Тәрбиәселәр өсөн кәңәштәр.
консультация

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбәселәре өсөн кәңәш. Темаһы "Белем биреү мөхитен ойоштороу "

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл programma_na_bash.yaz_.docx28.62 КБ

Предварительный просмотр:

Белем биреү мөхитен ойоштороу

Белем биреү программаһын уңышлы тормошҡа ашырыр өсөн түбәндәге шарттар кәрәк: уйлап эшләнелгән мөхит һәм төркөмдөң йыһазландырылыуы. Балаларҙың йәшенә ҡарап һайланған уйынсыҡтар, дидактик уйындар, белем биреү материалдары, ФГОС стандарттары буйынса үҫтереүле предметлы мөхит тулы йөкмәткеле, трансфармациялана торған, полифункциональ, вариатив, хәүефһеҙ булырға тейеш.

Тулы йөкмәткеле мөхит балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килергә тейеш.Белем биреү урыны уҡыу һәм тәрбиә биреү саралары менән йыһазландырылырға тейеш. Бында инде  уйын өсөн, спорт, һауыҡтырыу йыһаздары, материалдары инә. Белем биреү мөхитен ойоштороу, материал,йыһаздарҙың төрлөлөгө түбәндегеләр менән тәьмин ителергә тейеш:

  • Уйын, танып белеү, тәрбиәләнеүселәрҙең эҙләнеү, ижади әүҙемлеге;
  • Хәрәкәтләнеү әүҙемлеге шулай уҡ ваҡ һәм эре ҡул моторикаһы, хәрәкәтле уйындарҙа, ярыштарҙа  ҡатнашыу;
  • Балаларҙың хисле именлеге предметлы мөхит менән бәйлелеге.

Трансфармацияға бирелеү. Был инде предметлы мөхитте белем биреү ситуацияһына, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуына ҡарап үҙгәртә алыуҙы аңлата.

Полифункциональ булыу. Предметлы мөхит төрлөлөгө менән айырылып торорға тейеш. Бер предмет төрлө ситуацияла ҡулланылырға мөмкин.

Вариатив булыу. Төркөмдә төрлө зоналар булырға тейеш: уйын зонаһы, ҡоролмалар төҙөү зонаһы, үҙ-үҙеңде тынысландырыу зонаһы. Бала үҙенең кәйефенә, ҡыҙыҡһыныулығына ҡарап үҙенә теләгән урынды һайлай ала. Периодик рәүештә уйынсыҡтар, уйындар тулыландырылып, алмаштырылып торорға тейеш.

Доступность. Бөтә балалар ҙа төркөм мөхитендә үҙенең урынын табырға тейеш.

Хәүефһеҙлек. Бөтә материалдар, әйберҙәр, уйынсыҡтар, приборҙар балалар өсөн зарарһыҙ һәм хәүефһеҙ булырға тейеш.

Предметлы үҫтереүле мөхит

Төркөмдө йыһазландырғанда түбәндәге зоналарҙы күҙ уңында тотоу кәрәк:

Уйын зонаһы: Был урында ирекле уйындар һәм уйын формаһында үткәрелгән белем биреү эшмәкәрлеге  ҡаралған. Ҡыҙҙарға аш бүлмәһе, ҡурсаҡ йыһаздары,ашамлыҡ,ҡурсаҡ өйө; малайҙарға төҙөлөш әйберҙәре,төрлө ҡоролмалар,машина, техника, тимер юл  һ.б. Уртаҡ мөхиттә уртаҡ уйынсыҡтар : кеше, йәнлек һындары, ҡоролмалар, өй макеттары, сюжетлы-ролле уйындар өсөн кәрәк яраҡтар. Шулай уҡ балаларҙа үҙ-үҙеңде  белеү маҡсатында уйын мөйөшөндә кейенеү залы ойошторорға була. Бында инде хәүефһеҙ көҙгө, төрлө туҡымалар, кейемдәр, маскалар булыуы мөмкин. Уйын мөйөшөндә балалар үҙ аллы уйнар өсөн кәрәк яраҡтар асыҡ кәштәләрҙә йә асыла торған кәштәләрҙә һаҡланырға тейеш. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап китаптар ҙа ҡул аҫтында тороу мотлаҡ.

