"Өләсәйем һандыгы"
план-конспект занятия (подготовительная группа)
Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, сәнғәте тураһында белемен асыҡлау һәм нығытыу;
- Өлкәндәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләү (өләсәйҙәрҙең);
- Башҡорт халҡының сәнғәте ҡорама менән таныштырыу;
- Геометрик фигураларҙан ҡырҡылған тауар киҫәктәрен ҡағыҙға теҙеп һалып төрлө биҙәктәр яһау һәм йәбештереү;
Башҡорт халыҡ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм кешеләрҙең хеҙмәтенә ихтирам хеҙмәт һөйөү сифаттары тәбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konspekt.docx | 20.35 КБ |
Предварительный просмотр:
«Өләсәйем һандығы»
Тема: Ҡорама йәбештереү
Әҙерлек төркөмөндә дәрес- конспект
Маҡсат: Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, сәнғәте тураһында белемен асыҡлау һәм нығытыу;
- Өлкәндәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләү (өләсәйҙәрҙең);
- Башҡорт халҡының сәнғәте ҡорама менән таныштырыу;
- Геометрик фигураларҙан ҡырҡылған тауар киҫәктәрен ҡағыҙға теҙеп һалып төрлө биҙәктәр яһау һәм йәбештереү;
Башҡорт халыҡ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм кешеләрҙең хеҙмәтенә ихтирам хеҙмәт һөйөү сифаттары тәбиәләү.
Материал: Башҡорт мөйөшө,һандыҡ,балаҫтар,ҡорама түшәктәр,сигелгән таҫтамалдар, теген машинаһы ,компьютер презентация өсөн.
Балаларға һүҙгә анализ яһау өсөн пеналдар,геометрик фигуралар биҙәктәр төҙөү өсөн, ҡырҡылған тауар киҫәктәре ,елем.
Башҡортостан республикагимны көйө уйнай
Балалар һеҙ ниндәй йыр тыңланығыҙ?
Дөрөҫ, балалар был Башҡортостан халыҡ гимны.
Беҙҙең республикабыҙ нисек атала? (Дөрөҫ Башҡортостан)
Ни өсөн Башҡортостан тип атала икән?
Сөнки, беҙҙең милләтебеҙ башҡорт, башҡортса һөйләшәбеҙ. Беҙҙең, республикала тағы ниндәй милләт халҡы йәшәй? (рус, татар, мари,сыуаш украин)
Эйе, дөрөҫ төрлө милләт халҡы йәшәй беҙ улар менән татыу һәм дуҫ.
Һәр халыҡтың үҙенә күрә гөрөф-ғәҙәте бар. Әйҙәгеҙ, хәҙер балаҫҡа ултырайыҡ та компьютерға ҡарап үтәйек.
(Борон башҡорттарҙын йәшәүеше тураһында презентация).
Балалар бына бында беҙ мөйөшкә башҡорт өйө эшләп ҡуҙыҡ. Һәр өйҙә һандыҡ булған был һандыҡта бик ҡиммәтле генә әйберҙәр ятҡан, байрамға кейә торған кейемдәр,иҫтәлекле әйберҙәр, үҙҙәренең биҙәнгес әйберҙәре.
Бөгөнгө дәрес тең темаһы «Өләсәйем һандығы» Өләсәйҙәр һандыҡты бик ҡәҙерләп тотҡандар , ул түрҙә мөйөштә ултырған. Беҙҙә һандыҡты асып ҡарайыҡ әле: (һандыҡ өҫтөндә йомғаҡ ята) Был йомғаҡта өләсәйҙәр тураһында ҡәҙерле һүҙҙәр йәшенгән .Әйҙәгеҙ, түңәрәккә баҫтыҡта серле йомғаҡты тағатайыҡ, ниндәй ул өләсәйҙәр: (яғымлы,егәрле,һөйкөмлө,зирәк,эшсән,өлгөр,алсаҡ, әкиәтсе,сос,бала күңелле,йомаҡсы,иманлы һ.б.)
Уйын « Серле йомғаҡ»
Эйе,өләсәйҙәр турыһында бик матур һүҙҙәр әйтегеҙ: АФАРИН.
Һеҙҙең тәмле һүҙҙәрҙән бүлмәбеҙ ҙә яҡтырып ,йылынып китте.
Хәҙер инде өләсәйҙәр ҡәҙерләп һаҡлаған һандыҡты асайым.Был нимә ул? (ҡумыҙ) Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Хәҙер беҙгә ҡумыҙ ҙа Гөлдәр Шарифовна уйнап ишеттерә. Бик матур көй сыға рәхмәт.
Ҡайҙа был һандыҡ эсендә тағы нимәләр ята икән. (Ласкуттар сығарам).Борон өләсәйҙәр ҡышҡы оҙон кистәрҙә ошондай ҡорама теккәндәр(ҡорама түшәктәр күрһәтәм) бәләкәсәйеп ҡалған балаларынын иҫке күлдәктәрен башҡа кейем һалымдарын һәйбәт урындарын ҡырҡып алып ласкуттарға ҡырҡып ҡорама түшәк эшләгәндәр ултырғыс ябыуҙары йылы юрған теккәндәр. Беренсе улар йыуғандар йыуып үтекләгәндән һуң , арыу матур урындарын төрлө геометрик фигураларға ҡырҡып парлап теккәндәр. Туҡыма төрҙәре төрлө була (таныштырып үтәм тауар төрҙәре менән: кейеҙ, драп, ситец, шелк)
(әҙер тегелгән ҡорамаларҙы теген машинаһында тегеп күрһәтәм.)
Әйҙәгеҙ ,өҫтәл артына ултырайыҡ.
Балалар нимә ул ҡорама?
Ҡорама һүҙенә анализ яһау.Нисә ижектән тора? Нисә һуҙынҡы өн бар? Ниндәйҙәр? Беренсе өн ниндәй? һуҙынҡы әллә тартынҡымы? Хәҙер өн пеналын алабыҙҙа ҡорама һүҙенә анализ яһағыҙ.
Һеҙҙең алдығыҙҙа конверттарза геометрик фигуралар ята, шулар менән бирелгән схемаға ҡарап биҙәк төҙөгөҙ.
Уйын «Ҡораманың биҙәген төҙө»
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡорама эшләйәсәкбеҙ.
Балалар үҙ-аллы ҡырҡылған тауар киҫәктәрен ҡағыҙға йәбештерәләр.
Шулай итеп, борон өләсәйҙәр иҫке әйберҙәрен ташламай әрәм итмәгәндәр.
Балаларҙың эштәренә анализ яһау.