“Бәпембә” төркөмөндә “Башҡорт үҙәге"н тасуирлау
материал

Тулеганова Гульсиня Абдулловна

Башҡорт үҙәге

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл opisanie_ugolka.docx110.29 КБ

Предварительный просмотр:

“Бәпембә”  төркөмөндә  “Башҡорт үҙәге ”н  тасуирлау:

1. Урындыҡ - башҡорт халҡында иң төп йорт йыһазы булып һаналған.Унда ултырып ашарға ла , кис  урын йәйеп ятып йоҡларға ла мөмкин булған, шулай уҡ  унда балалар ултырып уйнарга яратҡан.  

2.Сәңгелдәк-яңы туған бәләкәй бәпесте  йоҡлата торған урын.Бала йоҡлаған ваҡытта уратып селтәр йәки йоҡа тауар менән ҡаплар булғандар.

3.Һандыҡ-унда ҡәҙерләп, һаҡлап тотҡан кейемдәр, затлы әйберҙәр һаҡланған.

4.Түшәктәр-һандыҡ өҫтөнә йоҡларға тәғәйенләнгән түшәктәр,мендәрҙәр йыйылып һалыныр булған.

5.Башҡорт халыҡ кейеме- балаларҙы боронғо башҡорт халҡының кейгән кейеме менән таныштырыу:ҡатын-ҡыҙҙар -балитәкле күлдәк,камзул,елән,ҡашмау. Кейем бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән була. Ир-егеттәр: күлдәк-ыштан , камзол йәки сәкмән кейер булғандар,уның тышынан  елән кейеп ,билбау менән быуғандар. Еләнде башҡорттарҙың киң таралған һәм танылған өҫ кейемдәренең береһе. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә еләне тауарының затлы, биҙәүестәренең ҡыйбатлы һәм төрлө булыуы менән хужаһының социаль статусын күрһәткән.

6.Башҡортостандың ете мөғжизәһе- Башҡортостандың дан алған ете ғорурлығы менән балаларҙы ентекләп  таныштырыу.

7.Таҫтамал- башҡорт орнаменты менән биҙәлгән һөртөнөү өсөн тәғәйенләнгән таҫтамал менән таныштырыу.

8.Һаут-һаба- башҡорт орнамент менән биҙәлгән көдәлек тормошта ҡулланыла торған ҡайһы бер һауыттар менән таныштырыу:батмус, кәсә,ҡалаҡтар,бал һауыты

9. Сигелгән  салфеткалар-боронда ундай әйбер һәр өйҙө биҙәгән.

 I:\башҡорт\e127698c-3060-4044-b8f5-119fc848a616.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...