Статья в газету
статья по развитию речи
Нәфис әҙәбиәт һәм балалар фольклоры аша баланың рухи ҡиммәттәрен үҫтереү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
nfis_zbit_hm_balalar_folklory_asha_balanyn_ruhi.docx | 19.03 КБ |
Предварительный просмотр:
Нәфис әҙәбиәт һәм балалар фольклоры аша баланың рухи
ҡиммәттәрен үҫтереү
Беҙ ғилем, мәғрифәт, техника – ғөмүмән үҫеш кимәленең аҡыл етмәҫ дәрәжәлә юғары күтәрелгән бер заманында йәшәйбеҙ.
Рухи байлыҡтарға ҡарата күңелдәребеҙ ҡырыҫлана, китап уҡыуҙар кәмеп бара, әхлаҡ нигеҙҙәребеҙ бушанҡыраған. Ә бит китаптар уҡыр өсөн яҙылған , төрлө риүәйәттәр, легендалар тыңлар өсөн һөйләнелгән, өгөт-нәсихәттәр фәһем алыу, тәрбиәле булыу өсөн бирелгән.
Һәр осорҙа ла йәш быуынды рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләргә тырышҡандар.
Башҡорт халҡында тәрбиә ҡанундары теҙеп кенә яҙылмаған, әммә уның барлыҡ ижадында тәрбиә рухы сағыла: фәлсәфәүи фекерле эпостарҙан башлап йомаҡтарға тиклем, мәшһүр көйлө оҙон йырҙарҙан алып таҡмаҡтарға, бейеү һәм ҡул эштәренә саҡлы һәм был хәҙерге көндә лә актуаллеген юғалтмаған.
Федераль белем биреү стандартына “Рәсәй Федерацияһының мәғәриф һәм фән министрлығының 17.10.2013 йылда № 1155-се ҡарарына» нигеҙ булып рухи байлыҡ, изгелек тора.
Яңы стандарттарға ярашлы балалар баҡсаһында телмәр үҫешен арттырыуға йүнәлтелгән һәм милли культураны, тыуған телде, тыуған төбәкте, илде өйрәнеүе аша байытылыуын күҙ уңында тота. Үҙ халҡының рухи байлығын милли мәҙәниәтен өйрәнеү уны төбәктә йәшәгән башҡа милләт мәҙәниәте менән байытыу балала кешелек ҡиммәттәренен эҙмә-эҙлелеген аңлауға булышлыҡ итеп, юғары дәрәжәле милли үҙ-аңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхес булып формалыуына һәм үҫешенә нигеҙ һала. Беҙҙең киләсәгебеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышы йәш быуындың бөгөнгө тәрбиәһе менән тығыҙ бәйләнгән.
Халҡыбыҙҙың киләсәк быуыны телле лә, рухлы ла булһып үҫһен өсөн беҙ уның күңеленә тос, матур сифатлы орлоҡтар сәсергә тейешбеҙ.
Ағас тамырынан һут алған кеүек, йәш быуындыңда үҙ милләтенең рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләнеүе мотлаҡ. Үҫеп килгән быуынды көслө рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү – бөгөнгө мәғариф өлкәһендә лә төп мәсьәләләрҙең береһе.
Илһөйәрлек тойғоһон балала уятыу өсөн бала тәрбиәләүҙә рухи хазина булған фольклорҙы, нәфис әҙәбиәтте киң ҡулланыу зарур.
Нәфис әҙәбиәт, балалар фольклоры аша күпме белем, фәһем, рухи байлыҡ алырға була.
Ә нимә ул фольклор? Нәфис әҙәбиәт?
Балалар фольклоры – халыҡ һүҙе, ата-бабалар аҡылын туплаған халыҡ ижады гәүһәре ул. Ул баланың теленә, зиһененә, тойғо үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Фольклорҙа халыҡтың тормошҡа, хеҙмәткә, йәмғиәткә мөнәсәбәте, әхлаҡ мәсьәләләренә ҡарашы сағылдырылған. Фольклор байрамдары халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен яңынан тергеҙеү, йәнләндереү, өйрәнеү һәм таратыу маҡсатында үткәрелә, халыҡ йолалары менән таныштыра, ауыҙ – тел ижадына һөйөү уята. Ауыҙ – тел ижадында ни ҡәҙәр аҡыл – ул беренсе яҡтан тыуған тел байлығы булып, икенсе яҡтан – билдәһеҙ автор тарафынан сығарылып, быуаттар буйына шымартылып килеп, халҡыбыҙҙың ижади мираҫына әйләнеп киткән әҫәр ул һәм ул халыҡтың кешелеклек рухын тәрбиәлеүҙә хеҙмәт итә.
