Ғаилә.
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Ишкильдина Назира Шайхисламовна

Максат:

Белем биреү: ғаилә ағзаларының атамаһын башҡортса әйтергә өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү, үҙләштереү.

Үҫтереү: башҡортса һүҙзе  дөрөҫ әйтеү, һүҙ байлығын арттырыу.

Тәрбиәләү: ғаилә ағзаларына ихтирамлы, иғтибарлы булыу, туғандарҙы ололау, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:  ғаилә темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты,  артикуляцион күнегеүҙәр, ИКТ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zanyatie_moya_semya.docx18.62 КБ

Предварительный просмотр:

Максат: 

Белем биреү: ғаилә ағзаларының атамаһын башҡортса әйтергә өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү, үҙләштереү.

Үҫтереү: башҡортса һүҙзе  дөрөҫ әйтеү, һүҙ байлығын арттырыу.

Тәрбиәләү: ғаилә ағзаларына ихтирамлы, иғтибарлы булыу, туғандарҙы ололау, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:  ғаилә темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты,  артикуляцион күнегеүҙәр, ИКТ.

                                         Дәрес барышы

                      (Балалар ярымтунәрәк яһап ултыралар)

1. Дәресте ойоштороу: Һаумыһығыҙ!

а. Артикуляция күнегеүе.

-теште таҙартабыҙ

-тамаҡты сайҡатабыҙ(ҡ)

-теште шаҡылдатабыҙ

-телде теш уртаһына ҡыҫтырып хугабыз.(ҙ)

б.Телтөҙәйткес.

ҙа-ҙа-ҙа- ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

ға-ға-ға-ҡаҙҙар киткән йылғаға,

ҙә-ҙә-ҙә-рәхәтләнеп йөҙөргә,

ҙө-ҙө-ҙө-эй рәхәтләнеп йөҙҙө,

ҙы-ҙы-ҙы- ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы,

ға-ға-ға- ҡаҙҙар сыҡты ҡайтырға.

 2.Тылсымлы мәл. (мотивация)

 -Балалар, әйҙәгез экранга  ҡарайыҡ (башҡорт алфавиты).

- Балалар, ә ҡайһы өндәрҙе йырлап була? (ә-ө-ү)

- теш  араһы өндәре (ҙ-ҫ)

- тамаҡ төбэ өнө (к-г)

- тагы ла ниндэй өн белэбез?  (һ -ң)

 

3. Әңгәмә  

-Балалар,ә нимә һуң ул ғаилә?(балалар яуабы:

- Ғаилә - минең атайым, әсәйем һәм мин)

- Ғаилә - минең атайым, әсәйем ,олатайым, өләсәйем.

- Ғаилә - минең атайым, әсәйем олатайым, өләсәйем, ағайым, апайым, ҡустым, һеңлем.)

Дөрөҫ,балалар. Ғаилә - атай, әсәй, балаларҙан һәм башҡа яҡын туғандарҙан торған күҙәнәк. Ғаилә һүҙендә ниндэй башкорт өнө ишетэбез? ( Ғ)

 4. Һүҙлек эше

Таҡтала Ғаилә картинаһы, һүрәттәр эленгән. Уҡыусыларҙан ҡәрҙәшлек терминдарын һорау һәм берәмләп әйттереү.

 -Был кем?

-Был-атай, әсәй, олатайым, өләсәйем, ҡартәсәйем, ағайым, апайым, олатайым, ҡустым, һеңлем.

Ул-сын, ҡыҙ-дочь ,ейән-внук, ейәнсәр-внучка.

5. Үтелгәнде ҡабатлау

Балалар, был  өйҙә кемдәр йәшәгәнен беҙгә өноҡшаш уйын — йомаҡ һүҙҙәр, телтөҙәткес ярҙам итер. Мин башлайым, ә һеҙ  дауам итегеҙ.

Телтиҙәйткес

Ай-ай-ай-был минең атай,

әй-әй-әй-был минен әсәй,

ой ой-ой-был минен олатай,

өй-өй-өй-был минен өләсәй,

ҡа-ҡа-ҡа-был минен ҡартай,

ҡә-ҡә-ҡә-был минен ҡәрсәй,

Гай-гай-гай-был минен агай,

Ап-ап-ап- был минен апай,

ҡу-ҡу-ҡу-был минен  ҡусты,

Һы-Һы-Һы-был минен Һылыу,

ғә-ғә-ғә- был минен ғаилә.

6.  Д/у «Был кем?»

-Балалар, был кем? (ҡыҙыҡай, малай)

- әсәй менән атайга улар кемдәр? (улым, ҡыҙым)

- өләсәй менэн олатайга? (ейән, ейәнсәр)

7. Шиғыр ҡабатлау «Минен ҡустым»

Балалар, гаилә тураһында ниндәй шигыр беләбеҙ?  

Сәп-сәпәкәй,

Минең ҡустым бәләкәй .

Ҡулын күтәргән була,

Сәпәкәй иткән була.

8. Дәфтәрҙә эш башкарыу. (б.12,б.36)

9. Бармаҡ уйыны «Кем килгән?»

- Балалар, ҡарагыҙ  әле, беҙҙен өйгә кемдәрҙер килгән, әйҙәгеҙ  һорайыҡ, кемдәр килгән? (бармаҡ уйынын уйнау).

-Балалар, әйтегеҙ  әле, ә гаилә ниндәй булырга тейеш? (ҙур,  )

10. Йомғаҡлау

- Балалар, 1 март - башҡорт гаиләһе көнө, 15 май - бөтә донья  гаилә көнө.

Ошо көндәрҙә беҙ ата-әсәйебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ.

- Балалар, беҙ - төрлө милләт балалары. Төркөмдә татыу, бер гаилә һымаҡ йәшәйек.