Хәрәкәтле уйындар өсөн урын. Төркөмдә ниндәйҙер спорт әйберҙәре булдырыу кәрәк: бәләкәй батут, туплы бассейн, йомшаҡ модулдәр һ.б. Белем биреү эшмәкәрлегенән, тыныс уйындарҙан һуң күпселек балалар өсөн был бик файҙалы. Әгәр ҙә инде хәрәкәтле уйындар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылмаһа, был гиперактив балалар өсөн кире күренеш булыуы мөмкин.

Ял итеү, тыныслыҡ урыны. Бында инде уйынсыҡ өй, башҡа мөйөштәрҙән айырылып торорға тейеш.Был урынға, диван йә кресло ҡуйырға була, релаксация өсөн пенопласт тултырылған креслоларҙың булыуы мөмкин. Бындай мөйөш психик һәм физик яҡтан көсһөҙләнгән балалар өсөн файҙалы. Улар инде был мөйөштә үҙҙәренең рухи көстәрен нығыта.

Ҡул эштәре менән булыу урыны. Бында инде белем биреү эшмәкәрлеге, өҫтәл уйындары ҡаралған. Был мөйөштә балаларҙың буйына ҡарап өҫтәл һәм ултырғыстарҙың булыуы мөһим. Тәрбиәсегә ярамға яҙыу таҡтаһы, мольберт, фланелеграф, проектор, экран, ябылмалы шкафтар ҙа торорға мөмкин. Унда инде ижади эшмәкәрлек өсөн кәрәк яраҡтар, методик ҡулланмалар, дидактик уйындар, таратма материалдар һаҡлана. Балалар үҙҙәре алып шөғөлләнә торған альбомдар, ҡәләмдәр, өҫтәл уйындары ла урын ала .

Театрлаштырыу урыны. Бында театрҙың бөтә төрҙәре лә инә: ҡурсаҡ, битлек, күләгә, магнит театры һ.б. Декорация өсөн әйберҙәр йәшниктәрҙә һаҡлана, өҫтәл һәм ҡорғаны ла булыу ҡаралған.

        Тәрбиәсе ниәте менән төркөмдә тематик күргәҙмә, бәләкәй музей, тәжрибәләр өсөн урын бүленелергә мөмкин. Шулай уҡ төркөмдә йоҡлай, ашай торған, йыуыныу,кейенеү өсөн урындар булырға тейеш.

Урта төркөмдә яҡынса көн тәртибе

Дөрөҫ төҙөлгән көн тәртибе - көн дауамында барған төрлө эшмәкәрлектең, балалар ялының аңлы рәүештә алмашынып тороуы. Көн тәртибен төҙөүҙөң төп принцибы – балаларҙың психофизиологик йәш үҙенсәлектәрен белеү.  Түбәндәге таблицала урта төркөмдөң яҡынса көн тәртибе бирелгән. Әгәр бала 12 сәғәт буйына балалар баҡсаһында икән тәрбиәсе ошо көн тәртибе менән ҡуллана ала. Иң мөһиме бала үҙен уңайлы, хәүефһеҙ  шарттарҙа тәрбиәләнәсәген тойорға тейеш.

