Тел аскысы-ил аскысы.
статья
Донъяла төрлө телдәр бар... Ләкин бөтә телдәрҙән дә матурыраk, kәҙерлерәк, беҙҙең халkыбыҙҙың теле — башkорт теле. Был кисә — башkорт теле көнө уңайынан hәм Аkkмулланың тыуған көнөнә арналды. Кисәне дәртле бейеүҙәре менән балалар үҙешмәкәрлеге йортоноң «Кыпсак» бейеу ансамбле асып ебәрҙе (етәксеhе Илүзә Ниғмәтуллина). Бейеүсе kыҙҙар араhында беҙҙен балалар баkсаhын тамамлаусылар ла бар ине.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_tele_konon_arnalgan_sara_.doc | 53 КБ |
stsenariy_na_den_yazyka.docx | 27.11 КБ |
Предварительный просмотр:
Тел аскысы-ил аскысы.
(Башкорт теле көнөнә арналған байрам)
Донъяла төрлө телдәр бар... Ләкин бөтә телдәрҙән дә матурыраk, kәҙерлерәк, беҙҙең халkыбыҙҙың теле — башkорт теле. Был кисә — башkорт теле көнө уңайынан hәм Аkkмулланың тыуған көнөнә арналды. Кисәне дәртле бейеүҙәре менән балалар үҙешмәкәрлеге йортоноң «Кыпсак» бейеу ансамбле асып ебәрҙе (етәксеhе Илүзә Ниғмәтуллина). Бейеүсе kыҙҙар араhында беҙҙен балалар баkсаhын тамамлаусылар ла бар ине.
Дәртле башkорт көйҙәрен ишетеп, Ер- әсә оран hалып, сыға. Унын йөҙҙәрендә - хәсрәт, күҙҙәрендә - hағыш ине. Ул ата — бабаларыбыҙ, эсэй — өләсәйҙәребеҙ теленен көнөн, йылын hанап ярлылана, йәмhеҙләнә, сабыйзар үҙ телендә һөйләшмәүенә борсолана.
Беҙҙең, «Шишмәкәй» балалар баkсаhында башkорт телен — дәүләт теле булараk, аҙнаhына ике тапkыр башкорт телен өйрәнәнеү түңәрәгендә өйрәнәләр.
Балалар был кисәлә башkорт теленә арналған шиғырҙарҙы башkорт телендә hөйләп ишеттерҙеләр, ә Фролов Е. kобайырҙан өҙөк башkарҙы. Мусина Н. «Куяндар» әкиәтен hөйләп ишеттерҙе.
Башkорт теле - музыкаль, hығылмалы, ә өндәребеҙ - бай hәм яғымлы. Был hүҙҙәрзе беҙгә район мәҙәниәт йорто kурайсыhы Линар Сәйфетдинов kурайҙа уйнап, өзләп, ә kумыҙҙа Мораҙым тарлауығы тәбиғәтен hүрәтләп, уйнап күрhәтте. Курай моно аҫтында балалар башkорт халыk уйыны «Курай»- ҙы уйнанылар.
«Теле барҙың - иле бар, иле барҙың — даны бар, - тип үҙ теле өсөн янып — көйөп йөрөгән район ағинәйҙәрен «Ынйылар төркөмө» сыгышы ла бик фәhемле булды.
Мораk беренсе hанлы урта мәктәбе уkытыусыhы Аллабердина Г.Р. күренекле шәхес М. Аkмулланын «Башkорттарым уkыу кәрәк» шиғырын hөйләп, балалар ҙы башkорт телен яратырға, өйрәнергә өндәне.
Беҙҙен балалар баkсаhында төрлө милләт балалары нисек дуҫ, татыу йәшәуҙәре тураhында балалар бармаk уйыны аша күрhәтте.
Башkорт халыk яҙыусыhы М. Кәрим әйтмешләй: “Рус hәм башkорт — мәңге бергә hәм дуҫ”. Шул hүҙҙәрҙе иҫбатлап, У. Сафонова, Р. Ғариповтын руссаға тәржемә ителгән «Туған тел» шиғырын hөйләне.
Шулай уk башkорт теленең үҫешкәнлеген, был телдә
әҫәрҙәр ижад ителеүен, гәзит — журналдар, китаптар, hүҙлектәр баҫылыуын, радио хәм телевидение тапшырыуҙары янғырауын, Лидия Таныпованын «Мин башkортмон» тигән йырға клибы hүрәтләне.
