Минҽң әкиәт
материал (подготовительная группа)
Казбанов Ильмир, 6 йәш
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы,
,, Шишмәкәй" балалар баҡсаһы,
Етәксеһе: Ишкильдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы.
"Балалар шатлығы"
Әлеге заманда йәшәгән ти ике малай. Ҙур малайҙың исеме Айҙар, ә кесеһенеке Айнур исемле була.Малайҙар бик ныҡ ҡыш миҙгелен яратҡандар ти. Ҡыш көнө улар бигерәктә саф һауала сана шыуырға, саңғыла йөрөргә. Ҡар бабай яһарға яратҡандар,ти. Буран тигән эттәре менән уйнаҡандар. Шулай бер көндө епшек ҡар яуғас улар ишек алдында Ҡар бабай әүәләп ултыртҡандар.Яңы йыл байрамын түҙемһеҙләнеп көттөләр, Ҡыш бабайға бүләк һорап хатта яҙып һалҙандар, ти. Бер көндө аталары урмандан бик матур шыршы алып ҡайтҡан. Малайҙар ҡыуанышып, шыршыны бик матур итеп биҙәп тә ултыртҡандар, ти. Шыршының емелдәп янған төрлө уттары бөтә өй эсен шатлыҡҡа күмгән. Ниһайәт , түҙемһеҙләнеп көтөп алған Яңы йыл байрамы ла килеп еткән. Айнур менән Айҙар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләккә кеҫә телефоны,планшет алып бик ҡыуанғандар. «Бына шулай тылсымлы байрам ул Яңы йыл! Донъяла мөхжизә бар ул, тик ышаныр ғына кәрәк” –ти Айҙар менән Айнур.