Бала ике телдә һөйләшкән ваҡытта ата-әсәйҙәргә кәңәштәр.
консультация по психологии
Бала ике телдә һөйләшкә ваҡытта ата-әсәйҙәргә кәңәштәр:
Әгәр ҙә бала башҡа телдә, мәҫәлән, русса һөйләшә икән - уны тыймағыҙ. Шулай ҙа бала менән аралашҡан саҡта мөмкин тиклем күберәк туған телде файҙаланырға тырышығыҙ. Ул һеҙгә рус телендә өндәшә - һеҙ уға башҡортса яуап бирәһегеҙ. Туған телдә һөйләшкәндә хаталар китә икән, уларҙы төҙәтергә кәрәкмәй. Бары тик был һүҙҙе дөрөҫ итеп ҡысҡырып ҡабатларға ғына кәрәк, шул саҡта ул баланың иҫендә ҡаласаҡ. Тағы ла шуны иҫтән сығарырға ярамай: Бер телдән күберәк тел өйрәнеүсе баланың теле һуңыраҡ сығыуы ла мөмкин. Ләкин бындай балалар һуңынан бик тиҙ генә тиңдәштәрен ҡыуып етә. Ике телде өйрәнгән саҡта уларҙы бутап һөйләү ҙә тәбиғи күренеш. Бының өсөн баланы тәнҡитләргә кәрәкмәй. Бала менән әсә телендә һөйләшкәндә һеҙ уның дөйөм мәҙәниәтен арттыраһығыҙ. Шулай итеп: Баланың ҡыҙыҡһыныуҙары, уҡыуы тураһында туған телендә һорашығыҙ. Бергәләп йырлағыҙ, әкиәттәр уҡығыҙ, был баланың лингвистик һәләттәрен арттырасаҡ. Өләсәй-олатайҙарына, туғандарға туған телдә хаттар яҙығыҙ. Әсә телендә телевизион тапшырыуҙар һәм фильмдар ҡарағыҙ. Туған телендә һөйләшкән балалар менән уйындар ойоштороғоҙ.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
консультация | 13.41 КБ |
Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Туган телдә сөйләшәбез»
Кечкенәләр өчен....
Туган телдә сөйләшәбез 5 – 7 яшьлек балаларны туган телдә сөйләшергә өйрәтү буенча методик ярдәмлек
Учебно-методический комплект(УМК)...
Туган телдә сөйләшәбез
Зурлар төркемендә танып белү шөгыле....
ООД по родному языку "Путешествие по природе Татарстана" для детей старшего дошкольного возраста по проекту "Туган телдә сөйләшәбез"
Занятие по родному языку “Татарстан табигатенә сәяхәт” по проекту "Туган телдә сөйләшәбез" знакомит детей богатством Татарстана. Дети узнают много нового, знакомятся с животным и растительным миром Та...
«Светофорда кунакта» исемле ачык эшчәнлек күрсәтелде.
laquo;Светофорда кунакта» исемле ачык эшчәнлек күрсәтелде....
Хайгаарал: « Азырал дириг амытан – ытты хайгаараары»
Хун чурумунун агаарлаашкыны Хайгаарал: « Азырал дириг амытан – ытты хайгаараары».Сорулгазы: дириг амытаннар дугайында билиглерни делгемчидип бедидери....