Презентация "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа илһөйәрлек хисен тәрбиәләү"
презентация

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

презентация буйынса һөйләү             

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_k_prezentatsii_po_patriotich_vosp.docx18.34 КБ

Предварительный просмотр:

   1 слайд “Илһөйәрлек хисен бишектән,балалар баҡсаһына йөрөй башлағанда уҡ тәрбиәләргә кәрәк. Шул саҡта ул хис-аңға үтеп инә”-тип яҙған М.А.Шолохов

Патриотик тәрбиә биреү- бөгөнгө көндә иң актуаль темаларҙың береһе булып тора.Ә балала патриотих рух тәрбиәләу-ул иң тәүҙә туған телеңде, тыуған йортто, ата-әсәне,туғандарҙы яратыуҙан, тыуған ерҙән, уның тәбиғәтен һаҡлауҙан башлана.

2 слайд. Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреүҙең маҡсаты һәм бурыстары булып:

-Балаларҙы кешелекле рухи-әхләки шәхес, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары һәм патриоттары итеп тәрбиәләү

-Тыуған илгә, туған телгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, илһөйәрлек, ғорурланыу хисе тәрбиәләү

-тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уны бысраныуҙан, ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү;

-мәҙәниәт һәм сәнғәт һәйкәлдәренә, халыҡ ижадына һаҡсыл ҡараш, тыуған халҡыбыҙҙың традицияларына ихтирам тәрбиәләү тора.

4 слайд-илһөйәрлек тойғоһо иң тәүҙә ғаиләнән, балалар баҡсаһынан, тыуған ауылды өйрәнеүҙән, тыуған республиканы, ҙур илебеҙ Рәсәй һәм уны һаҡлаусы армиябыҙ менән ғорурланыуға барып тоташа.

5 слайд ошо эштәр эҙемтәле барһын өсөн балалар баҡсаһында төрлө йунәлештә, төрлө формала эш алып барырға тейешбеҙ

Хәҙер мин ҡыҫҡаса үҙемдең эш алымдары менән таныштырып китәм

6 слайд Әлбиттә иң тәүҙә эште төркөмдө үҫтереүсе мөхиттән башларға кәрәк. Мин ике төркөмдә эшләйем, ике төркөм өсөн дә патриотик мөйөш булдырҙыҡ

7 слайд Патриотик белем биреүҙе беҙ белем биреү эшмәкәрлегендә бойомға ашырабыҙ.Телмәр үҫтереү, художестволы ижад, тирә- яҡты өйрәнеү һ.б. дәрестәрендә программа буйынса күп ваҡыт бүленгән. Дәрестәрҙән тыш үҙаллы эшмәкәрлектә,уйын эшмәкәрлегендә һәм  традицион булмаған эш төрҙәрен алырға була. Бөтәһен дә һанап тормайым,әммә үҙемдең мастер класта күрһәткән традицион булмаған- фрокталь һүрәт төшөрөүҙе ҡулланыуымды ҡыҫҡаса әйтеп китәм. Төрлө буталған һыҙыҡтар араһынан хәрби техника табып буяу, марш көйө ыңғайына каракулдар һыҙғылап һуңынын буяу-бында музыканың характеры һыҙыҡтарҙа бирелергә тейеш һәм башҡа модульдарҙе ҡулланыу балаларҙа был эш төрөнә ҡыҙыҡһыныу менән бер рәттән патриотик тойғо ла тәрбиәләй.

8 слайд. Экскурсия балаларҙың яратҡан сараһы.

Беҙ өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәрендә батырҙар аллеяһына сәскә һалырға барабыҙ.Тере сәскәләрҙе беҙҙең ата-әсәләр йыйылышып алыуҙы ойошторалар.

9 слайд. Шулай уҡ беҙ милиция бүлегендә урынлашҡан музейға экскурсияға барҙыҡ.Ундағы һаҡланған боронғо ҡоралдарҙы, төрлө значоктарҙы күреп,тотоп ҡарау малайҙарға бигерәк оҡшаны.

10 слайд. Былтырғы уҡыу йылында Бөйөк еңеү байрамына арнап беҙҙең баҡсала хәтер стенаһы булдырылды. Был эштә әлбиттә ата-әсәләр ярҙам итте.Балалар үҙҙәренең олаталарын күреп ғорурланыу тойғоһо кисерҙеләр.Улар тураһында белгәндәре менән бүлештеләр.

11 слайд. Район буйынса үткәрелгән оҫта шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенән беҙҙең балалар ҙа ситтә ҡалманы. Тыуған ил, олатай тураһында шиғыр һөләп Аамат, Ралина,Самира район кимәленә сыҡтылар.Шиғырҙарҙы ятларға ата-әсәләр ярҙам итте.

12 слайд Әлбиттә беҙҙең балалар байрамдарҙы яраталар. 23 февраль байрамына ойошторолған ярыштарҙа улар ҙур теләк менән ҡатнашалар.

13 слайд. Улар ярышып ҡына ҡалмайҙар, төрлө уйындар аша үҙҙәренең күнекмәләрен үҫтерәләр.Бында беренсе ярҙа күрһәтеү уйыны вакыты төшөрөлгән.

14 слайд.Ысын ир-егет тәрбәләү патриотик бурысҡа керә.  Беҙҙең малайҙарыбыҙ ир-егеттәр өсөн йүнәлтелгән уйындарҙа ихлас ҡатнаша. Күбеһе Батар клубына йөрөй.

15 слайд. Ә батыр,көслө булыу өсөн һаулыҡтығы нығытырға кәрәклеген бөтөһе лә белә. Саф һауала йөрөү, ата-әсәләр ярҙамында эшләнгән массажлы ковриктарҙан атлау һаулыҡты нығыта.

16 слайд Былытрғы уҡыу йылында Еңеү байрамына арналған хәрби техника парадында үҙҙәренең ата-әсәләр менән берлектә эшләгән поделкалары менән беҙҙең балалар ҙа ҡатнашты.

17 слайд.Беҙ ҙә яуапҙыһ ҡалмайбыҙ,үҙ сиратыбыҙҙа төрлө стенгазеталар эшләп ҡуябыҙ. Бында хәрби кейемдә булған атай,ағайҙарҙың фотоһы беркетелгән.

18 слайд. Шулай уҡ бирелгән темаға төрлө консультациялар, памяткалар тәҡдим итәбеҙ,әңгәмәләшәбеҙ.

19 слайд.Ата-әсәләр йыйылышында ла патриотик тема ситтә ҡалмай. Балалар менән берлектә үткән йыйылышта атай кеше үҙенең армияла хеҙмәт иткән ваҡытын мауыҡтырғыс итеп һөйләй.

20 слайд.Патриотик тәрбиә биреү,илһөйәрлек тәрбиәләү тыуған ерҙе,телде, йолаларҙы өйрәнеүҙән, халыҡтың үткәнен белеүҙән башлана.Ошоно күҙ уңында тотоп башҡорт төркөмө тәрбиәселәре,ата-әсәләр ярҙамында балалар өсөн баҡсабыҙҙа ошондай музей эшләнек.

21 слайд. Һәм үҙебеҙ ҙә районда үткән патриотик сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ.Төрлө конкурстарҙа, бессмертныйполк-үлемһеҙ полкта ҡатнашабыҙ һәм ата-әсәләрҙе лә балалар менән ҡатнашырға саҡырабыҙ.

  Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: тыуған еребеҙҙе,телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы,халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын балалар баҡсаһынан уҡ башлап өйрәтһәк, балаларыбыҙ ҙа патриотик рухлы булып үҫерҙәр ине. Илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтереү, уларға халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын еткереү- беҙҙең төп бурыс.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация "Балалар бакчасында УМК"

В данной презентации фото учебно-методических комплектов нашего сада и их оформление....

Презентация "Балалар бакчасында татар телен өйрәтүдә сюжетлы-рольле уеннарның әһәмияте"

В данной презентации оисаны этапы сюжетно-ролевых игр по возрастам в рамках УМК....

Балалар бакчасында дежурлык оештыру - презентация

Балалар бакчасында дежурлык оештыру буенча эш формалары...

Презентация на тему: "Дидактик уен «Яшелчә, җиләк- җимеш бакчасында» (5-6 яшьлек балалар өчен)"

Максат:—Балаларның  яшелчәләр, җиләк-җимешләр турында белемнәрен системалаштыру.Бурычлар:—-Балалар сөйләмендә «Яшелчә», «Җиләк-җимеш» гомумиләштерүче сүзләрен ныгыту, җиләк-җимеш һәм яшелчәләрнең...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы илһөйәрлек рухта һәм поликультур тәрбиәләү

Бала тәрбиәләү ауыр һәм яуаплы хеҙмәт икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай. Ә инде төп тәрбиә институты—ул ғаилә. Тормошоноң күп өлөшөн ата-әсәһе, туғандары менән үткәреп, кескәй бала уларҙ...

«Мауыҡтырғыс буш ваҡыт» (балалар баҡсаһында эшмәкәрлек). Презентация.

Балалар баҡсаһында, башланғыс мәктәптә  бала белем үрҙәренә тәүге аҙымдарын яһағанда уның бармаҡтарының хәрәкәтсәнлегенең үҫтереүгә айырыуса ихтибар итеү зарур....