Фелтинг ысулы менән һүрәт төшөрөү
план-конспект занятия (старшая группа)

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Маҡсат:  өлкән төркөм балаларын  халыҡ-ҡулланма сәнғәте, « фелтинг » технологияһы менән таныштырыу. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Фелтинг ысулы менән рәсем төшөрөү

Маҡсат:  өлкән төркөм балаларын  халыҡ-ҡулланма сәнғәте, « фелтинг » технологияһы менән таныштырыу. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Бурыстар: 

Өйрәтеүсе: балаларҙы фелтинг технологияһы менән таныштырыу.

Эшләү алымдары, материалары менән ҡулланырға өйрәтеү.

Үҫтереүсе: тирә-яҡ донъяны, тәбиғәт аша һүрәт төшөрөү элементтарын  формалаштырыу. Ҡул моторикаһын үҫтереү, телмәр үҫешенә булышлыҡ итеү. Актив һүҙлеккә ҡылым индереү: һуғыу, йолҡоп алыу, һуҙыу.Коммуникатив һәләттәрен формалаштырыу. Эште ентекле, һөҙөмтәле эшләргә өйрәтеү. Ижад һәм фантазия үҫтереү.

Тәрбиәүи: Халыҡ һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Коллектив эшмәкәрлектә ыңғай мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын формалаштырыу.

Йыһазландырыу: экран, бәрәс уйынсығы, төрлө төҫтәге йөн,һауыт  һабынлы һыуға, йылымыс һабынлы һыу, флизилин туҡымаһы.

Әҙерлек эштәре: образецтар, һүрәттәр йөндән эшләнгән эштәр (әйберҙәр) ҡарау, әңгәмә ҡороу.

  1. Ойоштороу.

Әйҙәгеҙ балалар, беҙ һеҙҙең менән беҙҙе уратҡан тирә йүнде сәләмләп алайыҡ.

Алтын ҡояш, һаумы

Ҙәңгәр һауа,  һаумы

Шаян елкәй, һаумы

Кескәй имән, һаумы

Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе лә!

Балалар, ҡарағыҙ әле, һеҙҙең алда ниндәйҙер аҡ ябыу аҫтында, нимәлер йәшерелгән. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн эшмәкәрлектә нимә тураһында һөйләшәсәк икәнебеҙҙе йомаҡ аша белербеҙ. Иғтибар менән йомаҡты тыңлағыҙ, дөрөҫ яуап бирегеҙ.

  1. Эшмәкәрлек барышы.

Йомаҡ.

Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә. /һарыҡ/

- Афарин, балалар. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта һарыҡ (бәрәс) килде. Артабан һөйләшергә мин һеҙҙгә ултырғыстарға ултырырға саҡырам. (балалар ултыралар)

- Әйтегеҙ әле балалар, һарыҡ беҙгә – кешеләргә ниндәй файҙа килтерә. Нимә бирә? (йөн бирә)

- Дөрөҫ, һарыҡ кешеләргә бик күп файҙа килтерә. Һарыҡтың йөнөнән төрлө әйберҙәр бәйләйҙәр, тегәләр. Экранға иғтибар итәйек. (слайд)

Һарыҡ йөнөнән бейәләйҙәр бәйләйҙәр. (слайд). Нимә өсөн бейәләйҙәр кәрәк тип уйлайһығыҙ? (Ҡыш көнө беҙҙең ҡулдар өшөмәһен өсөн).

Һарыҡ йөнөнән йөн ойоҡтар бәйләйҙәр. (слайд) Аяҡтар һыуыҡта өшөмәһен өсөн.

Һарыҡ йөнөнән быйма һуғалар ()(слайд) Хеҙҙең арала кемдәр быйма кейәләр? (мин кейәм)

Һарыҡ йөнөнән тағыла аҫалы балаҫ һуҡҡандар, борон беҙҙең өләсәйҙәр.

