Тәбиғәт-тиңһеҙ хазина
план-конспект занятия по развитию речи

Валеева Марзия Миниахметовна

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dokument_microsoft_office_word_3.docx21.84 КБ

Предварительный просмотр:

Тәбиғәт-тиңһеҙ хазина.

Маҡсат: балаларҙа тәбиғәткә ,ағастарға ,үҫемлектәргә,хайуандарға ,ҡоштарға ихтирамлы,миһырбанлы ҡараш,һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Урманда йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙе дауам итеү. Тәбиғәтте һөйөргә һәм ярҙам итергә өндәү, көсө етерҙәй эштәргә йәлеп итеү. Фекерләү,күҙаллау,хәтерләү һәм аң-зиһен һәләтен үҫтереү.

Һүҙлек эше : аҡлан,дауыл,хазина.

Йыһазландырыу : фонояҙма,асҡыс һүрәте, Белмәҫйән,Урман хужаһы,Һыу ҡыҙы,экологик тамғалар.

Урман аҡланы,фонояҙмала ҡоштар тауышы ишетелә.

Тәрбиәсе:

-Балалар ҡайҙа бараһығыҙ?

-Ҡара урманға барабыҙ.

-Ҡара урманда ни эшләйһегеҙ?

-Ҡурай еләге,бәшмәк йыябыҙ.

-Урманға кергәнсе  урман асҡысын табырға кәрәк. Ә ул асҡыс –мин әйткән йомаҡта.

        Йәйен кейенә, ҡышын сисенә.

        Яҙын йәм бирә,

        Йәйен һалҡын бирә,көҙөн тәм бирә, ҡышын йылы бирә.

-Бына һеҙ ниндәй зирәк икәнһегеҙ. Урман асҡысын таптыҡ та.

Уйын  « Айырып һал.» Схемаға тап килгән ағас һүрәттәрен айырып һалығыҙ.

Схема менән эшләү.

-Тәбиғәттә ниндәй урмандар бар икән.Япраҡлы,ылыҫлы,ҡатнаш урман.

Ял минуты.Релаксация.

Хәҙер әйҙәгеҙ урман эсенә инәйек. Ҡарағыҙ әле урман эсе ниндәй матур.

Ағастар күп,бейек. Һауаһы ниндәй саф. Әйҙәгеҙ ,әҙерәк ултырып ял итеп алайыҡ.Урман-баҫыуҙарҙы елдән һаҡлаусы ла.Ҡоштар,бөжәктәр,йәнлектәр ояһы ла. Тәрән итеп урман һауаһы ла һулайбыҙ.,матурлыҡҡа,гүзәллеккә һоҡланабыҙ.(  Урман аҡланында Белмәҫйән күренә. Ул балаларҙы күрмәй,ағас янына барып,уның ботағын һындыра һәм шул ботаҡ менән ағастарға һуҡҡылай башлай.)

Тәрбиәсе.Был кем? Ниндәй тауыш ишетелә( .Балалар тауышты эҙләй.Белмәҫйәнде күрәләр)?Ә һинме был, Белмәҫйән Бына беҙҙең бармаҡтарҙы өҙһәң ҡулыбыҙ ныҡ ауырта,ә ағастың ботағын һындырһаң, ағасҡа ла шул тиклем ауыр.Уның да өҙөлөп ҡалған ботаҡтары һыҙлай,ауырта.Ағас сирләй башлай,ҡороп ҡойолоуы ла бар.Шуның өсөн ағасты һындырырға ярамай,Белмәҫйән.Ә был яҡтан ниндәй тауыш ишетелә.унда кем бар.

Урман хужаһы:

- Был мин- тәбиғәт һаҡсыһы,урман хужаһы.Яуыздарҙан,уҫалдарҙан тәбиғәтте,бәшмәк,еләк,сәтләүектәрҙе һаҡлайым.Был урманда барлыҡ тәбиғәт хазиналарына—мин хужа.Әгәр хәҙер таяғымды һелтәп ебәрһәм,һеҙ өйөгөҙгә юлды бөтөнләй тапмаҫһығыҙ.

Балалар:

 -Урман хужаһы ,зинһар,Белмәҫйәнде кисерә күр.Ул бүтән улай эшләмәҫ.

Белмәҫйән- Юҡ,юҡ теймәм,ағастарҙы һындырмам.

Урман хужаһы:

- Был юлға ғәфү итәм.

Тәрбиәсе:

- Әйҙәгеҙ,бергәләп «  Йөҙөк һалыш «уйынын уйнап алайыҡ.

Һыу ҡыҙы керә.-Уф,уф ,үләм, буғай.                                                                                                                                                                

Тәрбиәсе- Кем һин,һылыу ҡыҙ,ниңә уфтанаһың.Ни булды һөйлә тиҙерәк.

