Һүрәтләү эшмәкәрлеге дәресе натуранан һүрәт төшөрөү «Ҡәнәферҙәр һауытта»
методическая разработка по развитию речи (подготовительная группа)
Маҡсат : Натуранан рәсем төшөрөү тәжрибәһен дауам итеү.
Бурыстар:
- Эште планлаштырыу этабында натуранан рәсем төшөрөү менән эскиз, нисек барлыҡҡа килеүе тураһында таныштырыу.
- Бирелгән предмет формаһының үҙенсәлектәрен нығытыу һәм балалар һүрәттәре күреп, сағыштырма күләме, уларҙың пропорциялары һәм конструктив бәйләнештәр өлөшөндә, фактура һәм төҫтәр күрә белергә өйрәтеү.
- Коммуникатив сифат, телмәр, хәтерҙе үҫтереү.
- Шәфҡәтлелек, яҡшылыҡ тойғолары тәрбиәләү.
- Яңы белем биреү (эскиз)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ood_risovanie_s_natury.doc | 38.5 КБ |
prezentatsiya_na_ood_9_maya.pptx | 2.04 МБ |
Предварительный просмотр:
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
«Миләш» балалар баҡсаһы, Асҡар ауылы
Әбйәлил районы Башҡортостан Республикаһы
Һүрәтләү эшмәкәрлеге дәресе
натуранан һүрәт төшөрөү
«Ҡәнәферҙәр һауытта»
Төҙөнө һәм үткәрҙе:
тәрбиәсе Рысбаева А.С.
Маҡсат : Натуранан рәсем төшөрөү тәжрибәһен дауам итеү.
Бурыстар:
- Эште планлаштырыу этабында натуранан рәсем төшөрөү менән эскиз, нисек барлыҡҡа килеүе тураһында таныштырыу.
- Бирелгән предмет формаһының үҙенсәлектәрен нығытыу һәм балалар һүрәттәре күреп, сағыштырма күләме, уларҙың пропорциялары һәм конструктив бәйләнештәр өлөшөндә, фактура һәм төҫтәр күрә белергә өйрәтеү.
- Коммуникатив сифат, телмәр, хәтерҙе үҫтереү.
- Шәфҡәтлелек, яҡшылыҡ тойғолары тәрбиәләү.
- Яңы белем биреү (эскиз)
Таратма материалдар: ваза менән ҡәнәфер, аҡ ҡағыҙ биттәре, төҫлө буяуҙар, ҡыл ҡәләмдәр, ябай ҡәләмдәр.
Эшмәкәрлек барышы:
-Балалар, беҙ бөтәбеҙҙә кисәге көн оло байрам шаһиты булдыҡ. Һеҙ ул байрамда нимәләр күрҙегеҙ? Нимәләр ныҡ иҫегеҙҙә ҡалды? (балалар яуабы)
- Был байрамдың символдары нимәләр булып тора? (георгий таҫмаһы, гвоздика-ҡәнәфер сәскәһе, күгәрсендәр һ.б.)
- Бына бөгөн һеҙгә лә мин ҡәнәфер сәскәләрен алып килдем. Был сәскәләр һауытта ултыралар (ваза). Мин һеҙгә кәнәферҙәрҙе һауыты менән ултырғанын һәрәт төшөрөп алып килдем. Әйҙәгеҙ был һүрәттә һеҙ нимәләр күрәһәгеҙ әйтеп үтәйек (ваза-һауыт, кәнәферҙәр, өҫтәл)
-Ниндәй төҫтәр ҡулланылған был һәрәттә? (ҡыҙыл, йәшел, ......)
- Был һүрәттә иң мөһиме кәнәфер сәскәләре булып тора. Сәскәларгә иғтибар итәйек. Нисә сәскә күрәһегеҙ? Ниндәй төҫтә улар?
- Артабан иғтибарҙы балалар, һауытына (вазаға) йәлеп итегеҙ. Ул ниндәй формаға оҡшаған? Ниндәй төҫтә?
- Был һауыт сәскәләр менән нимәлә ултыра, балалар? (өҫтәлдә). Өҫтәлдең ҡайһы ерендә урынлашҡан? (уртаһында)
Һүрәтте ентекләп өйрәндек. Сәскәләрҙе ныҡ бәләкәй итеп төшөрмәгеҙ. Һауыт менән сәскәләҙен пропорцияһына иғтибар итеп һүрәтләгеҙ.
- Барлыҡ художниктар үҙ эштәрен эскиздан башлайҙар. Ә нимә ул һуң –эскиз?