Кисәнең аҙағында kунаkтарға, ата - әсәләр менән берлектә башkорт мәkәлдәренә, әйтемдәренә, әкиәттәренә арнап төшөрөлгән, күргәҙмә тәкдим ителде.
Предварительный просмотр:
Тел асҡысы - ил асҡысы
( Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү түңәрәген дә үткәрелгән “Башкорт теле көнө” нә арналған байрам сценарийы)
Төҙөүсе: Ишкильдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы –
башҡорт теле уҡытыусыһы,
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы
“Шишмәкәй” балалар баҡсаһы.
Мораҡ, 2019 й.
Максат: Туған телебеҙ менән ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу хисе уятыу, уның матурлығын тойорға өйрәтеү.
Белем биреү: - башҡорт теле көнө, күренекле яҙыусы, мәғрифәтсе М.Акмулла тураһында белемде арттырыу, камиллаштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Белем үҫтереү: - ауыҙ- тел ижадын нығытыу, белемдәрен тәрәнәйтеү, иҗади һәләттәрен үҫтереү.
Тәрбиә биреү: тыуған илгә, башкорт теленә, Башҡортостан халҡына, тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләү.
Кисә барышы:
Тәрбиәселәр сығышы. (З. Биишева шиғырынан монтаж)
1. Э. Вәлеева
Моң шишмәһе һандуғастай моңло ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле.
2.Г. Байбулатова
Күгәреп яткан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор –зирәк һин,
Эй һөйкөмлө, эй ҡәҙерле башкорт теле.
3. Г. Азаматова
Дингеҙҙәргә тиңләмәйем-
тәрәнһең һин,
Айға – көнгә тиңләмәйем-
гүзәлһең һин,
Ҡаяларга тиңләмәйем-
бөйөкһөң һин,
Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле.
Алып барыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ата- әсәләр, балалар баҡсаһы эшсәндәре. Һеҙҙең алда райондашыбыҙ, күренекле яҙыусы
З. Биишева шиғырын, үҙ теленә битараф булмаған, беҙҙең тәрбиәселәр уҡып ишеттерҙе. Эйе, донъяла төрлө телдәр бар…Ләкин, бөтә матурлыҡтарҙан да өҫтөн, ҡәҙерлеләрҙән –ҡәҙерле, беҙҙең халҡыбыҙҙың теле ул - башҡорт теле. Беҙҙең телебеҙ - музыкаль, һығылмалы, ә өндәребеҙ - бай һәм яғымлы.
Был хаҡта, оҙак йылдар З. Биишева исемендәге мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләп, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булына ҡарамаҫтан, телем –илем тип янған, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, Гөлминур Ғимран кыҙы «Мин башҡорт» йыры менән сығыш яһай.
Алып барыусы: Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. Шул йәһәттән, 1992 йылда башҡорт теленә - дәүләт теле тигән статус бирелгәс, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә башҡорт теле – дәүләт теле булараҡ, уҡытыла башланы. Хәҙер, һеҙҙең иғтибарға, башҡорт телен өйрәнгән төркөмдәрҙәге балалар сығышын тәҡдим итәбеҙ.
(Әлиә, Юлиә, Вильдан, Маргарита, Витя шиғыр һөйләй)
Алып барыусы: «Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар», - ти сәсәндәр. Был һүҙҙәрҙе иҫбатлап, Е. Фролов ҡобайырҙан өҙөк һөйләй.
Алып барыусы: Беҙгә ҡунаҡҡа район Ағинәйҙәре, «Ынйылар» төркөмө килеп еткән (ҡобайыр әйтеү).
Алып барыусы: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк”, - тип яҙған арҙаҡлы шәхес Аҡмулла (фото - слайд Аҡмулла)
Һеҙҙең алда - Мораҡ беренсе урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы, «Йыл уҡытысыһы - 2016» еңеүсеһе, Гөлкәй Рәшит ҡыҙы сығыш яһай.
Алып барыусы: Башҡорт теле - татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк, сыуаш һәм башҡа бик күп телдәргә яҡын ҡәрҙәш һанала.
Беҙҙең балалар баҡсаһында ла, төрлө милләт балалары бик дуҫ, татыу йәшәй. Һүҙ уларға.
(Бармаҡ уйыны “Дуҫ ғаилә”)
Алып барыусы: Башҡорт халыҡ яҙыусыһы, Мостай Кәрим, былай тигән: ”Рус һәм башҡорт мәңге бергә…”. Был һүҙҙәрҙе иҫбатлап, У. Сафонова
Р. Ғариповтың урыҫ теленә тәржемә ителгән «Туған тел» шиғырын һөйләй.
