Мөғжизәле тәбиғәт
план-конспект занятия по окружающему миру (средняя группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы
Урта төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mogzhizle_tbigt.docx23.07 КБ

Предварительный просмотр:

Мөғжизәле тәбиғәт.

Тәрбиәсе: Гөлнара Наил ҡыҙы Әхмәтйәнова.

Танып белеү өлкәһе.

Практик –дәрес:Уртансы төркөм .

Маҡсат: Кағыҙ, ҡом, боҙ магнит менән тәжрибә үткәреү,  алдан алынған белемдәрен нығытыу.

Тирә –йүн танып белеүгә  ҡыҙыҡһынаусанлыҡты, күҙәтеүсәнлекте тәрбиәләү, тулы итеп яуап биреүҙе һәм телмәрҙе нығытыу. “Т” хәрефенең әйтелешенә күнегеү үткәреү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш  тәрбиәләү.

Йыһаздар:  компютер ярҙамында  төрлө ҡоштар тауыш яҙмаһы,  баҡса, болот, кояш, сәскәләр, бал ҡорттарының  һүрәттәре.

Тәжирбә өсөн:  бер табаҡ һыу, ҡағыҙҙан эшләнгән  томбойоҡ, бер литрлыҡ банка йылы һыу,  тишекле ҡапҡас, тимер (оцинковка) таҡта, магнитиктар.

Дәрес барышы: Хәйерле иртә, балалар, хәйерле иртә , апайҙар! Балалар,  әйҙәгеҙ, беҙ үҙебеҙгә лә хәйерле иртә   теләйек.

Т: Хәйерле иртә, балалар!

Б: Хәйерле иртә! ( яуап)

Т: Хәйерле иртә , күҙләрем!

Б: Хәйерле иртә!

Һеҙ уяндығыҙмы? !( күҙгә гимнастика асып –йомалар)

Хәйерле иртә ҡулдарым!

Һеҙ уяндығыҙмы? (сәпәкәй)

Хәйерле иртә , ҡояшҡай!

Беҙ уяндыҡ. ( ҡулды тирә яҡҡа йәйәләр)

Хәйерле иртә ,апайҙар!

Һеҙ уяндығыҙмы?( апайҙар яғына ҡарап йылмаялар)

Т: Балалар, һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы, ә әкиәттәр нисек башлана әле ул? ( балаларҙың яуабы)

Ә әкиәттәр тылсымлы , мәғжизәле булғанын һыҙ барығыҙҙа беләһегеҙ, шулаймы?

Т: Бәләкәстәрем, беҙҙә бөгөн әкиәт доньяһындай бик матур , мөғжизәле  , тылсымлы  үҙебеҙҙең уйын бүлмәһендә  мөғжизәле сәйәхәткә сығайыҡ.   Әйҙәгеҙ минең менән, тик мине тыңлағыҙ,  тылсымды ҡурҡытмаҫ өсөн тыныс ҡына, шауламай ғына  минең арттан.

Ҡарағыҙ әле, түңәрәк өҫтәлдә, түңәрәк  һауыт, түңәрәк һауыт эсендә йылтыр һыу,  ә эргәһендә  томбойоҡ сәскәләре таждарын асалмай  һыуға һыуһап  ултыралар түгелме? Ярҙам кәрәк уларға. Нисек ярҙам итербеҙ? ( яуаптар)

-Эйе,  томбойоҡ сәскәләре һыуһаған, һыуға төшөрәйек ( һыуға төшөрәбеҙ, күҙәтәбеҙ.  Томбойоҡ таждарын аса )

Т: Балалар, ни өсөн  томбойоҡ таждарын асты? ( Баларҙың яуаптар. )

Т: -Дөрөҫ, балалар,  ҡағыҙҙан эшләнгән беҙҙең томбойоҡтар, ә  әгәр ҡағыҙ һыуланһа  ул ауырайа һәм һыуға  йәйелеп ята.)

Т:  -Артабан китәйек, арғы өҫтәлдә ҡара болот һүрәте, ул нимәне аңлата икән? ( балаларҙың яуабы).  Эргәһендә яҙыуҙа бар. Уҡыйым әле. “Мин  ямғыр болото, минең  тылсымым нимәлә?” тип һораған Ямғыр болото. Ә уның тылсымын белер өсөн, тәжрибә эшләргә   банкала йылы һыу ҙа , боҙҙа бар.   Әгәр банка өҫтөндәге  тишекле  ҡапҡасҡа   боҙҙо һалһаҡ ни эшләр? ( күҙәтәләр һәм балаларҙың яуабы)  Дөрөҫ, боҙ беҙҙең ирей, банка эснә тамсылап аға башланы. Тәбиғәттә лә шулай,  ҡара болот  - ул боҙло болот, ергә яҡынлашыу менән, ҡояш йылыһына  иреп ирей һәм өҫтән тамсылап  ямғыр булып төшә, ә әгәр көн һыуыҡ торһа ул  ҡар булып яуа. Аңланығыҙмы?

 Ямғыр болотона  бер тиҙ әйткес әйтеп ишеттерәйек.

-Тып та тып, тып та тып,

 Тамсы тама   тыпылдап.

Тып та тып, тып та тып!

Тамсы таштарҙы тишә!

Тасы боҙҙарҙы тишә!

Тәрбиәсе:-  Киттек ары, өсөнсө өҙтәлгә . Өҫтәлдә  ике батмус  , береһендә һыулы ҡом икенсеһендә ҡоро ҡом. Ул нимәне аңлата икән? Был өҫтәлдә ҡоро ҡом менән йеүеш ҡомда ниндәй  тылсым булырға мөмкин икән? ( балалар тотоп ҡарай,  уларҙың яуабы)

Эйе балалар, йыүеш ҡомда төрлө  эҙҙәр ҡалдырып була, ә ҡорола булмай. Йеүеш ҡом менән   формаларға һалып уйнап була , ә ҡороһо менән булмай.  Шулай булғас бында ниндәй тылсым бар? Балаларҙың  яуабы) Йомғаҡлау:  Йеүеш ҡом менән  төрлө формалар йәбештереп эшләп була, һыу йәбешкәк була, ә бына һыу теймәгән  ҡом ыумалы, ул  бер береһенә йәбешмәй, шуға күрә формочкаға һалып төрлө фиғуралар эшләп булмай. Был бер батмусҡа  яғыр яуған, икенсеһенә ямаған)

Т: Тәбиғәттә  йылы ямғыр яуып үткәндән һуң бал ҡорттары сәскәнән- сәскәгә ҡунып бал йыйалар. Бына был  тимер таҡта ташындала  шул күрһәтелгән ( Тимер таҡта ташында  төрлө төҫтә сәскәләр өҫтөндә бал ҡорттары магнит менән йәбештерелгән.)  Иғтибар менән ҡарайыҡ әле , мин аңламайым сәскәләр ҡағыҙҙан,  бал ҡорттары ҡағыҙҙан шулай булһала  нисектер бал ҡорттары ҡоламай сәскә өҫтөндә торалар икән ? ( балаларҙың яуабы)  Эй, ысынлап та  ошо магнит менән тимер таршыша икән, ә араһындағы ҡағыҙ улар араһында  ҡыҫтырылып йәбешеп ҡала.   Магнитты тимерҙән алыҫайтһаң тартыу көсө бөтә, яҡынайтһаң  улар көслөрәк тарыла. ( Балалар магнитты  тимер таҡтаға йәбештереп, айырып ҡарайҙар.  Һығымта эшләйҙәр. Өлкән магнит нығыраҡ тарта, бәләкәсе  ипләберәк тарта)

 Т: Балалар ҡайтайыҡ инде тылсымлы  тәбиғәт доъяһынан  мин һыуһаным. Һыу эскем килә.   Һуңғы өҫтәлдә  биш банкала һыу ( береһе төҫлө, икенсеһе еҫле, өсөнсөһөндә  ҡом, дүртенсеһендә боҙ, бишенсеһе таҙа һалҡын һыу . Тәрбиәсе аптырап ҡала.

-Балалар, ниндәй һыу таҙа икән?  Ҡайныһын эсергә була?  ( һәр банканы   тикшереп  ҡарайҙар)

Тәрбиәсе:- Шулай булғас , балалар, һыу төҫһөҙ, еҫһеҙ, һалҡын була. Ә беҙ уларҙы төҫ һалып буйяй алабыҙ, тәмләткес һалып тәм бирә алабыҙ, һыуҙы йылыта ла алабыҙ, туңдырып  ҡатырта алалабыҙ.  

Тәрбиәсе таҙа һыуҙан ауыҙ итә һәм

-Балалар,  беҙ  бөгөн бүлмәнән сыҡмай ғына күп нәмәләр ҡараныҡ һәм күп  тылсымдарға өйрәндек, һанап үтәйек әле. (балалар  һанап үтәләр) Эйе, афарин, ә хәҙер барығыҙҙы ла  

уйнарға саҡырам.