Проект "Башҡорт аты-башҡорт халҡының ғорурлығы"
проект (старшая группа)

Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

Проект"Башҡорт аты-башҡорт халҡының ғорурлығы".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proekt_at_turynda.docx21.08 КБ

Предварительный просмотр:

                  Проект «Башҡорт аты-башҡорт халҡының ғорурлығы”

                                                   Инеш

“Башҡорт булған ерҙә ат бар-ат булған ерҙә башҡорт бар”-, тип әйтәләр. Ысынла та, милләтебеҙ тарихында ат мөһим урын алып тора. Борон замандарҙа көндәлек тормошто аттан башҡа күҙ алдына килтереп булмаған. Бөгөнгө көндә лә аттар кәрәкме? Уларҙың ниндәй төрҙәре, әһәмиәте бар?Был һорауҙар беҙҙе эҙләнеү эшенә этәрҙе.( йүнәлтте)

    Эшебеҙҙең маҡсаты: аттарҙың үҙенсәлектәрен,  кеше тормошонда әһәмиәтен өйрәнеү.

Маҡсат: балаларҙы йорт хайуандары менән таныштырыу( ат).

Бурыстар:аттарҙың кешеләр тормошондағы ҡулланылышын өйрәтеү,беҙҙең  ерлектә атсылыҡ тармағының үҫешен өйрәнеү,аттар  тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплау, һүҙлек эшен алып барыу,балаларҙың телмәрен, иғтибарын, хәтерен үҫтереү.

Проекттың төрө: танып белеү.

Ғәмәлгә ашырыу ваҡыты: урта сроклы проект.

Ҡатнашыусылар:төркөмсә.

Теманы үҙләштереү йомғаҡтары:

-интегратив сифат «Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем»:уйындарҙа әүҙемлек  күрһәтә, иғтибар менән тыңлай белә,һүрәттәрҙе ҡарау,әңгәмәләр ваҡытында әүҙемлек һәм ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, тәрбиәсәгә яуап бирергә, үҙ фекерен әйтергә тырыша;

-интегратив сифат: «Эмоциональ яҡтан ярҙамсыл»:өлкәндәрҙең өлгөһөнә оҡшатып эмоциональ ярҙамсылығын белдерә;

интегратив сифат: «Өлкәндәр һәм тиҫтерҙәре менән аралашыу сараларын һәм аралашыу ысулдарын үҙләштереү” өлкәндәр менән берлектә эшмәкәрлеккә теләп ҡушыла һәм уның эшмәкәрлегенә оҡшатып эшләй;

интегратив сифат: «Үҙ тәртибен идара итә һәм үҙенең ғәмәлдәрен беренсел ҡиммәттәр нигеҙендә планлаштыра ала, дөйөм ҡабул ителгән нормаларҙы һәм тәртип ҡағиҙәләрен үтәй": эшмәкәрлегенең төрлө ысулдарын белә: үҙ-үҙен белдерергә ынтыла, төркөмдә аралашыу ҡағиҙәләрен үтәй;

интегратив сифат: Йәшкә ярашлы интеллектуаль һәм шәхси мәсьәләләрҙе( проблемаларҙы) хәл итә ала”: өлкәндәр ҡуйған ябай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙләштерелгән белемде һәм эшмәкәрлек ысулдарын ҡуллана ала;

интегратив сифат: «Үҙен, ғаиләһен, йәмғиәтен, дәүләтен, донъяһын һәм тәбиғәтен беренсел күҙаллаған аттарҙы һәм уларҙың тоҡомдарын белә һәм атай”

Проекттың белем биреү өлкәләре

Балалар эшмәкәрлеге    төрҙәре

       Балалар башҡарған эшәмәкәрлек

              1

            2

                            3

«Танып белеү»  проекттың төп белем биреү эшмәкәрлеге

Танып белеү, тикшеренеү

Аттарҙың тоҡомдарын, әһәмиәтен, йәшәйештәрен, үҙенсәлектәрен белә.

“Физик культура”

Хәрәкәтләнеү әүҙемлеге

Ял минуттарын үткәргәндә тәрбиәсенең тексты буйынса хәрәкәттәрҙе ҡабатлай беләләр

«Телмәр үҫтереү”

Телмәр үҫтереү

Һорауҙың характерына ҡарап, яуап биргәндә(тәрбиәсе ярҙамында) төрлө типтағы һөйләмдәр ҡулланыла, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтәләр, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашыу процессында интонацион сағылдырыу сараларын ҡулланалар

“Художестволы ижады”

Продуктив

Һүрәттәрҙе буяйҙар, төрлө төҫтәрҙе сағылдырыу сараһы итеп ҡулланалар, ҡәләмдәрҙе дөрөҫ тотоп, һүрәт контурҙарынан сыҡмаҫҡа тырышалар

“Нәфис әҙәбиәт уҡыу»

Нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү

Сәнғәт әҫәрен иғтибар менән тыңлай һәм ҡабул итә беләләр

                                       Проект барышы:

1.Әңгәмә « Аттар»

-Һүрәттәрҙе ҡарағыҙ. Кемде  күрәһегеҙ?( Йорт хайуандары)

- Әйтеп бирегеҙ. ( һыйыр, кәзә, һарыҡ, сусҡа, ат)

-Улар нисек  «һөйләшә?»