Яҡынса көн тәртибе

Режим моменты

Урта төркөм

Балаларҙы ҡабул итеү,

Иртәнге гимнастика

07.00-08.25

Иртәнге ашҡа әҙерлек,

Иртәнге аш

08.25-08.55

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

08.55-09.46

Икенсе иртәнге аш

09.46-10.00

Саф һауаға әҙерлек,

Саф һауала булыу

Төркөмгә ҡайтыу

10.00-12.15

Төшкө ашҡа әҙерлек,

Төшкө аш

12.15-12.50

Йоҡоға әҙерлек,

Көндөҙгө йоҡо

12.50-15.00

Йоҡонан тороу,

сынығыу процедуралары

15.00-15.40

Тулыландырылған төштән һуң аш

15.40-16.10

Уйындар,күңел асыуҙар,түңәрәктәр

16.10-16.30

Саф һауаға әҙерлек, саф һауала уйындар

16.30-18.30

Төркөмгә ҡайтыу, балаларҙы өйҙәренә оҙатыу

18.30-19.00

Физик-һауыҡтырыу эше

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында балаларҙың һаулыҡтарын нығытыу,тәнде сыныҡтырыу төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Медецина хеҙмәткәрҙәре етәкселеге аҫтында сынығыу күнегеүҙәре комплексын үткәрер кәрәк. Беҙҙең осраҡта һауа, ҡояш тәбиғи факторҙарын ҡулланып үткәреү ҡаралған. Тағы ла балаларҙың арҡаны төҙ тотоуға иғтибар итер кәрәк. Балалар булған бүлмәлә оптималь температура, һауа алмаштырыу булырға тейеш. Тәрбиәсе баланың кейеменә лә иғтибар бүлә. Шулай уҡ баланың хәрәкәтләнеүе лә көн  тәртибенә инә. Төркөмдә, саф һауала балалар менән хәрәкәтле уйындар, физик күнегеүҙәр,ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге ваҡытында физик ял  минуттарны дөрөҫ периодик рәүештә үткәреү-тәрбиәсенең төп эштәренең береһе. Тәрбиәсе һәр ваҡыт баланың  һаулығын ҡайғыртып торорға тейеш.

Актив хәрәкәтләнеүҙең тәртибе

Эш төрө

Ниндәй һәм ҡайҙа үткәрелә

Эш төрөнөң ваҡыты(20мин.) һәм һаны

4-5 йәшлектәр

Физик үҫеш дәрестәре

а) эстә

б) саф һауала

аҙнаһына ике тапҡыр

аҙнаһына бер тапҡыр

Көн тәртибендә

Физик-һауыҡтырыу

эше

а) иртәнге гимнастика

б) саф һауала хәрәкәтле һәм спорт уйындары

көн һайын

көн һайын ике тапҡыр(иртән,кистән)

Актив ял итеү

а) күңел асыу

б) байрам

в) һаулыҡ көнө

айына бер тапҡыр

йылына ике тапҡыр

кварталға бер тапҡыр

Тәрбиәүи-белем биреү эшен проектлау

        Тәрбиәүи-белем биреүэше балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә, психофизиологик үҫешенә ҡарап төҙөлә. Был эш тәрбиәүи,үҫтереүсе,өйрәтеүсе,белем биреүсе маҡсаттары менән берлектә ойошторолорға тейеш. Белем биреү эшмәкәрлеген төҙөгәндә комплекслы-тематик принцибын ҡулланабыҙ.

        Бөтә белем биреү эшен төҙөгәндә бер үҙәк теманан тайпылып эшләү- баланың үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Темалар яңылыҡты оптималь ысул менән ҡабул итеүҙә ярҙам итә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәжрибәләр,фекрләү, яңы белем алыуҙа ҙур мөмкинлектәр аса. Бер теманы һыҙыҡ өҫтөнә алыу-балалар йыл буйы ошо тема өҫтөндә генә эшләй тигән һүҙ түгел. Үҙәк теманы һайлау белем биреү эшмәкәрлеген интеграциялау маҡсатында алына һәм был темалар бөтә төркөмдәрҙә лә оҡшаш тик улар тәрәнәйтелә, ҡатмарлана бара ғына. Был инде мәктәпкәсә йәштәге бала бөтә баҫҡыстарҙы бер принципҡа таянып  проектланған белем биреү маҡсаты, берҙәмлеге эсендә тулы шәхес булып үҫешә.