Алып барыусы: Ата – бабаларыбыҙҙан бүләк, иң изге аманат булған, үҙ ғөрөф - ғәҙәттәрен дә ташламаған халҡыбыҙ, уйнап –көлөп куңел асҡан. Быны тәрбиәсебеҙ Э. Вәлеева үҙ бейеүендә иҫбатлар.
( ҡурай тауышы, сәхнәгә Ер- Әсә сыға)
Ер-әсә: Эй, башҡорт теле, тыуған тел, ниндәй ҡәҙерлеһең!
- Һаумыһығыҙ, балалар! (һаумыһығыҙ)
Алып барыусы: Һаумы, Ер- әсә! Ниңә йөҙҙәреңдә хәсрәт, ә күҙҙәреңдә һағыш? Ниндәй ҡайғы төштө башыңа?
Ер-әсә: Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Бөгөн ҡайғым, хәсрәтем – әсәм теле, башҡорт телем! Туған тел ул - әсә теле тип атала. Ҡайғырмаҫлыкмы ней?! Ата –бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ теле - көнөн, йылын һанап ярлылана, йәмһеҙләнә. Шуға ла инде, сабый өсөн, тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуаптар алыу, үҙ телендә һөйләшергә өйрәнеү онотолоп бара. Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт халҡының мили теле ул. Тик...
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр.
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?...
Туғанынан яҙған – ярты йәтим,
Туған теленән яҙған – мең йәтим.
Телде тоҙаҡларлык ғәмһеҙлектән
Уян халкым, уян милләтем!
Алып барыусы: үҙ теле өсөн янып – көйөп йөрөгән Ер-әсәгә ҡурай – ҡумыҙ моңдары ла ҡушыла.
(ҡурай моңо яңғырай, район мәҙәниәт һарайының “Бәйембәт” этно -төркөмө етәксеһе, Линар Сәйфетдинов ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап, өзләй )
Алып барыусы: Ҡурай моңо… әллә йырлай, әллә илай?
Балалар, әйҙәгеҙ беҙ ҙә, ҡурайҙың күңелен асып алайыҡ. Ҡурай беҙҙе саҡыра, түңәрәккә баҫырға.
( башҡорт халҡының « Ҡурай» уйыны )
Алып барыусы: Кисәбеҙҙе, үҙенең сығышы менән З. Биишева исемендәге мәктәптең башҡорт теле укытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы-2016» бәйгеһендә ҡатнашып, үҙ телен аҡлаған, башҡорт моңон яратҡан Фаягөл Миннихәт ҡыҙы дауам итә.
(,,Мин башҡорт ҡыҙы,, бейеүе менән сығыш яһай)
Алып барыусы: Эх, был дәртле лә һуң, башҡорт көйҙәре. Беҙҙең кисәгә тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Ҙур рәхмәт һеҙгә. Хәҙерге ваҡытта, башҡорт теле - ныҡ үҫешкән. Был телдә әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә, гәзит – журналдар баҫыла, китаптар, төрлө һүҙлектәр сыға. Шулай уҡ, театр сәхнәһендә, радио һәм телевидение селтәрҙәрендә яңғырай.
(слайдтар)
Алып барыусы: Был телдә беҙҙә уҡыйбыҙ, һөйләшәбеҙ, аралашабыҙ. Беҙҙең тәрбиәләнеүсебеҙ Н. Мусина әкиәттәр һөйләргә ярата.
(”Ҡуян малай” әкиәте)
Алып барыусы: Беҙҙең кисәне, “Миләшкәй” төркөмө тәрбиәләнеүсеһе М. Мәүлетҡолова, әсәһе Ләйсән Урал ҡыҙы менән дауам итәләр.
(йыр “Балаҡайым”)
Алып барыусы: Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар! Ә хәҙер экранға күҙ һалайыҡ.
(“Мин башҡортмон” йырына төшөрөлгән видеоролик ҡарау)
Алып барыусы: Ә хәҙер, балалар һәм ата - әсәйҙәр менән берлектә башкорт мәкәлдәренә, әйтемдәренә, әкиәттәренә арнап төшөрөлгән һүрәттәр күргәҙмәһен ҡарарға сакырабыҙ. Осрашканға тиклем һау булыгыҙ.