Консультация для родителей. Ата-әсәләр өсөн консультация.
консультация (старшая группа)

  Консультация для родителей. Ата-әсәләр өсөн консультация "Алты-ете йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү".

  

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata-slr_oson_konsultatsiya.docx14.54 КБ

Предварительный просмотр:

                               Ата-әсәләргә консультация

          Алты – ете йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

Мәктәпкә барыу бала тормошонда яңы этап башланыуын, уның белем донъяһына инеүен, яңы хоҡуҡ һәм бурыстар өҫтәлеүен, өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр урынлашыуын күрһәтә. Шуға күрә мәктәпкәсә йәштәге йылдар уның өсөн мәктәпкә әҙерләнеү һәм бөтә яҡлап үҫеү осоро булырға тейеш. Алты йәштән ете йәшкә тиклемге ара – был бурыстарҙы тормошҡа ашырыусы иң яуаплы мәл ул.

Төп бурыстарҙың береһе булып баланың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тора.Ул                   туған телдең яңғырашына, лексикаһына, грамматикаһына эйә булыу тигән һүҙ. Һөйләшеүсе үҙ телмәрен үҙаллы ҡора, предметтарҙы, күренештәрҙе, хәлдәрҙе тасуирлағанда йөкмәткенең айырым өлөштәрен эҙмә – эҙлекле башҡарырға тейеш: әһәмиәтле эпизодтарын төшөрөп ҡалдырмаҫҡа, урындарын алмаштырмаҫҡа, кәрәкмәгән өҫтәүҙәр индермәҫкә, фекерҙе тамамлай белергә, бер төрлөлөккә, ҡабатлауҙарға юл ҡуймаҫҡа өйрәнә.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уларға асыҡ һәм аңлайышлы итеп һөйләргә, һүҙ байлығын үҫтерергә, төрлө китаптар ҡарарға кәрәк.

Әгәр ҙә баланы кескәй саҡтан уҡ ҡыҙыҡлы китапҡа, шиғри телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә. Уның телмәре лә үҫешкән була.

Баланың бәйләнешле һөйләү телмәре картина буйынса фекер алышҡанда, матур әҙәбиәт уҡығанда үҫешә. Бына баланың әкиәт менән осрашыуын алайыҡ. Әкиәт геройҙары балаға таныш: әтәс, тауыҡ, эт, төлкө, ҡуян һ.б. Әкиәттә йәнлектәр предметтар кеүек үк һөйләшәләр, зш итәләр. Был баланы ҡыҙыҡтыра, шатландыра. Әкиәт баланың аҡылын, уй – хистәрен, тойғоларын уята, үҫтерә. Ул әкиәт геройҙары менән шатлана, ҡыуана, ҡайғыра. Улар өсөн борсола, ҡыйыуҙары менән ғорурлана.

Баланың телмәрен үҫтереү өсөн “Төлкө менән айыу”, “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?” , “Айыу менән бал ҡорттары” тигән башҡорт халыҡ әкиәттәрен, “Шалҡан”, “Тирмәкәй”, “Ҡыҙыл башлыҡ” рус халыҡ әкиәттәрен уҡырға, аҙаҡ уларҙың эстәлеген һөйләргә кәрәк. Был саҡта баланың әкиәт геройҙарына ҡарата булған үҙ мөнәсәбәттәрен белергә һәм уларҙы бергәләп баһалау мөмкинселеге тыуа. Әкиәттәрҙән ҡыҫҡа ғына өҙөктәрҙе ролдәргә бүлеп, бергәләп уйнарға була. Әкиәттәр баланың фекерләүен, хәтерен, бәйләнешле телмәрен үҫтерә, кешклек сифаттары тәрбиәләүгә ярҙам итә.

Алты – ете йәшлектәр эпитеттар уйларға бик ярата. Тәүҙә улар ябай һүҙҙәр уйлай, һуңынан төрлө яңы һүҙҙәр күҙгә салына. Синонимдар, антонимдар ҡулланыу ҙа баланың телмәрен үҫтереү, байытыу өсөн әһәмиәтле. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һүҙлеген исемдәр менән генә түгел, сифаттар менән дә тулыландырырға кәрәк. Һөйләү телмәрен үҫтереүгә йомаҡтар, мәҙәктәр, шиғырҙар, һанамыштар ҙа булышлыҡ итә. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе ятлағанда мотлаҡ уларҙың мәғәнәһе аңлатылырға һәм артабан телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуы күҙәтелергә тейеш.

Балалар менән ятлар өсөн шиғырҙарҙы һеҙ үҙегеҙ һайлап ала алаһығыҙ. Матур, асыҡ, аңлайышлы итеп һөйләүгә иғтибар биреү кәрәк. Тәүҙә үҙегеҙ, тауышты ҡайҙа күтәрергә, ҡайҙа түбәнәйтергә, ҡайҙа туҡтарға икәнлеген күрһәтеп, балаға уҡып сығығыҙ. Әгәр ятлап күрһәтһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.

Алты – ете йәшлек бала телдең грамматик төҙөлөшөн төшөнә башлай, ләкин хаталар осрап ҡуя. Килеш ялғауҙарын, ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ билдәләү, махус һорауҙар ҡуйыу, яуапҡа тейешле ялғау йәки ярҙамсы һүҙҙе тура килтереп һайлау ярҙамында күнектерергә була. Балаларҙы аңлайышлы итеп һөйләргә, уларҙың һүҙ байлығын үҫтереүгә, китап ҡарарға, уҡырға ынтылыш тәрбиәләү ата – әсәләрҙең алдында торған ифрат ҙур бурыстар. Ҡыҙыҡһыныу баланың тәртибенә йоғонто яһай. Ҡыҙыҡлы әңгәмә өндәшмәҫ баланы ла ҡушылып, бергә һөйләшергә йәлеп итә. Шуға ла уны тирә – йүндәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, күрергә, асыҡларға ярҙам итегеҙ, һүҙҙәр табығыҙ, аңлатығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Консультация для родителей "Нетрадиционная техника рисования в детском саду" консультация по рисованию (средняя группа) на тему

Уважаемые родители! Предлагаю Вам познакомиться с необычными техниками рисования. Ваш ребенок получит массу удовольствия и расширит свои возможности, если вы будете предлагать ему новые, необычны...

Консультация для родителей «Безопасность детей во время новогодних праздников». КОНСУЛЬТАЦИЯ ДЛЯ РОДИТЕЛЕЙ «Новый год - семейный праздник».

Веселые новогодние дни – чудесное время, когда многие из нас могут побыть в кругу семьи, уделить время деткам. Позади непростой рабочий год, и предстоят приятные хлопоты по подготовке к праздник...

Консультация для родителей «Наблюдения на зимних прогулках для малышей» Консультация для родителей младшей группы «Наблюдения на зимних прогулках для малышей».

Основное средство познания природы ̶ наблюдение. Наблюдения дают возможность познакомить детей с природными явлениями. С вашей помощью ребенок может познать законы, по которым живет природа.Во время н...

Консультации для родителей Тема: «Двигательная активность детей дошкольного возраста» Консультация для родителей «Активность ребёнка – залог его здоровья»

Консультации для родителей Тема: «Двигательная активность детей дошкольного возраста» Консультация для родителей «Активность ребёнка – залог его здоровья» ...