Берәй фольклор байрамын үткәреүгә әҙерлек ваҡытында беҙ тәүҙә әҙәбиәт менән танышабыҙ, ошо темаға ҡарата һүрәттәр ҡарайбыҙ, ни өсөн, ҡайһы ваҡытта үткәрелеүен аңлатабыҙ, үҙҙәренә ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ, байрамға ҡунаҡ саҡырабыҙ. Уйын, йыр, бейеү өйрәнәбеҙ. Үткәргәс инде – тәьҫораттар менән уртаҡлашабыҙ. Ошо байрамды үткәреү өсөн әҙерлек осоронда ғына ла фольклорҙың әһәмиәте ни тиклем ҙур икәнлеге күрәбеҙ түгелме?!
Балалар фольклоры үҙ эсенә халыҡ ижады әҫәрҙәрен ала һәм ул функцияһы буйынса күп төрлө: мәҫәлән, баланы йоҡлатыу өсөн – ололар тарафынан башҡарыла (теләк, юрау, бишек йыры, әүрәткес, һөйгөстәр, арбау- имләү, бейеү таҡмаҡтары, бармаҡ уйындары). Икенселәрен балалар үҙҙәре башҡара уйын ваҡытында. Өсөнсөләре бала күңелен асыу өсөн һүҙ уйыны булараҡ ҡулланыла.
Башҡорт халыҡ ижады төрҙәренең (жанр) тәрәнлеген, матурлығын балаға еткереү өсөн ололарҙың фольклорҙы яҡшы белеүе, өйрәнеүе шарт. Әгәрҙә үҙебеҙ телмәрҙә әйтем, мәҡәл ҡулланһаҡ, әкиәт геройының ҡыйыулығын миҫал итеп, тормошҡа бәйләп һөйләһәк, балаға тәрбиә биреүҙә был ысул өгөт-нәсихәткә ҡарағанда отошлораҡ була.
Көндәлек эш барышында халыҡ ижадын ҡулланыу нимә бирә, нимәгә өйрәтә?
- Мәҡәл , йомаҡ, йыр, уйын, әкиәт, таҡмаза, тиҙәйткестәр беҙҙең эштә киң ҡулланыла.
- Алғыштар - кешенең башлаған эшенә фәтихә биреү, уңыш теләү маҡсатында башҡарыла. Кешегә дәрт өҫтәй, рухын күтәрә.
- Бәйет - фажиғәле ваҡиғаға арналған шиғри әҫәр, фәһем, аҡыл бирә.
- Көләмәс – ҡыҫҡа, көлкө, тапҡыр хикәйә.
- Тыйнаҡ тыйыу жанры - әҙәп, тәртипкә өндәгән. Аҡыллыға ым-ишара тигәндәй кешегә көсләп тағылмай ғына аң-тоңло булырға өндәй. Мәҫәлән, аяҡ кейемен уңдан кей – юлың уңыр, сис һулдан - хәйерле булыр.
а) Бишек йыры зиһенде уята, теле асылыуға ярҙам итә.
б) Оҙон йыр – ил, ер, дуҫ-иш, язмыш тураһында була, балаға фонояҙма тыңлатып, тарихын һөйләһәң күңеленә һеңер.
в) Ҡыҫҡа йырға – таҡмаҡ инә. Таҡмаҡ көй менән әйтелә, йырланмай.
- Өндәшмәктәр тәбиғәт күренешенә, үҫемлек, хайуан, ҡоштарға бәйле.
- Оҡшатҡыстар ҙа – һүҙ мәғәнәһе юҡ, ә әйтелеш матурлығы бар.
Ғөмүмән әйткәндә, балалар фольклорында ауыҙ-тел ижады киң ҡулланыла.
Ә нимә һуң ул әҙәбиәт?
Балалар әҙәбиәте - тирә-йүндәге ысынбарлыҡты, кеше тормошон, уй-кисерешен , баланың аң - кимәлен, күңел донъяһына, психологияһына ҡарап, үҙенсә нескәлек менән сағылдырған ғәжәйеп бер сәнғәт өлкәһе ул. Һәр халыҡтың әҙәбиәт нигеҙендә ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың әхлаҡи ҡимәттәре ята. Әҫәрҙең тәрбиәүи асылы ошонда: әҙәп, әхләҡ тәьҫирле юлдарҙа сағыла.
Шулай итеп балалар әҙәбиәте фольклорҙан башлана. Фольклор, әҙәбиәт аша рухи булмышына битараф булмаған быуын тәрбиәләнә.
Балаларыбыҙ күпте белһендәр, матур итеп һөйләшһен тиһәк уларға әҙәби китапты күберәк уҡыу мотлаҡ. Заман талабына ярашлы әкиәт сюжеттарына нигеҙләнгән йәнһүрәт, видиотаҫма, компьютер дискылары тураһында ла хәстәрлек күреү яҡшы.
