“Өләсәйҙә ҡунаҡта”.
план-конспект занятия по развитию речи (старшая, подготовительная группа)

Кутдусова Гульнара Ураловна

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең әйтелешен нығытыу,  һүҙҙә бирелгән өндөң урынын табыу буйынса күнекмәләр үткәреү, һүҙгә өн- ижек анализы яһау һәләтен үҫтереү, сюжетлы һүрәт буйынса ҙур булмаған һөйләмдәр төҙөргә, һөйләмдең схемаһын эшләргә өйрәтеүҙе дауам итеү, иғтибарлыҡты, фекерләү һәләтен, фонематик һәләтен үҫтереү, дәрескә ҡыҙыҡһыныу арттырыу, коллектив хеҙмәткә өйрәтеү.

 

Йыһазландырыу: алма ағасы, һүрәттәр, схемалы кәрзиндәр, өндөң урынын билдәләү карточкалары, һөйләм схемалары.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon olsyz_kunakta.doc657.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  “Өләсәйҙә ҡунаҡта”.

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең әйтелешен нығытыу,  һүҙҙә бирелгән өндөң урынын табыу буйынса күнекмәләр үткәреү, һүҙгә өн- ижек анализы яһау һәләтен үҫтереү, сюжетлы һүрәт буйынса ҙур булмаған һөйләмдәр төҙөргә, һөйләмдең схемаһын эшләргә өйрәтеүҙе дауам итеү, иғтибарлыҡты, фекерләү һәләтен, фонематик һәләтен үҫтереү, дәрескә ҡыҙыҡһыныу арттырыу, коллектив хеҙмәткә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: алма ағасы, һүрәттәр, схемалы кәрзиндәр, өндөң урынын билдәләү карточкалары, һөйләм схемалары.

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу моменты.

Беҙгә хат килгән. Ребусты сисһәгеҙ, хатты кемдән килгәнен белербеҙ.

’’  ЛӘ

        

  • Хат кемдән килгән? Беҙгә хат өләсәйҙән килгән. Ул беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырған.  Һеҙҙең өләсәйҙәр бармы? Улар ҡайҙа йәшәй? Тимәк, беҙ ауылға өләсәйгә ҡунаҡҡа барабыҙ.

Бер- бер артлы тотондоҡ, паровоз яһаныҡ,

Алға барабыҙ: тик-так-так, 

Гөрләп саба паровоз, юл тап—тап.

Аҡ төтөн сығара, пүх-пух-пух.

Вагондар йырлап бара; ах-ах- -ух-ух.

Һыҙғыртҡыс яңғырап китә; ту-ту-тү-тү.

Бик күп ерҙе үттек; сың- сың-сың.

Ауылға килеп еттек; дың-дың-дың.

-Өләсәй беҙҙе ҡаршы ала. Баҡсала үҫкән алма ағасынан алмаларҙы йыйышһағыҙ,  тәмле алма бәлеше бешереп ҡунаҡ итәм, ти. Балаларҙы алма йыйырға баҡсаға алып сыға.

2. Тын алыу юлына күнегеү. Хуш еҫтәр еҫкәү.

Баҡсала бик хушлы еҫтәр сыға.Танау менән тын алып, ауыҙҙан сығарыу. Бер тын сығышында а, ә, о, ө, у, ү өндәрен әйтеү. Беҙ ниндәй өндәрҙе әйттек? (һуҙынҡы өндәр).

3.Ижектәр әйтеү.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡы өндәр менән һуҙынҡы өндәрҙе дуҫлаштырыу һәм ул бүлемдәрҙе йырлап күрһәтеү.

һә-һө-һү-һе     ңә-ңө-ңү-ңе,

ғә-ғө-ғү-ғе        ҙә-ҙө-ҙү-ҙе,

             ҫә-ҫө-ҫү-ҫе.

4.Бармаҡ уйыны “Алма”.

Бармаҡтарым арыны,

Йыйып алам алманы.

Бер алма, ике алма-

Һәр алмаһы – һап- һары.

(һүҙҙәрҙе әйткәндә бармаҡтар менән хәрәкәт яһау).

    Алма ағасы үҙенең алмаларын бик еңел генә бирәһе килмәй,       һеҙҙең белемегеҙҙе тикшереп ҡарай. Әгәр дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, тик шул осораҡта ғына алмағасы алмаларын бирә.

5. “Өндөң урынын ” тап уйыны. Һәр алма- һүрәтле. Алма һүрәтендә һуҙынҡы өндәр булған  алмалар кәрзингә тултырырға һәм өндөң ҡайҙа ишетелеүен (һүҙҙең башында, уртаһында, аҙағында) әйтергә.( ҡарағат, ҡауын, ҡарбуз, һарымһаҡ, шалҡан, ҡабаҡ). Шалҡан һүҙенә анализ яһау. Был һүҙҙә нисә өн ишетелә? Беренсе өн ниндәй.?Ул ниндәй өн? Һ.б.

6. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Һүҙҙәрҙе ижек төҙөлөшө буйынса кәрәкле кәрзиндәргә тултырыу.

1-се кәрзингә бер өлөштән , йәғни бер ижектән торған алмалар йыйыу.(ҡаҙ, күҙ, өй, мәк, гөл,ҡул),

2-се кәрзингә ике өлөштән, йәғни ике ижектән торған алмалар  йыйыу.( йоҙаҡ, сейә, һуған, кәрзин,еләк, үтек),

3- се кәрзингә өс өлөштән, йәғни өс ижектән торған алмалар йыйыу.( кәбеҫтә, ҡарағат, әлморон, күбәләк, юлбарыҫ, үрмәксе).

7. Туп менән уйын. “Ниндәй емеш?”. Тупты тотоп алыусы мин әйткән

Һүҙҙең билдәһен әйтә һәм тупты кире миңә тапшыра.

Алма (һутлы, тәмле, ҡыҙыл, йәшел, һары, йомро),

Сейә( кып-кыҙыл, тәмле,һутлы, йомро, бешкән ).

8. Һөйләм төҙөү.

Балалар беҙ һеҙҙең менән төрлө- төрлө һүҙҙәр әйттек, алмалар йыйҙыҡ. Хәҙер ошо һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөп алайыҡ һәм һөйләмдәргә схема төҙөйөк.

Балалар күмәкләп алма йыйҙылар.(Был һөйләмдә нисә һүҙ?)

Кәрзиндә һутлы алмалар.

Өләсәй тәмле бәлеш бешерҙе.

Өләсәй алма бәлеше менән балаларҙы һыйланы.

  9. Шиғыр уҡыу.

Тәмле бәлештәре  менән

Һыйлай беҙҙе өләсәй.

Алма бәлештәре менән

Эсәбеҙ, беҙ тәмле сәй.

 Өләсәй менән хушлашырға ваҡыт та етте. Рәхмәт әйтәйек һәм ҡайтырға юл тотайыҡ. Паровоз булып теҙелеп баҫтыҡ.

Гөрләп саба паровоз

Аҡ төтөн сығара, пух-пух-пух.

Вагондар йырлап бара ах-ах-ах.

11. Дәрескә баһа биреү.