"Тәүәкәндә ҡымыҙ бешәләр"
план-конспект занятия по аппликации, лепке (подготовительная группа)

Тулеганова Гульсиня Абдулловна

Художестволы-эстетик тәрбиә(һүрәт төшөрөү)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_z.po_risov.innovats.ploshchadka.docx23.32 КБ

Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автономиялы учрежденияһы «Уралҡай» балалар баҡсаһы

     

Художестволы-эстетик тәрбиә”( Һүрәт   төшөрөү )

Тема: “Тәүәкәндә ҡымыҙ бешәләр”

                                                         Тәрбиәсе:Түләгәнова Г.А.

                                                        “Алмаҡай”әҙерлек төркөмө

                                                 

                               15.04.2020  йыл

                                 Мораҡ ауылы  

Тәрбиәсе:балалар,мин һеҙгә хәҙер шиғыр уҡып ишеттерәм,тыңлағыҙ әле:

ҠЫМЫҘ

(Г.Ғәлиева)
Өләсәйем ҡымыҙ бешә,
Нисек беләге талмай?
Ағас көбөлә, гөбөрләп,
Бейә ҡымыҙы ҡайнай.
Өләсәй әйтә, ҡымыҙҙы
Баһадирҙар эсә, ти.
Бәләкәй малайҙар унан
Көслө булып үҫә, ти.


Тәрбиәсе:нимә тураһында шиғыр

Балалар:ҡымыҙ тураһында

Тәрбиәсе:эйе балалар, ҡымыҙ эскәнегеҙ бармы?

Балалар:ҡымыҙ эскәнебеҙ бар, ул шифалы эсемлек.

Тәрбиәсе:дөрөҫ, ҡымыҙ шифалы эсемлек. Ҡымыҙ микробтарға ҡаршы бик көслө матдә, унда тәбиғи  антибиотиктар күп. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, эсәк-ҡарынды таҙарта.

Ҡымыҙ өҙлөккән кешеләрҙе дауалағанда, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, һәм башҡа күп ауырыуҙрҙы  дауалағанда ҡулланыла.

Немец һәм урыҫ сәйәхәтсеһе ғалим-энциклопедист Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В.Даль, С.Аксаков, Л.Толстой һ. б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған.

Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррикхат та башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта.Әммә беҙҙәге кеүек ҡымыҙ килеп сыҡмай. Башҡорт апайҙарын да алып барып ҡымыҙ бешеп ҡарайҙар.Әммә эсемлек башҡорт ерлегендәге кеүек тәмле килеп сыҡмай. Башҡортостан ерлегендә үҫкән ҡылғанға һәм үҫемлектәргә күрә башҡорт ҡымыҙы ҡабатланмаҫ тәмгә эйә, шифалы.

Ҡымыҙ -бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уны эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.

Хәҙерге заманда ла башҡорт халыҡ эсемлеге киң һорау  менән таныла.

Балалар,беҙҙең районда Тәүәкән ауылы бар, ул кемдең тыуған ауылы әле?

Балалар: Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы.

Тәрбиәсе: дөрөҫ,М.Ғ.Рәхимов ярҙамы менән  ауылда ат фермаһы төҙөлә.

Көтөүлектә - 400 башҡорт тоҡомло аттар йөрөй. Тәүәкәндә бейә һауалар.

Май айынан сентябргә хәтле бейәләр көтөүлектә  һауыла һәм уның һөтөнән шифалы ҡымыҙ бешелә.

Тәүәкәндең ҡымыҙы районда ғына түгел, бөтә республика магазиндарында ла һатыла.

Ҡымыҙҙы, элекке халыҡ туҫтаҡтан эскән, ә хәҙер ниндәй һауыттан эсәләр, беләһегеҙме?

Балалар:бокалдан,кәсәнән эсергә мөмкин.

Тәрбиәсе: дөрөҫ  балалар, әйҙәгеҙ, һеҙҙең менән бөгөн, ҡымыҙ эсә торған кәсәләрҙе төшөрәйек.(өлгөнө ҡарау)

Кәсә нимәгә оҡшаған?

Балалар: сынаяҡҡа оҡшаған, ләкин ул сынаяҡтан яҫыраҡ.

Тәрбиәсе: был кәсә башҡорт орнаменты менән биҙәлгән.

Башҡорт орнаментында ниндәй төҫтәр күрәһегеҙ?

Балалар:ҡара,ҡыҙыл,һары һәм йәшел төҫтәр

Тәрбиәсе: башҡорт орнаменты геометрик фигураларҙан-шаҡмаҡтан,бағаналарҙан төҙөлә. “Баҫҡыс”, “ромб” элементтары-“батмус”,ромбҡа өҫтәп яһалған кәкерсәкте-“ ҡош башы”,дегәнәккә оҡшаш ромбты-“сәскә”,ә тоташтырылған ромбтарҙы-“баҙыян ботағы”,тәкә мөгөҙө кеүеген-“ҡусҡар”, “тараҡ”, “ҡаҙ тәпәйе”,”әүернә”, “йөрәк”, “дөйә муйыны”, “ йылан” тип йөрөтәләр.Үҫемлек өлөштәренә аҡ сәскә,ҡыңғырау,тюльпан сәскәләре менән берлектә япраҡтар,үлән ботаҡтарына оҡшаш элементтар бар.

Тәрбиәсе:хәҙер мин һеҙгә нисек төшөрөргә өйрәтәм.

(тәрбиәсе ябай ҡәләм менән  кәсә формаһын төшөрөп күрһәтә)кәсәнең өҫкө һәм аҫҡы биҙәген “баҫкыс” элементы менән  һыҙабыҙ(төшөрә), баҫҡыстар араһына уртаға тәкә мөгөҙө- ҡусҡар биҙәген төшөрөп ҡуябыҙ.Ҡәләм менән төшөрөп бөткәс, бумаланың осо менән йәшел төҫтәге буяуҙы алып “баҫкыс”элементын буяу менән ҡабатлайбыҙ.Бумаланы һыуҙа йыуып ҡыҙыл төҫтө алабыҙ, бөтә бумала менән баҫып ҡусҡар биҙәген буяу менән ҡабатлайбыҙ.

Ә хәҙер биҙәктәрҙе һауала төшөрөп ҡарайыҡ.

Баҫҡыстарҙы нисек төшөрөрһөгөҙ?

Бала:бумаланың осо менән  һыҙыҡтар һыҙабыҙ.

Тәрбиәсе:кәсәнең уртаһына ҡусҡар биҙәген нисек эшләйбеҙ?

Бала:биҙәкте бөтә бумала менән баҫып эшләйбеҙ. 

Балалар үҙ аллы эшкә тотона.

Һүрәттәрҙе төшөрөп бөткәс,киптерергә бер урынға һалалар.

Йомғаҡлау:

Тәрбиәсе: балалар,беҙ бөгөн нимә менән шөғөлләндек?

Балалар:ҡымыҙ,Тәүәкән ауылы тураһында һөйләштек, кәсәне башҡорт орнаменты менән биҙәкләнек.

Тәрбиәсе: кәсәне биҙәкләгәндә арнаменттың ниндәй элементтарын ҡулландығыҙ? 

 Балалар: “баҫҡыс”, “ ҡусҡар” элементын ҡулландыҡ.

Тәрбиәсе:Афарин балалар,дәресебеҙ тамам.