Һыу ҡыҙы- Мин-һыу, Һуҡранып йәшәйем, Һулҡылдап илайым, Һыуһаным таҙалыҡҡа  ,

Нисек таҙарайым,Мин-һыу  ,тонсоғам,  Һулышым ҡыҫыла  ,Мине ҡотҡарығыҙ.

Тәрбиәсе.-Ысынлап та ,балалар һыуҙы тиҙерәк ҡотҡарырға кәрәк.Күрәһегеҙме,уға әллә ниндәй сүптәр йәбешеп бөткән.

Һыу ҡыҙы -Рәхмәт һезгә.Мине бысраҡтан таҙарттығыҙ.Хәл дә инеп китте.Әйҙәгеҙ,ошо шатлыҡтан бейеп алайыҡ  Йырлап бейеү.

Тәрбиәсе- Бына күрҙегеҙме,бысраҡтан таҙартҡас,Аҡ инәбеҙ ниндәй шат.Урманды һаҡлаған кеүек,һыуҙы ла һаҡларға кәрәк.Ниндәй экологик тамға быны күрһәтә.

Экологик тамғалар буйынса һөйләү.

Һыуға сүп ташламағыҙ,һыуҙар бысранһа,балыҡтар ҙа үлеп бөтә.Һыу бөтһә,ағастар ҙа,үләндәр ҙә ҡорой,кешеләр ҙә сирләй,һыуҙарһүҙы бысратмайыҡ.Шуға күрә һыуҙарҙы һаҡлайыҡ.

Ә хәҙер һыу ҡыҙына шиғыр һөйләп ишеттерәйек.

Шиғырҙар һөйләү.

Тәрбиәсе -Бына шулай, балалар,ерҙе,һыуҙы,һауаны бысратмаҫҡа,уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк.

Мәскәй әбей У-У кемдәр минең тыныслығымды боҙоп йөрөйҙәр Кемдәр сирле кешегә ҡамасаулап тауышланалар

Балалар- Һаумыһығыҙ,әбей. Иҫән-һау тораһығыҙмы. Ҡайһы ерегеҙ ауырта ?

Мәскәй әбей –Ҡайһы ерең ,имеш.Бөтә ерем дә.

Тәрбиәсе Аптекаға барҙығыҙмы?

Мәскәй әбей- Һеҙҙең аптекала хаҡтар ҡиммәт

Балалар Ә урман аптекаһы Унда бит бөтә нәмә лә бушлай.

Мәскәй  әбей-Урманда аптека буламы ни,вәт иҫәрҙәр.

Тәрбиәсе-Була шул.Әйҙәгеҙ,беҙҙең менән бергә.Урман аптекаһы менән танышырһығыҙ.Быны,әбей шифалы үләндәрҙән төҙөлгән гербарий.Ошо гербарийҙарҙы өйрәнгәс үҙегеҙгә кәрәкле үләндәрҙе тиҙ табырһығыҙ.Ә, хәҙер,уйын уйнап алайыҡ.

Уйын  «Сәскәһенән таны»(Уйын ваҡытында Мәскәй әбей ағас ботағын һындыра.)

Тәрбиәсе-Ой,ни эшләйһегеҙ,һеҙ урман ҡағиҙәләрен белмәйһегеҙме ни.?

Мәскәй әбей-Тағы ниндәй ҡағиҙә ул.?

Экологик тамғалар менән урман ҡағиҙәләрен ҡабатлау.

Тәрбиәсе-Ағас ботаҡтарын һындырма.!

Ҡош ояһын туззырма!.

Урманда шырпы менән уйнама!

Ҡысҡырып һөйләшмә,ҡоштар,йәнлектәрҙе ҡурҡытма.!

-Мәскәй әбей,ниңә күңелһеҙләндегеҙ?

Мәскәй әбей-Утын ташағанда,ҡулымды яралаған инем,ҡанһырап тора.

Тәрбиәсе-Хәҙер ярҙам итәбеҙ.Ҡайҙа беҙҙең « Тылсымлы ҡумта»(. Һауыттан ҡайсы,бинт,юл япрағы ала)

Мәскәй- Был тағы ниндәй үлән?

Балалар- Ҡайҙа әбей ҡулығыҙҙы дауалайыҡ.Ҡулын бәйләйҙәр Юл япрағы яраны тиҙ төҙәтә.

Мәскәй әбей: Эй,балаҡайҙарым,рәхмәт инде һеҙгә.Яҡшы күңелегеҙ өсөн.Бына күпме нәмәгә өйрәндем һеҙҙән.Былай булғас,үҙегеҙҙе ҡунаҡ итмәйенсә ҡайтармайым.Мәтрүшкәләп сәй эсерәм үҙегеҙҙе.