        Тематик принципҡа таянып эшләнгән белем–биреү эше региональ һәм мәҙәни компоненттарын индереүҙә ҡулайлы. Бер темаға бер аҙнанан алып ике-өс аҙнаға тиклем  бағышланырға мөмкин. Был тема төркөмдә булған бөтә мөйөштәрҙә сағылып торорға тейеш. Урта төркөмдә аҙналыҡ эш планы биш көндән һанағанда ошолай була:

Урта төркөмдә белем биреү эшмәкәрлеген планлаштырыу

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

 белем биреү

эшмәкәрлегенең төрө

Һаны

Урта төркөм

эстә үтә торған физик үҫеш

аҙнаһына ике тапҡыр

саф һауала физик үҫеш

аҙнаһына бер тапҡыр

танып-белеү үҫеше

аҙнаһына ике тапҡыр

телмәр үҫтереү

аҙнаһына бер тапҡыр

рәсем

аҙнаһына бер тапҡыр

әүәләү

ике аҙнаға бер тапҡыр

киҫеп йәбештереү

ике аҙнаға бер тапҡыр

музыка

аҙнаһына ике тапҡыр

бөтәһе

аҙнаһына ун дәрес

Башҡа ваҡыттағы( режим моменты) белем биреү эшмәкәрлеге

иртәнге гимнастика

көн һайын

сынығыу процедуралары

көн һайын

        

Күңел асыуҙар, күмәк уйындар, байрамдар

        Ял итеү. Буш ваҡытта балаларға үҙҙәре теләгән эшмәкәрлек менән булышыу мөмкинселеген биреү һәм шарттар тыуҙырыу: йыр тыңлау, рәсем төшөрөү, китап ҡарау, өҫтәл уйындары һәм ҡоролмалар төҙөп уйнау. Баларҙы саф һауала йөрөгәндә спорт уйындарын уйнауҙы ғәҙәткә индереү.

        Күңел асыу. Ҡурсаҡ театры сығышына, музыкаль һәм спорт уйындары үткәреүгә әҙерләнгәндә балаларҙы йышыраҡ йәлеп итеү. Яңы белем, мәғлүмәт алыуға булышлыҡ итеүсе саралар үткәреү. Башҡорт халыҡ йолалары, һөнәрҙәре менән таныштырыу, ата-әсәләр менән берлектә сығыштар, уйындар, ярыштар үткәреү.

        Байрамдар. Халыҡ байрамдары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Миҙгел һәм йола байрамдарына ата-әсәләр менән бергәләп әҙерләнеү һәм үткәреү.

Уйын

        Балаларҙың уйын төрҙәрен һәм эстәлеген байытыу, уйын һайлауҙа һәм уйнау барышын планлаштырыуҙа үҙаллылыҡ үҫтереү, телмәр үҫтереү.

        Уйнар өсөн төркөмдә эре һәм ваҡ төҙөлөш материалдары, конструкторҙар; төрлө ҙурлыҡтағы ҡурсаҡтар, улар өсөн кейем; төрлө транспорт төрҙәре (еңел һәм ауыр йөк машиналары, поезд, пароход, самолет, вертолет һ.б.); уйынсыҡ ҡырағай һәм йорт хайуандары; ихата һәм йорт-ҡура кәрәк- яраҡтары; өй йыһаздары; һауыт-һаба; төрлө ҡаптар, ҡорамаға туҡыма киҫәктәре, таҡта, пластмасса һауыттар һ.б.; квадрат, тура дүртмөйөш һәм башҡа формалағы матур итеп буялған, йәки ҡағыҙ йә туҡыма менән тышланған төрлө ҙурлыҡтағы йәшниктәр урынлаштырыу. Уйнау өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе һәм предметтарҙы бүлмәлә асыҡ урында, балалар теләгән ваҡытта алып уйнарлыҡ итеп ҡуйыу. Уйын бөткәс, уларҙы кире урынына йыйҙырыу. Төрлө тәжрибәләр өсөн төркөм бүлмәһендә шарттар булдырыу.

        Саф һауала уйнар өсөн туптар, һикергестәр, сәпкә бәреү, үрмәләү өсөн һәм башҡа физик күнекмәләр башҡарыуға тейешле атрибуттар, ҡорамалдар алып сығыу.

        Ҡыш көнө ҡар менән ҡоролмалар төҙөп уйнар өсөн ағас көрәктәр, сана, шыма таҡталар, еңел йәшниктәр әҙерләү.

        Йәй көнө майҙансыҡта ҡом, һыу, балсыҡ менән уйындар ойоштороу. Балалар уйнаған ҡом йәшниккә таҙартылып һалынған һәм дымлы булырға, йәшник уйындан һуң бикләнергә тейешле.