нар, нарына, 
Бәхет бирһен барына. 
Мал-тыуарың түл йәйһен, 
Бала-сағаң ит ейһен! 
Малың ашһын ҡуранан, 
Ашың ашһын буранан! 
Илең, йортоң һил булһын, 
Күңелегеҙ киң булһын! 
Өйгә инеп, шулай тигәс, өй хужалары, үҙҙәре ни ашаһа, теләкселәргә лә шунан өлөш бирә. Өйҙән сығыр саҡта йәнә һамаҡлағандар: 
Нар, нар, нарына, 
Рәхмәт һеҙгә барына! 
Малдарығыҙ түл йәйһен, 
Барсағыҙ ҙа ит ейһен; 
Һөтлө булһын бейәгеҙ, 
Уҡлы булһын йәйәгеҙ; 
Мәргән булһын уғығыҙ; 
Барға сыҡһын юғығыҙ, 
Малығыҙ ашһын ҡуранан, 
Ашығыҙ ашһын буранан; 
Ил-йортоғоҙ һил булһын, 
Йәннәттәргә тиң булһын. 
Әйҙә, амин тотайыҡ, 
Йортоғоҙҙо ҡотлайыҡ! 
Шулай тип доға ҡылалар ҙа: 
"Нар, нар, Нардуған, 
Нардуғанға бар, туған", — 
тип саҡырып китәләр. 
Йыйын булған йорт эсендә һый бөтөүгә тышта төрлө уйын уйнала (ҡар бәрешеп уйнау, көрәш, тауҙан тәгәрәшеү һ.б.), ҡарттар урам буйлап тәкбир әйтеп уҙа. Аулаҡ йортта ҡыҙҙар йондоҙнамә аса, фал һала - кейәүгә сығырҙарын, кемгә барырҙарын юрай. Иртәгәһен өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана. Байрам ике-өс көнгә, аҙнаға һуҙыла. Бер-береңде ҡунаҡҡа саҡырып һыйлау, йыр-моң мәжлестәре үткәреү "саҡырышыу" тип аталған. 
Ҡышҡы уйындар тынысыраҡ үткән, сөнки был мәл Тәбиғәттең ваҡытлыса үлгән мәле һаналған. Шуға күрә "кис ултырыуҙар", "аулаҡ өй"ҙәрҙә төрлө йыр, уйын ойоштороп, әкиәт, ҡарһүҙ һөйләгәндәр. Батырҙар, ҡаһармандар хаҡында һөйләү, йырлау кешегә көс йыйырға, ваҡытлыса көсһөҙ булған тәбиғәт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән. Борон йылҡынан ҡорбан салынған, бар халыҡ бергә йыйылып һыйланған.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Милли йолалар аша балаларга әхлак тәрбияясе бирү

милли йолалар аша балаларга әхлак тәрбиясе бирү...

Балаларны татар халкының гореф-гадәтләре,йолалары белән таныштыру

Мәктәпкәчә яшҗтәге балаларга татар халкының гореф-гадәтләре,йолалары аша милли тәрбия бирү.Татар халкының тарихын,йолаларын саклау,мәхәббәт уяту....

Буыннан-буынга күчкән йолалар

Балаларны татар теле өйрәтүдә төп бурычлар....

татар халык йолалары

Татар халкы гасырлар буе нинди генә сынауларга дучар булса да, барлык авырлыкларны җиңеп, үз телен, үз милләтен, үз гореф-гадәтләрен саклап килгән халык....

"Авылым чишмәләре - әбием йолалары"

Бу сценарийны  балаларны авылыңның  тарихы, милли йолалары белән таныштырганда һәм шулай ук экологик тәрбия бирү өчен кулланырга була....

Проект эше. "Өлкәннәр төркеме балаларын татар халкының мәдәнияте, гореф-гадәтләре,йолалары белән таныштыру.

Халык сәнгате, традицияләре белән таныштыру, бәйрәмнәрендә катнашу- балаларны рухи яктан баета,үзенең халкы өчен горурлану хисе тәрбияли һәм аның тарихына , мәдәниятенә кызыксыну уята....