Йыл миҙгелдәре
материал по развитию речи (подготовительная группа)

Байчурина Зифа Агзамовна

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район

Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәге

муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн

"Йыл миҙгелдәре" темаһына

белем биреү эшмәкәрлеге конспекты

                                                                                 Әҙерләне:

                                                                                    тәрбиәсе  БайсуринаЗ.Ә.

Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.

Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль - коммуникатив үҫеш,художестволы- эстетик үҫеш.

Бурыстар.

Белем биреүсе: йыл миҙгелдәрен, уларҙың төп билдәләрен әйтергә, һәр миҙгелгә ярашлы төҫтәрҙе айыра белергә өйрәтеү.

Үҫтереүсе: балаларҙың артикуляция аппараттарын нығытыу, фонетик ишетеү һәләттәрен, эҙмә- эҙлекле һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: миҙгелгә ярашлы кейенергә, үҙ һаулығын һаҡларға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өйрәтеү, тәбиғәт күренештәренә күҙәтеүсәнлек, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Һәр йыл миҙгеленә ярашлы итеп йыһазландырылған төркөм бүлмәһе, компьютер, слайдтар, төҫлө ҡәләмдәр,сюжетлы һүрәттәр.

 Эшмәкәрлек барышы.

Ойоштороу.Сәләмләү.

Һаумы, алтын ҡояш!

Һаумы, һауа!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш!Ғәләм! Тыуған ер!

Миңә йән тыныслығы  бир!

Мин матур, мин сәләмәт

Салауат кеүек батыр.

Артикуляция күнегеүҙәре:

" Йылмайыу",    '' Көрәк''

 Тел төҙәткестәр.

Әҫ- әҫ-әҫ-- ағастарҙа бәҫ

Ыҫ- ыҫ- ыҫ -- хуш еҫле ылыҫ

Кө- кө-кө---

Һы-һы-һы--   

(уҡытыусы ижектәр әйтә, ә балалар һүҙҙәр уйлайҙар)

Бармаҡ уйыны.                                                                                                                                                                                

Һаумы, тылсымлы урман!

Һиңә һоҡланып ҡарап торам.

Дидактик уйын."Иғтибарлы бул"(уҡытыусы  һуҙынҡы өндәрҙең хәрефтәрен күрһәтә, балалар уларҙы әйтеп сығалар)

 Йомаҡ сисеү.

Бер ҡарттың ун ике улы бар

Шуның өсәүһе йәшел күлдәк кейә,

Өсәүһе һары сәкмән кейә,

Өсәүһе аҡ тун кейә.(йыл миҙгелдәре)

Йыл миҙгелдәре булып кейенгән балалар инә.

-Һаумыһығыҙ, һеҙ беҙҙе саҡырҙығыҙмы? Улар балалар менән танышалар ( Мин- Көҙһылыу,Ҡышбикә, Яҙһылыу, Йәйһылыу) һәм ҡунаҡҡа саҡыралар. Балалар тылсымлы таяҡ ярҙамында юлға сығалар,хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр. Талғын ғына көй уйнай,балалар ҡулдарын йәйеп , тылсымлы  һүҙҙәрҙе  әйтеп ”осоп” китәләр.

-Эй,елдәр нығыраҡ иҫегеҙ!

Беҙҙе серле миҙгелдәр иленә илтегеҙ! ( Ҡунаҡтарҙы Көҙһылыу ҡаршы ала, төрлө эштәр яҙылып һалынған кәрзин бүләк итә).Балалар көҙ тураһында шиғырҙар һөйләйҙәр, йомаҡтарға яуаптар табалар, һынамыштар, мәҡәлдәр әйтәләр.Көҙһылыуға балаларҙың яуабы  оҡшай һәм уларға мөғжизә бүләк итә. ( ағастарҙан төрлө төҫтәге япраҡтар ҡойолта)Балалар уға рәхмәт әйтеп сәйәхәтте дауам итәләр.

Балалар серле һүҙҙәрҙе әйтеүҙәре була,Ҡышбикәгә ҡунаҡҡа барып та етәләр. Ҡышбикәгә “Ҡыш”(С.Әлибай шиғыры, А.Ҡобағошов көйө)

Ағастарҙың кейемдәрен            Ҡыш килгәс тә хайран ҡалды,

Көҙ алып ҡалды сисеп,              Урманға баҡты йәлләп,

 Улар һалҡын көндәрҙә һуң          Ағастарға яба һалды

Түҙерҙәр инде нисек?                 Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.

йырын йырлайҙар, бер-береһенә ҡар йомарламдары ташлашып уйнайҙар, ағасҡа үҙҙәре менән алып килгән тағараҡты эләләр, ем һалалар, ҡоштарҙы,тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшәләр.Ҡышбикә балаларға боҙбармаҡ бүләк итә.

Улар боҙбармаҡты алыуҙары була, ҡаршыларына Яҙһылыу килеп сыға.Балалар яҙғы тәбиғәткә һоҡланалар, ҡоштар тауышын тыңлайҙар(аудиояҙма ҡуйыла).

-Балалар, боҙбармаҡты ашарға яраймы? Ни өсөн ярамай? (балаларҙың яуаптары. Ҡышһылыу балаларға кейемдәр күрһәтә, уйын ойоштора)

Дидиктик уйын “Быны ҡасан кейәләр?(Был быйма, уны ҡыш кейәләр. Ни өсөн быйманы ҡыш кейәләр?) Һаулыҡты һаҡлау,миҙгелгә ярашлы кейенеү тураһында әңгәмә ҡоралар,Яҙһылыу менән хушлашып Йәйһылыуға ҡунаҡҡа китәләр.

Йәйһылыу менән “ Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнайҙар. ------ ------ ------ ------ . һөйләм схемаһына ярашлы йәй миҙгеле тураһында һөйләмдәр төҙөйҙәр, бирелгән өнгә һүҙҙәр уйлайҙар, һүҙҙәрҙе ижеккә бүләләр.

- Әйҙәгеҙ балалар, йәй миҙгеле тураһында " е","с","к","у" өндәренә һүҙҙәр уйлайыҡ. Ошо һүҙҙәрҙе ижектәргә бүләйек.

Йәйһылыу менән хушлашып, тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеп төркөмгә ҡайталар.

Слайдта йыл миҙгелдәре һүрәттәре күрһәтелә.(Сәйәхәттә күргәндәрен ҡабатлайҙар)

-Балалар, ниндәй миҙгел иң һыуығы?

-Иң йылы миҙгел?

-Иң серле миҙгел?

Дидактик уйын ”Һәр миҙгелдә нимә күп?”

Көҙ – япраҡ       Яҙ - һыу

Ҡыш – ҡар       йәй – сәскә

Дидактик уйын.”Һәр миҙгелгә ниндәй төҫ тап килә?”

Көҙ – һары       Яҙ – йәшел

Ҡыш – аҡ        Йәй – ҡыҙыл

Индивидуаль эш.Һәр балаға төҫлө ҡәләмдәр һәм  япраҡһыҙ ағас һүрәте төшөрөлгән ҡағыҙ таратыла.Талғын ғына көй ҡуйыла.

-Балалар, һеҙгә ниндәй миҙгел оҡшай, шул миҙгелдең ағасын эшләгеҙ. –Был  миҙгел ни өсөн оҡшағанын  аңлатығыҙ (балаларҙың яуаптары). Дәресте  йомғаҡлау.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yyl_mizgeldre.docx16.57 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

"Йыл миҙгелдәре"

Темаһына эшмәкәрлек конспекты...