  • Балалар иғтибар иттегеҙ ме, барлыҡ бәйләнгән, йөндән тегелгән

әйберҙәр ниндәй төҫтәрҙә күрҙегеҙ? (аҡ төҫтәрҙә) тағы ла йөндән бәйләнгән өйберҙәр төрлө төҫтәрҙә була. (слайд)  уның өсөн йөндө төрлө төҫлө һыуҙарҙа  ҡайнатып төҫ биргәндәр. Мәҫәлән, йәшел төҫтәге йөндө буяр өсөн – ҡайын япрағын, һоро төҫкә – һуған ҡабығын ҡайнатып, йөндө буяуға манып, таяҡ менән туҡығандар. Шунан төрлө төҫкә буялған йөндө шулай уҡ бейәләйгә, йөн ойоҡтарға ҡушып бәйләп, биҙәгәндәр. Матур, сағыу, айырылып торһон өсөн. (слайд)

Ял минуты үткәреп алайыҡ.

Бөҙрәкәйҙең йөнөн ҡырҡҡас (ҡырҡыу хәрәкәте)

Тауҙай өйөп тултырҙыҡ (өйөп һалыу хәрәкәтен күрһәтеү)

Мамыҡтай ҡабарһын тиеп

Йөн иләргә ултырҙыҡ. (иләү хәрәкәте)

  • Балалар, иҫегеҙгә  төшөрөгөҙ әле, һарыҡ йөнөнән эшләнгән әйберҙәрҙе  ниндәй ысыл менән эшләгәндәр? (бәйләгәндәр, һуҡҡандар)
  • Дөрөҫ, балалар. Мин дә һеҙгә бөгөн һарыҡ йөнөнән һүрәт төшөрөргә өйрәтергә тәҡдим итәм. Эшләп ҡарағығыҙ килә ме?

Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле балалар, ниндәй миҙгел етте? (ҡыш миҙгеле) Әйе, ҡыш миҙгеленең төп билдәһе нимә тип уйлайһығыҙ?  (ҡар, ҡар бөртөктәре). - Афарин.

 Улайһа өҫтәлгә минең янға килегез, нисек эшләргә күрһәтәм. Ҡыш миҙгеленә ярашлы, бөгөн, йөндән ҡар бөртөгөн һүрәтләргә өндәйем.  Өҫтәлдә ҡар бөртөгөнең һүрәте ята, шуга ҡарап төшөрөргә була.  Тағы ла өҫтәлдә, аҡ төҫтәге йөн,  күк төҫкә буялған, аҡ ҡаты ҡағыҙ бите, фоторамка.

Эш барышын экран аша ҡарап алайыҡ. (видео эш барышы)

 «Эшебеҙ уң булһын, ырымлы булһын!» (мәҡәл әйтеү)

(эш барышында, һәр балаға ярҙам итеү, әҙер эштәрҙе сағыштырыу, маҡтау, һуплау)

  1. Йомғаҡлау.
  • Балалар, хеҙгә беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү. Эшмәкәрлек оҡшаны мы? Ниндәй яңы белем белдегеҙ? Нимәләр тураһында һөйләштек, нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды? (балалар яуаптары).

Рәхмәт балалар, миңә һәм беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ бәрәскә лә бик оҡшаны. Ә хәҙер беҙ эшләгән ҡар бөртөктәре менән төркөмдө  ҡыш миҙгеле ярашлы биҙәргә саҡырам.


Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Самоанализ  - Фелтинг ысулы менән рәсем төшөрөү дәресенә

Художестволы –эстетик өлкә. Телмәр үҫтереү өлкә.

Тема: Фелтинг ысулы менән рәсем төшөрөү

Был ойошторолған белем –биреү эшмәкәрлеге өлкән төркөм балалары менән үткәрелде. Эшмәкәрлектә түбәге маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйҙым.