-Ат тураһында нимәләр беләһегеҙ? ( йорт хайуаны,  кешелёргә ярҙам итә,  тоғро,матур, ярыштарҙа ҡатнаша һ.б)

-Нимә ашайҙар?( үлән, бесән, һалам, һоло, һыу эсә)

-Ҡайҙа йәшәйҙәр? ( ат һарайында, фермала)

     Ял минуты:
1.Топ-топ-топ итә,
Тауға менһә, һоп итә.

( ҡулдар билдә, аяҡтар менән ат кеүек хәрәкәттәр эшләйҙәр)
Минең атым елдерә,
Бар ергә лә өлгөрә.

( Аттың йүгәнен тотҡан булып, йүгерәләр)


2.Бәләкәс кенә ҡолон (Аяҡтарҙы ат кеүек ҡуялар)

Үҫтергән оҙон толом. ( сәстәрен күрһәтеп)

Эй көҙгөгә ҡараған,  ( көҙгөгә ҡарағандай ҡулға ҡарайҙар)

Эй толомон тараған.   ( сәс тараған кеүек күрһәтәләр)

Ә әсәһе ҡыуана:

"Ҡыҙым эшкә яраған!"    ( ҡул сабалар).

2. Шиғыр ятлау.  М. Ғәли «ҠОЛОН”

Тулҡына үлән диңгеҙе,

Сайҡала йәйге болон,

Бәрхәттәй болон өҫтөндә

Уйнаҡлап йөрөй ҡолон.

Көн буйы һутлы үләнде

Ул тәмләп ашап туя.

Оло аттарға ҡарай ҙа

Ҡысҡырып кешнәп ҡуя.

3.Башҡорт халыҡ әкиәте “Күк ат”.

Китаптағы һүрәттәрҙе ҡарау. Эстәлеге буйынса эңгәмә.

4. 1.«Ҡара юрға» эподромына сәйәхәт.

-Балалар, беҙ бөгөн  аттар янына эподромға барабыҙ. Ҡайҙа ҡунаҡҡа барһаң да, үҙеңде  нисек тотарға кәрәк? ( тыйнаҡ, шауламаҫҡа, йүгермәҫкә һ.б)

- Дөрөҫ, балалар, эподромда аттар күп, уларҙы ҡурҡытырға ярамай. Беҙҙе ҡаршы алған ағай нимә әйтә, иғтибар менән тыңларға кәрәк, ситкә китмәҫкә)

- Кемде кңрәһегеҙ?

-Хәтерләйһегеҙме, аттар төрлө була?

Балалар  аттарҙы ҡарайҙар.

-Нимә ашайҙар улар?

-Нисек  аралашар? ( кешнәйҙәр)

-Ҡайҙа йәшәйҙәр? ( һарайҙа)

- Ат тураһында тураһында шиғырҙы иҫкә төшөрәйек әле.

Ат менән Аҡбай
Ат бит күп эшләп,
Тирләгән тамам,
Бик ныҡ асыҡҡан,
Бик ныҡ һыуһаған.
Ул шулай эшләп
Ҡайтып инеүгә,
Ҡаршыға Аҡбай
Йүгереп килә.

Мәжит Ғафури.

2. “Шаймуратов Генерал” исемен йөрөткән класс уҡыусыларының “Иппотерапияһын” балалар менән күҙәтеу.Уҡыусылар менән әңгәмә ойоштороу.

5.Буяу «Ат»

Балалар буяу дәфтәрендә ат һүрәтен буяйҙар.

6.Балалар өсөн ат, ҡолон тураһында шиғырҙар уҡыу. 

Ат менән Аҡбай
Ат бит күп эшләп,
Тирләгән тамам,
Бик ныҡ асыҡҡан,
Бик ныҡ һыуһаған.
Ул шулай эшләп
Ҡайтып инеүгә,
Ҡаршыға Аҡбай
Йүгереп килә.
Шатланып сабып
Эй Аҡбай йөрөй.
Боттарын тешләй,
Шаярып юрый.
Гүйә ул ярҙам
Итмәксе була,
«Рәхмәт, атҡайым, —
Тимәксе була. —
Арып ҡайтҡанһың,
Кил, аҙыҡ бирәйем,
Һыуһап ҡайтҡанһың,
Кил, һыу эсерәйем».

