Тема: “Белем ҡалаһына сәйәхәт”.
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа) на тему
Предварительный просмотр:
Мәктәпке әҙерлек төркөмө өсөн
ДӘРЕС ӨЛГӨЛӘРЕ
Тема: “Белем ҡалаһына сәйәхәт”.
Максат: предметтарҙы төркөмләргә өйрәтеуҙе дауам итеү;
бәйләнешле телмәр уҫтереу; һүҙлек запасын байытьгу; тирә-йүнгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләу.
Һузлек эше: һатыу үҙәге..
Типик грамматик конструкциялар: Көҙгө байлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс . Алтын көҙ арты-һалҡын көҙ.Башаҡ тулған һайын башын түбән эйер.
Йыһазландырыу: һүрәтттәр,уйынсыҡтар.
Дэрес барышы
— Балалар, бөгөн ҡала буйлап сәйәхәткә барабыҙ. Ә нимә менән сәйәхәткә барғанды һеҙ йомаҡтың яуабын сисеп белерһегеҙ.
Эй,бер өй саба,өй саба, Һығыла билгенәһе, Аяҡтары резина, Тимерҙән дилбегәһе, Тәҙрәләре күп икән. Йә, уйлап әйтеп ҡара, (Автобус.)
-Дөрөҫ,балалар.Нисәнсе маршрутҡа ултырабыҙ -Дүртенсе йә бишенсе маршрутҡа. -Бөтәгеҙ ҙә урынығыҙҙы таптығыҙ, хәҙер юлға сығайыҡ.Уйынсыҡтар магазины туҡталышы. -Был туҡталышта кем йомаҡ сисә, шул уйынсыҡ ала.
Йәйен һоро, ҡышын ак,
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ. (Ҡуян)
Ҡуңыҙ тугел —.- гөжләй,
Ҡош тугел — оса. (Самолет.)
Ауыҙы юк, куп телле,
Дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун.)
Аяҡтары, ҡулдары бар,
Нәҡ кеше төҫлө үҙе Мин һәйләшәм, ул өндәшмәй, Ауыҙынан сыҡмай һүҙ. (Курсак.)
-Афарин, балалар! һеҙ үҙегеҙ теләгән уйынсыҡтарҙы::
алдыгыҙ. Юлды дауам итәйек.
Киләһе туҡталыш “Һатыу уҙәге” тип атала.
Карточкалар менән эш:
— Балалар, был магазинда нимәләр һатыла?
— Тәрилкә, сынаяк, ҡалаҡ, таба...
— Бер һүҙ менән нимә тип әйтәбеҙ?
— Һауыт-һабалар.
Дөрөҫ! Ә был нимә?
— Алма.
— Ул ниндәй магазинда һатылырға тейеш?
«Йәшелсә-емештәр» магазинында.
— Унда алма, әфлисун, банан, ҡыяр, помидор, лимон, сливалар һатыла.
— Дөрөҫ, балалар!
— Әйҙәгеҙ, йәшелсә менән емештәрҙе айырып һалайыҡ. Емештәрҙе уң як кәштәгә, йәшелсәләрҙе һул яҡ кәштәгә һалайыҡ.
— Афарин , был туҡталышта ла зирәк икәнегеҙҙе күрһәттегеҙ.
— Балалар, әйҙәгеҙ әле, “Һана һәм төҙө” тигән уйын уйнап алайык. Һеҙгә һүрәттәр. күрһәтәм ,ә һеҙ нисә таяҡса икәнен һанағыҙ,шунан мин һурәттәрҙе йәшерәм,ә һеҙ эшләп күрһәтегеҙ. — Афарин, балалар! Был уйында ла иғтибарлы булдығыҙ. Тагы бер туҡталышка килеп еткәнде Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Был туҡталыш нимә тип атала, кем әйтер?
— “3оопарк”. (өстәлдә йылы як хайуандарының уйынсыҡтары теҙелгән)
— Бында нисә хайуан?
Фил уң яктан нисәнсе?
Фил уң яктан бишенсе.
— Жираф һул яҡтан нисәнсе?
— Жираф һул яҡтан алтынсы.
Маймылдың эргәһендә нимәләр тора?
Маймылдың алдында — фил, артында жираф тора.
— Афарин, балалар! Әйҙәгеҙ, зоопарктың хайуандары менән хушлашып, юлды дауам итәйек.
Автобус ҡаланан сығып китә һәм “Урман” туҡталышына
барып туҡтай.
— Беҙҙең тауышҡа ҡоштар, хайуандар ҡурҡмаһын өсөн үҙебеҙҙе тыныс ҡына тотайыҡ.
Ял минуты (хәрәкәттәр менэн).
Беҙ көгө япрактар: Ел иҫте — беҙ осток, Ергә әкрен генә төштөк. Ел тағы иҫә-иҫә, Әйләнеп осоп киттек, Тағы ла ергә төштөк.
-Балалар,тәбиғәт тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ
Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс,
Яҙғы ашлыҡты боҙға сәс.
Алтын көҙ арты-һалҡын көҙ.
Башак тулған һайын башын тубән эйер.
— Афарин, балалар! Балалар, беҙгә баҡсаға ла кайтырғ ла вакыт етте.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия по технологии(старшая группа).Тема: "Белая лилия".
Научить детей из картона и на их основе выполнять аппликацию....
Конспект интегрированного занятия в подготовительной группе тема "Белая книга зимы"
Занятие проводилось с детьми подготовительной группы в рамках районно-городского семинар-практикума музыкальных руководителей ДОУ....
Конспект интегрированного занятия тема "Белая книга зимы"
Занятие проводилось с детьми подготовительной группы в рамках районно-городского семинар-практикума музыкальных руководителей ДОУ....
Тема: «БЕЛЫЙ СНЕГ ПУШИСТЫЙ».
КОНСПЕКТ НЕПОСРЕДСТВЕННО ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ВОСПИТАТЕЛЯ С ДЕТЬМИ МЛАДШЕЙ ГРУППЫ по ХУДОЖЕСТВЕННОМУ ТВОРЧЕСТВУ. ИНТЕГРАЦИЯ ОБРАЗОВА...
Интегрированное логоритмическое занятие на тему "Белая книга зимы"
Цели: объединение опыта и знаний детей для создания целостной картины мира; закрепить умение отвечать на вопросы полным ответом; вызвать эмоциональный отклик; развивать творческое воображение; развива...
Конспект открытой интегрированной образовательной деятельности в старшей группе по аппликации Тема: «Белые грибы» . План-конспект НОД в средней группе по аппликации на тему: «Овощи и фрукты »
Использование нетрадиционных средств в занятиях по аппликации с детьми старшего дошкольного возраста...
Тема недели: «Животный мир зимой» Конспект занятия по рисованию в подготовительной группе Тема: «Белый медведь»
Цель: Формирование устойчивого интереса к изобразительной деятельности. Задачи: Воспитательные: 1. Воспитывать интерес к животным холодных стран. Обучающие: 1. Учить детей использовать свои ...