Белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. " Серле ҡурай "
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Темаһы " Серле ҡурай " ( телмәр үҫтереү )

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_zanyatiya.docx17.43 КБ

Предварительный просмотр:

Һаумһығыҙ балалар! Башҡорт телендә матур, дөрөҫ итеп һөйләшер өсөн ауыҙ, телдәргә гимнастика эшләр кәрәк. Беҙ бөгөн дәресте артикуляцион гимнастиканан башлайбыҙ.

  1. Энә.
  2. Сәғәт тел.
  3. Торба.
  4. Телдәр менән футбол уйнайбыҙ.

Ә хәҙер ҡулдарҙы муйынға ҡуйып, тамаҡ төбө менән “Ҡ”, “Ҡ”, “Ҡ” тип әйтәйек

Ҡа-Ҡа-Ҡар

Ҡу-Ҡу-Ҡул

Ҡа-Ҡа-Ҡаш

Ошо һүрәттәргә ҡарап телөрәткесте ҡабатлап үтәйек

Ҡу-Ҡу-Ҡуян килде ҡунаҡҡа.

Ҡә-Ҡә-Ҡәдриә ҡәдәм алды.

Ҡу-Ҡу-Ҡурай үҫә ҡырда.

Ҡә-Ҡә-Ҡәҙерле ул һәр кемгә.

-Ә хәҙер матур итеп ултырайыҡ, ихтибар менән тыңлайыҡ әле, ниндәй музыка ҡоралы уйнай икән (музыка тыңлау)

-Танышһығыҙмы, балалр! Ниндәй ҡорал уйнай? (Ҡурай). Бергәләп әйтәйек әле, ҡурай (бер нисә тапҡыр ҡабатлау).

-Түңәрәккә баҫайыҡ. Ҡурай тураһында һөйләйем һеҙ ихтибар менән тыңлағыҙ!

-Ҡурай башҡорт халыҡының милли музыка ҡоралы.

-Ҡурайҙы ҡурай үләненән эшләйҙәр, ул урманда үҫә. Ҡурайҙың һабын ипләп кенә ҡырҡып алып, киптереп, алғы яҡтан дүрт тишек, артҡы яҡтан бер тишек тишәләр. Ҡурайҙа уйнағфн кеше, ҡурайсы тип атала. Ҡурай моңо бик моңло, ул миңә бик оҡшай.(Ҡурай түңәрәк буйлап йөрөй).

-Балар, ә һеҙ ҡурай тураһында тағыла яҡыныраҡ белеп уның менән уйнап алғы ғыҙ киләме? Улайһа дәртле көй аҫтында серле ҡураға ҡол тотайыҡ. (бейейҙәр бер түңәрәктә).

-Бына балалар серле ҡырайға килеп тә еттек. Уның нисә тажы бар икән? Һанайыҡ әле (7). Әйе, ете таж, ете ырыуҙы берләштерә. Серле ҡырайҙың һйр бер тажында һорауҙар, уындар, күнегеүҙәр йәшеренгән. Ошо һорауҙарға яуап бирһәк, беҙгә курай тағы ла нағыраҡ балҡып, нарланып китер.

-1-се таж. Балалар, килеүегеҙгә рәхмәт,мнемотаблица ярҙамында минең турала һөйләп ишеттерегеҙ!

-Был күнегеүҙе үтәр өсөн, экран янына киләйек әле. Ошо 1-се һүрәткә ҡарап нимә әйтергә була, кем әйтергә теләй, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. (Мәликә)- (Рания)-(Амирхан)-(Сәлим)-(Ләйсән). Ултырығыҙ балалар.

-Афариндар,балалар! Беҙ ҡурай тураһында һөйләп уны ҡыуандарҙыҡ 1-се тажы уның балҡып, ялтырап китте.

-2-се тажды алайыҡ әле, унда нимә тип яҙылған икән? «Ҡурай һәм ҡурайсы һүҙен ижеккә бүлеп берлектә һәм күплектә әйтегеҙ»

-Ҡу-рай, Ҡу-рай-ҙар.

Ҡу-рай-сы, Ҡу-рай-сы-лар.

-3-тажды Ҡурайсы (өс һүҙ) һүҙе менән һөйләм төҙө «Тере һүҙҙәр» уйынын уйнап алығыҙ. (Аяз, Рания, Ләйсән). Ултырған килеш исем ҡушам (Мәликә, Амирхан, Хәйҙәр) ике тапҡыр уйнала.

Физ-ка; «Ҡурайсы уйыны!»  1- тапҡыр уйнала

Ҡурай беҙҙе һаҡыра

Түңәрәккә баҫырға

Һыҙҙырт ҡурайсы ҡурайҙа

Бейеүсе баҫыр уртаға.

-4-се таж “Ҡ” өнө булған картина-һүрәттәрҙе сумаҙанға айырып һал. (һүрәттәр таратып бирелә, һәр береһе сыға). Бик яҡшы, балалар, был күнегеүҙе лә үтәнегеҙ.

-5-се таж  “Минең өлөштәрем менән таныш”

-Был ҡурайҙың нимәһе? (сәскәһе, һабағы, япрағы, тамыры). Афариндар, ултырығыҙ.

-6-сы тажды ла алып уҡыйыҡ әле. “Ҡурайсыны кейендер”(ИКТ уйыны)

-Балалар, бер- бар артлы сығып. Балалар бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ!

-7-се таж. Рәхмәт һеҙгә балалар. Һеҙҙең менән бик күңелле булды. Ә хәҙер, йомғаҡлап, бер-нисә һорауға яуап ҡайтарығыҙ, мин һеҙгә алдан әҙерләнем!

- Ҡурай ҡайһы халыҡтың милли музыкаль ҡоралы?

-Ҡура ҡайҙа үҫә?

-Ҡурайҙа уйнаған кеше, кем ул?

-Ҡурайҙа нисә тишеге бар?

-Ҡурай сәскәһендә нисә таж?

-Афариндар! Һау булығыҙ балалар!          


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Халыҡ -ара берҙәмлек көнөнә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

В преддверии Дня народного единства в нашем ДОУ прошли тематческие мероприятия,объединенные одной темой-"День народного единства".В ходе мероприятий дети в доступной форме познакомились с ис...

Белем биреү эшмәкәрлеге өсөн презентация һәм уйын " Серле ҡурай "

" Серле ҡурай " белем биреү эшмәкәрлеге өсөн презентация һәм ИКТ уйын. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө....

Һүрәт төшөрөү .Белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә һүрәт төшөрөү белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Темаһы : " Ҡар бөртөктәре "...

Белем биреү эшмәкәрлеге өсөн презентация һәм уйын " Серле ҡурай "

quot; Серле ҡурай " белем биреү эшмәкәрлеге өсөн презентация һәм ИКТ уйын. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө...