"Ирәндектең аҫыл таштары"
план-конспект занятия по окружающему миру (подготовительная группа)
Тирә-яҡ мөхит менән танышыу.
Сығарылыш төркөмө.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
irndekten_asyl_tashtary.docx | 95.31 КБ |
Предварительный просмотр:
(сығарылыш төркөмө өсөн тәғәйәнләнгән)
Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы.
Маҡсат:
- Балаларҙы тыуған еребеҙҙең байлығы – аҫыл таштары менән таныштырыу
- Ошо байлыҡҡа ҡарата ҡыуаныү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү
- Ғорурлыҡ тойғоһо уятыу
- Таштар менән яңы уйын өйрәнеү
- Эстетик тәрбиә биреү
Һүҙлек эше: шахта, мәрмәр, аҡыҡ
Йыһазландырыу: таштарҙан эшләнгән биҙәнеү әйберҙәре, сувенирҙар, йылға таштары, буяу, көй яҙылған диск, йәшмә ташы коллекцияһы, уйын өсөн ваҡ таштар.
Шөғөл барышы.
Талғын ғына ҡурай моңо яңғырай. Тәрбиәсе балалар менән ултырышалар.
Тәрбиәсе:
- Балалар, бөгөн беҙ Ирәндек тауы буйына экскурссияға барабыҙ. Ә унда нимәләр күрергә, ҡарарға була?
Балалар:
- Ағастар, үләндәр, таштар, йылғалар, хайуандар, ҡоштар.
Тәрбиәсе:
- Ә бөгөн беҙ таштар тураһында һөйләшәбеҙ. Таштарҙы ҡайҙа күрергә мөмкин?
Балалар:
- Юлда, урамда, тауҙа, йылға буйында.
Тәрбиәсе:
- - Таштар нимә өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ?
Балалар:
- Йорттар, юлдар төҙөргә, биҙәүестәр эшләргә.
Тәрбиәсе:
- Эйе, таштарҙан бик күп нәмә эшләргә була икән. Бына, мәҫәлән, сәғәт, биҙәүестәр, ҡумта.
Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, көй аҫтында киттек Ирәндеккә (ҡүрай көйө уйнай). Асығыҙ күҙҙәреғеҙҙе, ниндәй тауға килдек
Балалар:
- Ирәндеккә!
Тәрбиәсе:
- Мин һеҙгә ошо тау тураһында әкиәт уҡығайным. Әйҙәгеҙ, бергәләп хәтергә төшөрәйек (әҫәрҙең эстәлеген хәтергә төшөрөү).
- Ысынлап та, беҙҙең Ирәндегебеҙ буйында файҙалы ҡыҙылмалар бигерәк күп икән. Ә хәҙер уйын өйрәтәм һеҙгә. Ул “Бәхет ташы” тип атала. Бына ошо ваҡ таштар араһында берәүһе генә аҡ, ул бәхет ташы. Таштарҙы усҡа һалып өҫкә һибеп ебәрәһең дә, усты тиҙ генә аҫҡа ҡаратып тотаһың. Таштар араһында аҡ таш булһа, изге, яҡшы теләк теләр кәрәк. Мәҫәлән, әсәйем ауырымаһын, йәки сәсем оҙон булып үҫһен. Әйҙәгеҙ уйнайыҡ (ике – өс тапҡыруйнау). Ирәндек тауы төрлө таштарға бай. Унда бигерәк тә йәшмә, мәрмәр күп. Ә инде, балалар, һеҙҙең олатай – өләсәйҙерегеҙ бәләкәй саҡта Ирәндек буйында алтын сығарғандар. Бәшмәк, еләк йыйырға, бесәнгә барғанда ололар һөйләйҙәрҙер.
Әле лә унда тәрән соҡорҙар бар, шахта тиҙәр, шунан алтын эҙләп сығарғандар. Ҡыҙыл йылғаһының теге
ярында ауыл булған, шул ауылдан шахталарға йөрөп эшләгәндәр. Тимәк беҙҙең Тал – Ҡусҡары эргәһендә
алтын сығарғандар.
Шул ваҡыт Ирәндек хужабикәһе инә (сюрприз моменты):
- Һаумыһығыҙ, балалар! Мин – Ирәндек тауының хужабикәһе. Минең тауымда бик матур таштар бар (таштарҙы балаларға күрһәтә, исемдәре менән таныштыра, улар тураһында һөйләй). Миндә алтын да бар, көмөш тә бар – уларҙан биҙәнеү әйберҙәре эшләйҙәр, алҡалар, балдаҡтар, хатта аҡсалар. Ирәндегемдә бигерәк тә йәшмә күпләп сығарыла. Уны эшкәрткәс, ошоноң кеүек таштар килеп сыға. Балалар, ул төҫлө таштарҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, әле буяуҙар ярҙамында йәшмә ташын эшләп ҡарайыҡ. Бына ошо таштарҙы буяйбыҙ. Кипкәс, үҙегеҙ менән алып ҡайтырһығыҙ.
(Ҡурай моңо уйнатыла, балалар таштарҙы буяйҙар).
Ирәндек хужабикәһе:
- Һай, маладис балалар, буяп та бөттөләр. Был минең һеҙгә бүләгем булыр.
Тәрбиәсе:
- Рәхмәт, Ирәндек хужабикәһе. Таштар кипкәнсе “Аҡ таш” уйынын уйнап алайыҡ (“Үгеҙ йөҙөгө” уйыны кеүек). Көтөүсе һайлана. Таш балаларҙың береһенең усында. Көтөүсе ташты эҙләп табырға тейеш, тапмаһа – яза бирелә (йырлай, бейей, шиғыр һөйләй).
Тәрбиәсе:
- Балалар, Ирәндек хужабикәһенә рәхмәт әйтеп
- хушлашайыҡ. Ул һеҙгә бүләк бирҙе, ә беҙ
уға йыр йырлайыҡ (“Күк Ирәндек буйында”.
Батыр Вәлит һүҙҙәре, халыҡ көйө).
Күк Ирәндек буйында,
Ҡара ерҙең ҡуйынында,
Клеть юлдары.
Тәрән шахта эсендә,
Алтын йыуыу эшендә
Урал улдары...
Тәрбиәсе:
- Балалар, беҙ Ирәндек тауына экскурссияға барҙыҡ. Уның аҫыл таштары менән таныштыҡ. Тыуған яғыбыҙҙың байлыҡтары күп икән. Ул байлыҡтар беҙгә ата – бабаларҙан ҡалған, беҙ ҙә уларҙы үҙебеҙҙең киләсәк быуынға матур, теүәл еткерергә теешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡларға, уға зыян килтермәҫ кәрәк. Ә хәҙер баҡсабыҙға ҡайтайыҡ.