Мәжит Ғафури.

ҠОЛОНСАҠ
Өйөрҙә бер күк ҡолон,
Ҡойроғо – бөҙрә толом.
Күҙҙәре – янар йондоҙ,
Яналар хатта көндөҙ.
Мороно – ебәк бәрхәт,
Яратыуҙары рәхәт.
Терпе ялын тараныҡ,
Таҫма тағып ҡараныҡ.
(З.Йәнбирҙина)

МИНЕҢ АТЫМ
Топ-топ-топ итә,
Тауға менһә, һоп итә.
Минең атым елдерә,
Бар ергә лә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)

ҠОЛОНСАҠ
Мин килгәнсе олатайҙың
Бейәһе ҡолонлаған.
Бергә сабып уйнаһындар,
Тигәндер, болондарҙа.
Ҡолонсағым, ҡолонсаҡ
Үҫеп бейә буласаҡ.
Өләсәйем уны һауып
Ҡымыҙ бешеп ҡуясаҡ.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)

ҠОЛОН
Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!
(Ф.Туғыҙбаева)

ҠОЛОН
Тулҡына үлән диңгеҙе,
Сайҡала йәйге болон,
Бәрхәттәй болон өҫтөндә
Уйнаҡлап йөрөй ҡолон.
Көн буйы һутлы үләнде
Ул тәмләп ашап туя.
Оло аттарға ҡарай ҙа
Ҡысҡырып кешнәп ҡуя.
(М.Ғәли)

АРҒЫМАҒЫМ
Арғымағым елдерә,
Бар ергә лә өлгөрә.
Елберләй ялы елгә,
Саң борлай ҡара ерҙә.
(А.Йәғәфәрова)

ҠОЛОН
Ҡолон әле аяҡланмаған,
Тоя тик елде генә.
Әй сайҡалып торған була,
Барып үҙ белдегенә.
Ер кендеге тоташҡанмы
Ҡолоном кендегенә?
Әйтерһең дә, күҙ алдымда
Япраҡ бөрөһөн тиртте.
Әсәһенең бауырына
Ҡолон моронон төрттө.
(Т.Йосопов)

ҠОЛОН
Ҡолон килгәс яныма,
Ҡулым һалдым ялына.
Ялағайны ҡулымды,
Яҡын иттем ҡолондо.
(Ғ.Дәүләди)


ТОЛОМЛО ҠОЛОН
Бәләкәс кенә ҡолон
Үҫтергән оҙон толом.
Эй көҙгөгә ҡараған,
Эй толомон тараған.
Ә әсәһе ҡыуана:
"Ҡыҙым эшкә яраған!"
(Д.Талхина)

 

 

 

7.  Пластилиндан ат әүәләү.

Йыһазландырыу: пластилин, салфетка, таҡталар, махсус таяҡса.

-Балалар,бөгөн беҙ ат әүәләйбеҙ. Тәрбиәсе әүәләп алып килгән атты күрһәтә һәм нисек әүәләргә кәрәклеген аңлата.Бер бөтөн киҫәктән пластилинды һуҙыу, тартыу алымдары менән йәнлектең тәпейҙәрен эшләйҙәр, башын, ҡойроғон билдәләйҙәр. Аттың ҡәүҙәһенең формаһын асыҡлап, һынын ентекләп әүәләйҙәр.

Атты хәрәкәттә күрһәтеү мөмкин.Махсус таяҡса менән аттың тән өлөштәрен(ауыҙ, күҙ) йәнен эшләп ҡуялар.

Дәрес аҙағында аттарҙы ҡарап сығалар.

8.Ат тураһында йырҙар тыңлау: “Башҡорт аты” (Э.Алдырханова һүҙ. И. Абдуллин көйө), башҡорт халыҡ йыры” Ҡара юрға”, “Шаймуратов генерал”( К. Даян һүҙ.З.Исмагилова көйө) .”Шаймуратов генерал” йырын өйрәнеү.

9.Аттар тураһында йәнһүрәттәр ҡарау.

10.Төҫлө ҡағыҙҙарҙан аппликация «Аттар».

Йыһазландырыу: ватман,  төҫлө ҡағыҙҙан, журналдарҙан ҡырҡып алынған аттар, клей, салфетка.

-Балалар, ҡарағыҙ әле, ватманға ялан һүрәтләнгән.Ошо яланға ҡырҡылған аттарҙы беркетеп ҡуябыҙ.

Балалар  ҡырҡылған аттарҙы, бысратмай ғына беркетеп ҡуялар

Проектты йомғаҡлау:

Коллектив эште күрһәтеү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...