Курултай
статья (старшая группа) на тему

Хабипова Ильмира Павловна

Курултай

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Курултай118.06 КБ

Предварительный просмотр:

Ғаиләбеҙҙең фотоальбомында боронғо фотоһүрәттәрҙең береһе – әсәйемдең олатайы һәм өләсәйе туғандары менән концерттан һуң төшкән фотоһы.

Тормош шарттары ауыр булыуға ҡарамаҫтан, сәләтле йәштәр күңел аса белгән, йыр-моң аша халыҡҡа рухи көс-ҡеүәт биргән, яҡтылыҡҡа саҡырған. Алғы рәттә Мәшһүҙә өләсәй менән Фатих олатай ултыра. Фатих Мансур улы гармунын да ҡулынан төшөрмәгән. Уларҙың йөҙҙәрендә киләсәккә өмөтлө ҡараш сағыла.

Фатих 1909 йылда Саҡмағыш районы Имәнлекүл ауылында хәлле ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһенә, туғандарына ҙур таяныс, ярҙамсы булып үҫә. Бер аҙҙан үҙе кеүек уңған, аҡыллы, сибәр күрше Ҡаразирек ауылы ҡыҙы Мәшһүҙә менә матур ғаилә төҙөйҙәр. Тик йәштәргә һынауҙар ҙа үтәргә тура килә. 1931 йылда олатай репрессияға эләгә. Уның ғаиләһен Ҡариҙел районына оҙаталар. Улар урман етештереүҙэ ҡатнашалар. Көслө рухлы йәштәр унда ла йәшәү йәмен табалар: матур ҙур йорт һалып сығалар, мал-тыуар үрсетәләр, баҡса ултырталар. Дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтыралар. Йыраҡта ҡалған туғандары менән бәйләнеште өҙмәйҙәр, улар менән аралашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәйҙәр. Олатай-өләсәйҙәрҙең тормошо беҙҙең өсөн өлгө булып тора.

Шамгулов Ильяс

г.Нефтекамск МДОАУ детский сад №28

воспитатель:Хабипова Ильмира Павловна

почта : khabipova78@mail.ru

https://pp.userapi.com/c841526/v841526601/683f1/G_McGapYVxs.jpg