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ балалар, һүрәтте нимә менән төшөрә башлайбыҙ? (ҡыл ҡәләме менән, ныҡ итеп баҫмай)
Ҡыл ҡәләм менән төшөрөлгән һүрәт эскиз тип атала.
- Ә ни өсөн эскиз эшләп алыр кәрәк тип уйлайһығыҙ? (балалар яуабы)
Дөрөҫ балалар һүрәтте ҡағыҙ битендә дөрөҫ урынлаштырыр, һәр предметтың пропорцияһын һаҡлап, ныҡ итеп ҡәләмгә баҫмай төшөрөргә, артығын юйғыс менән төҙәтер өсөн.
Тәрбиәсе эскиз төшөрөп күрһәтә. Эш барышын һөйләй.
- Иң тәүҙә һауытты төшөрә башлар кәрәк. Ҡағыҙ битенең уртаһына 3 һыҙыҡ төшөрөп алабыҙ. Артабан ул һыҙыҡтарҙы тоташтырабыҙ. Һауытты өҫтәл уртаһында ултырған кеүек төшөрәбеҙ. Һуңынан сәскәләргә күсәбеҙ. Сәкәләрҙең таждарын төшөрәбеҙ, һыңынан һабаҡтарын, япраҡтарын.
Бына беҙҙең һүрәттең эскизы булды. Эскиз эшләгәндән һуң һүрәтте буяйбыҙ.
- Балалар ниндәй эштән башлайбыҙ һүрәтте?(эскиздан, балалар эскиз тураһында һөйләп үтәләр)
- Эште башланыҡ балалар. Һүрәттәрегеҙ дөрөҫ, матур килеп сығырына ышынам.
Балалар эшмәкәрлеге. Һүрәттәр эшләнеп бөткәс натура эргәһенә эленә. Сағыштырыла. Баһа бирелә. Балаларҙы маҡтау.
Предварительный просмотр:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"яшелчәләр белән танышу" тирә-юнь белән танышу дәресе.(уртанчылар төркеме)
Максат: Яңа сүзләр белән таныштыру:чөгендер,кишер,озынча,сала,җыялар.Балаларны яшелчәләр белән таныштыруны дәвам иттерү,аларның сыйфатларын билгеләү.Дәрестә игътибарлы булуларына ирешү.Картинага карап...
Тема:Авылым урамы. Ябыштыру дәресе (уртанчылар төркеме)
Максат: Йорт рәсемен дөрес фигуралардан ябыштырырга өйрәтү,үз авылыбызның матурлыгын күрү, соклану, аны баету хисләре тәрбиәләү, милли бизәкләрне таный, кисә, куллана белү сәләтләрен камилләштерү; ябы...
Тема:Авылым урамы. Ябыштыру дәресе (уртанчылар төркеме)
Максат: Йорт рәсемен дөрес фигуралардан ябыштырырга өйрәтү,үз авылыбызның матурлыгын күрү, соклану, аны баету хисләре тәрбиәләү, милли бизәкләрне таный, кисә, куллана белү сәләтләрен камилләштерү; ябы...
Тема:"Тапкырлар иленә сәяхәт"математика дәресе(мәктәпкә әзерлек төркеме)
Максат:Шакмаклы дәфтәр битенә тәрбияче әйтүе буенча төрле геометрик фигуралар төшерергә өйрәтү; кәгазь битенен ун,сул,аскы,өске якларын дөрес атау; 20 кадәр санау күнекмәләрен ныгыту; атна көннәрен, е...
Тема: 6 саны белән танышу.математика дәресе(зурлар төркеме)
Тема:6 саны белән танышу. Максат: 6 санының 1 гә арттыру ярдәмендә килеп чыгуын аңлату. Аның язылышы белән танышу. Мәсьәләләр төзергә өйрәнүне дәвам иттерү. Геометрик фигуралар турында белемнәрен...
Тема: 6 саны белән танышу.математика дәресе(зурлар төркеме)
Максат: 6 санының 1 гә арттыру ярдәмендә килеп чыгуын аңлату. Аның язылышы белән танышу. Мәсьәләләр төзергә өйрәнүне дәвам иттерү. Геометрик фигуралар турында белемнәрен арттыру.Җиһазлау:Геометрик фиг...
Уртансылар төркөмөндә тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Коммуникация эшмәкәрлеге. Тема: “Икмәк сере”
Конспект заняти В средней группе "Икмак сере"...