Әсәйҙәр менән эшләү
материал (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Биҙәүестәрҙә-халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә-халҡым яҙмышы!
Борон-борондан башҡорт халҡы биҙәү әйберҙәренә ныҡ иғтибар иткән. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында беләҙек, сулпы, ҡашмау, селтәр, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. Районыбыҙҙа үткән төрлө милли байрамдарҙа ла халҡыбыҙҙың биҙәү әйберҙәрен таҡҡан гүзәл заттарҙы хәҙер йыш осратырға мөмкин.
Милли биҙәүестәр халҡыбыҙҙың йәшәйешен, матурлыҡ тураһындағы ҡарашын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатында ҡулланылған. Беҙ ҙә эшебеҙҙә, балалар тәрбиәләүҙә, халҡыбыҙ ижадына, сәнғәтенә, йолаларына таянырға тейешбеҙ. Һәм балалар менән генә түгел, әсәйҙәр менән дә маҡсатлы эш алып барабыҙ. “Милли кейем көнөнә” әсәйҙәребеҙ үҙ ҡулдары менән түшелдеректәр эшләп алып килделәр.Түшелдеректе эшләү өсөн материалдар, тәңкәләр, таҫмалар, сәйләндәр һатып алғандар. Балалар әсәйҙәре эшләп алып килгән түшелдеректәрҙе сараларҙа яратып, ғорурланып, һаҡлап ҡына кейәләр.