Маҡсат:  өлкән төркөм балаларын  халыҡ-көнкүреш сәнғәте - « фелтинг » технологияһы менән таныштырыу. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Бурыстар: 

Өйрәтеүсе маҡсат: балаларҙы фелтинг технологияһы менән таныштырыу.

Эшләү алымдары, материалары менән ҡулланырға өйрәтеү.

Үҫтереүсе маҡсаттар: тирә-яҡ донъяны, тәбиғәт күренештәрен һүрәт аша      төшөрөү элементтарын  формалаштырыу. Ҡул моторикаһын үҫтереү, телмәр үҫешенә булышлыҡ итеү. Актив һүҙлеккә ҡылым индереү: һуғыу, йолҡоп алыу, һуҙыу.Коммуникатив һәләттәрен формалаштырыу. Эште ентекле, һөҙөмтәле эшләргә өйрәтеү. Ижад һәм фантазия үҫтереү.

Балаларға матурлыҡҡа ҡарата хис тойғоларын үҫтереүсе мөхитте йыһазландырыуҙа ҡатнаштырыу.

Тәрбиәүи маҡсаттар: Халыҡ һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Коллектив эшмәкәрлектә ыңғай мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын формалаштырыу.

Белем биреү эшмәкәрлеген планлаштырғанда структураһын маҡсаттарға тап килтереп төҙөнөм. Һәр өлөшкә айырым ваҡыт билдәләргә тырыштым. Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенең өлөштәре бер-береһе менән бәйле, үткәреү ваҡыты иҫәпкә алынды. Алынған материалды эшмәкәрлек барышында биреп өлгөрҙөм.

Балаларҙың үҙенсәлектәренә, гендер тәрбиәһенә таянып эшләнем. Материалды балаларға еңел аңлайышлы итеп алдым. Балалар һорауҙарға яуап бирҙеләр, минең менән туранан – тура диалогка инделәр. Минең эшемде ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттеләр, һүрәт буйынса үҙ-аллы эшләнеләр.

Бик актив булдылыр балалар. Барыһында активлаштырыу өсөн өҫтәмә һорауҙар бирҙем. Балалар үҙҙәрен иркен тоттолар, эшмәкәрлеккә бик теләп ҡушылдылар.

Асыҡ сараның бөтә элементтары ла бер темаға бәйле.

Асыҡ сара ваҡытында түбәнге эш алымдарын ҡулландым:

  • телмәрле: һорауҙар, иҫкә төшөрөү, маҡтау;
  • коммуникатив эшмәкәрлек: һүрәт/ презентация ҡарау
  • нәфис әҙәбиәт һәм фольклор алымдарын ҡулландым: йомаҡ, мәҡәл әйтеү
  • хәрәкәт эшмәкәрлеге: ял минутын үткәрҙем.
  • ҡулланылған материалдар: презентация,  бәрәс уйынсығы, төҫлө йөндәр, фотоһүрәт рамкаһы, флизилин туҡымаһы,  йылымыс һабынлы һыу, ҡар бөртөгө һүрәте.

Әҙерлек өлөшөндә балалар менән сәләмләү ойошторҙом, уларҙың иғтибарын  яулыҡ аҫтында йәшерелгән әйберҙең яуабын  йомаҡ аша  табырға йәлеп иттем.

Төп өлөштә балаларҙың уйлау һәләте һәм практик эшмәкәрлеге сағыла.  Ял минуты индерелде.

 Шулай уҡ эшмәкәрлек барышында балаларға индивидуаль һорауҙар бирҙем, яуаптарҙы тулы итеп биреүҙәрен талап иттем.

Балалар өсөн был сара бик фәһемле булды, тип уйлайым. Улар  яңы белемдәр алдылар, белемдәрен нығыттылыр. Эшмәкәрлектә ИКТ ҡулландым.

Йомғаҡлау өлөшөндә балаларҙың алған белемдәрен камиллаштырҙым, хис тәҫораттыры менән бүлештеләр.

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенең маҡсаттары  үтәлде тип уйлайым.