МОЯ СТАТЬЯ “Волшебная воспитательная сила башкирских народных сказок” для газеты "Маяк"
материал (старшая группа)

Кадирова Карлугас Ягафаровна

      Моя статья “Волшебная воспитательная сила башкирских народных сказок”  для газеты "Маяк" 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya.docx4.03 КБ

Предварительный просмотр:

      

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең тәрбиәүи көсө.

        Бала сағымды һағынам... Йәшенләп, дөһөрләп, ишеп яуған йылы, йомшаҡ шифалы ямғырҙарҙы һағынам...

        Йәшенле ямғырҙар яуғанда, атайым беҙҙе, дүрт балаһын дүрт яғына һалып алып, оҙон-оҙаҡ иттереп, тәмләп-тәмләп, башҡорт халҡының алтын ҡомартҡыһы булған әкиәттәрен - Ҡамыр батыр, Аҡъял батыр, Алдар батыр, Урал батыр, Әминбәктәрҙе һөйләй торған ине. Нисә тапҡыр һөйләһә лә, ауыҙынан күҙебеҙҙе алмай, Ҡамыр батыр менән бергә донъя гизеп, Алдар батырҙың отҡорлоғона, Иргәйел ҡарттың хәйләкәрлегенә хайран ҡалып,  тыңлап ята торған инек.

       Кескенә саҡта улар миңә ни бары әкиәт, мөғжизәле серле донъя кеүек кенә инеләр. Хәҙер инде, үткән йылдар бейеклегенән күҙ һалғанда, ошо әкиәттәрҙең уйҙырма бер хикәйә генә түгел, ә минең бар булмышымды билдәләп тороусы, ергә һеңеп үҫкән көслө тамырҙарым икәнен, минең күңел донъямды яҡтыртып тороусы яҡты маяҡ икәнен, яңы үрҙәргә, бейеклектәргә әйҙәүсе көслө ҡанаттарым икәнен аңланым.

      Әллә ниндәй заманалар килде. Бөгөн беҙ ашығыс эштәр араһында үҙебеҙгә генә түгел, көндән-көн ҙурайып,  үҫеп барыусы балаларыбыҙға ла ваҡыт бүлергә онотоп ебәрәбеҙ. Кистәрен, йылы йомшаҡ мендәргә ятып, кескенә сабыйын ҡосаҡлап, халыҡ әкиәттәре һөйләп ятыусы ата-әсәләр көндән-көн кәмей бара.

      Тимәк, башҡортомдоң ауыҙ-тел ижадының иң яҡты емештәре - халыҡ әкиәттәре лә көндән-көн онотолоп, халыҡ хәтеренән юйылып баралар тигән һүҙ.

     Ә бит  үҙ халҡының рухи ҡомартҡыларын ишетмәй, әкиәттәрен тыңламай, йырҙарын йырламай үҫкән бала - сүллектәге ел ыңғайына тәгәрәп йөрөүсе тамырһыҙ үлән - ҡамғаҡ үләне төҫлө булып үҫә.

     Бөгөнгө көндә мин Түбән Серекүл ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Көндәлек эшемде лә, ҡасандыр үҙемдең күңел түремдә яҡты эҙҙәр ҡалдырған, оло тәрбиәүи көскә эйә булған башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына таянып алып барам. Рухи  ҡомартҡы өлгөләренең һәр береһен кескенә сабыйҙарыбыҙҙың  күңел түренә тамсылап, бөртөкләп һеңдереп, уларҙың күңел донъяларын байытыу өҫтөндә эшләйем. Беҙ сабыйҙар менән башҡорт халыҡының бәләкәстәр өсөн уйындарын уйнайбыҙ, йырҙарын, һамаҡтарын өйрәнәбеҙ, әкиәттәрен уҡыйбыҙ, улар буйынса сәхнәләштереүҙәр әҙерләбеҙ. 2019 йылда башҡорт халыҡ "Ҡурай" әкиәте буйынса әҙерләнгән театраль күренешебез менән дә район кимәлендә беренсе урын яуланыҡ.

       Кескенә дуҫтарым башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы булған башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләгәнемде түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.  Әкиәт геройҙары менән улар ҙа, мөғжизәле донъяларға, зәңгәр күктәргә, Сәмреғоштоң ер аҫты батшалыҡтарына, яуыз дейеү һарайҙарына сәйәхәт ҡылалар.

     Халҡым киләсәге беҙҙең ҡулда. Ошо киләсәккә ниндәй шәхестәр үҫтереп ҡалдырыуыбыҙ беҙҙән генә тора. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, рухы ҡомартҡыларын тергеҙеп, телдән-телгә күсерә барһаҡ, халҡыбыҡҡың киләсәге лә яҡтыраҡ, ышаныслыраҡ булыр ине.

Ҡадирова Ҡарлуғас Йәғәфәр ҡыҙы


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Консультация для воспитателей.«Влияние башкирских народных сказок на развитие речи дошкольников»

Сказки – произведения большого искусства. Знакомясь с ними, не замечаешь их сложного построения – настолько они просты и естественны.Проанализировав со‏̣сто‏̣яние‏̣ про‏̣бле‏̣мы влияния сказки на эмо‏...

Консультация «Влияние башкирских народных сказок на развитие речи дошкольников»

Сказки – произведения большого искусства. Знакомясь с ними, не замечаешь их сложного построения – настолько они просты и естественны.Исследования многих учённых показывают на то что во&rlm...

Картотека "Башкирских народных сказок"

КАРТОТЕКА БАШКИРСКИХ        НАРОДНЫХ   СКАЗОК ДЛЯ  ДЕТЕЙ 4-5 ЛЕТ...

КАРТОТЕКА БАШКИРСКИХ НАРОДНЫХ СКАЗОК ДЛЯ ДЕТЕЙ ДОШКОЛЬНОГО ВОЗРАСТА

Цель: Приобщение детей к культуре башкирского народа. Знакомить детей с истоками народной мудрости: с башкирскими сказками....

Самообразование по теме «Приобщение детей к культуре башкирского народа, посредством башкирских народных сказок с различными видов театра».

Анализ проделанной работы по самообразованию на 2020-2021  учебный годФ.И.О. Беглова Танзиля РашидовнаДолжность: воспитатель.Тема: «Приобщение детей к культуре башкирского народа, посредств...

Картотека башкирских народных сказок

Картотека башкирских народных сказок для детей 4-5 лет...