Баланы ҡыҙыҡтырырлыҡ , мауыҡтырғыс, сағыу һүрәтле, мажаралы, тәрбиәүи йөкмәткеле китап туплау, китап мөйөшө булдырыу һәм балаға көндә китапты ҡулға алыуҙы (һүрәттән ҡараймы, уҡы тейме, авторын һораймы) көн тәртибенең мотлаҡ бер өлөшөнә әйләндереү мөһим.
Китаптың һүрәтен ҡарау ҙа тәрбиәүи көскә эйә, китап биҙәүсе рәссамдарҙең картиналары эске рух байлығын үҫтерә. Китапҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү: йыртмау, бысратмау, ташламау, кәштәлә тотоу – был әҙәпле, тәрбиәле булыуҙың беренсе сифаты.
Баланың өйөндәге китабын алып килеп бер-береһе менән алмаштырып ҡарауы ҡыҙыҡһыныуҙы, эҙләнеү – тикшеренеүҙе, аралашыуҙы һәм телмәрен үҫтереүгә ярҙам итә.Әкиәт китаптарын балалар ныҡ ярата, әммә әкиәтте уҡыуға ҡарағанда, һөйләгәнде хуп күрә, сөнки пауза, логик баҫым, ым-ишара, хәрәкәт, тауыш әкиәттең тылсымлылығын көсәйтә. Әкиәт аша әхлаҡ принциптарын нығыта: дуҫлыҡҡа тоғро булыу; алдашыу, урлашыу – иң түбән холоҡ; мәкерлек – кешенең яуыз дошманы.
Әкиәт балаға тормошта йәшәүҙе, дөрөҫлөктө аңларға, үҙе һәм кеше ҡыланышына баһа бирергә өйрәтә. Бала әҫәрҙең йөкмәткеһе буйыса үҙе теләгән герой, ваҡиғаны һүрәткә төшөрөп ҡыуана, уҡыған әҫәрҙе сәхнәләштереү, фекер йөрөтөргә, ижади һәләтен, һүҙ байлығын арттырырға ярҙам итә. Ә уҡығанға рәссам картиналарын ҡарау- уның эстетик зауығын тәрбиәләй, һүҙлек байлығын үҫтерә, хис-телен образлы итә.
Шулай уҡ балаға легенда тураһында ла һөйләү зарур. Легенданы, риүәйәтте бала әкиәт кеүек ҡабул итә, шулайҙа үткәнде, тарихты күҙ алдына килтерә һәм был тирә-йүнгә бәйле ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныуын уята.Легендалар бик күп төрлө: батыр (Салауат), йылға – күл (Ағиҙел), ҡая, тау-таш (Әүлиә тауы), ырыу (Ғәйнә, Юрматы), ауыл (Иҫән, Әмин), күк есемдәре(Ете ҡыҙ, Зөһрә йондоҙ), үҫемлек, хайуан, ҡош(умырзая, ҡурай, сыңрау торна).
Ауыҙ-тел ижады балала әхлаҡлыҡ, кешелеклек, намыҫлылыҡ, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй. Был сифаттар юғалмаһын, тәрбиә эшебеҙ уңышлы барһын өсөн фольклор өлгөләрен өйрәнеү мәсьәләренә ныҡлы иғтибар итеү мотлаҡ.
Нәфис әҙәбиәт баланың әсә теленә һөйөү уята, ҡыҙыҡтыра, өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләй һәм ошо тел бөтә донъя әҙәбиәтенә юл аса, башҡа телдәрҙе лә өйрәнеү теләген уята. Ә үҙ телендә һөйләшкән , илен, ерен яратҡан бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк, милли ҡиммәттәрен беләсәк!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Статья в газету "Первые в жизни соревнования"
Статья в районную газету "Победа"....
Статья в газету "Доросли до первых медалей!!!"
Статья в районную газету "Победа". "Гимнастика – это самый массовый, самый красивый, самый доступный вид спорта. Данным видом спорта можно начинать заниматься с самого раннего возраста и у...
Статья в газету "Спортивные вести".
Статья в районную газету "Победа" о результатах соревнований по спортивной гимнастике....
Статья в газету "Мы умеем дружно жить"
Статья в районную газету "Победа". В МДОУ «Ромодановский детский сад» большое внимание уделяется вопросам охраны и укрепления здоровья детей, их полноценного физического развития, п...
Статья в газету "Папа, мама, я - спортивная семья"
Статья в районную газету "Победа" о проведении спортивного семейного праздника, который был организован в рамках проекта "Папа, мама, я - спортивная семья"....
Статья в газету "Веселые старты"
Статья в районную газету "Победа" о проведении семейного спортивного праздника посвященного Дню защитника Отечества....