Дәрес өлгөһө
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)
Өлкәндәр төркөмөндә танып-белеү өлкәһе буйынса дәрес өлгөһө
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
er_-_tere_planeta.docx | 22.01 КБ |
Предварительный просмотр:
Баймаҡ ҡала хакимиәтенең мәғәриф бүлеге
Муниципиаль мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге – «Айыуҡай» балалар баҡсаһы
“Ер – тере планета”
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тирә-йүнде танып- белеү
буйынса дәрес өлгөһө
“Ер – тере планета”
Маҡсат:
- Ҡояш системаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ер, Ҡояш һәм башҡа планеталарға ҡыҙыҡһыныу, иғтибар тәрбиәләү. Балаларҙың аң-зиһенен, күҙаллауын, фекерләүен һәм телмәрен үҫтереү.
- Һыуҙың тәбиғәттә, кешеләрҙең көнкүрешендә булған әһәмиәте һәм уның бөтә Ер шарындағы тереклектең йәшәү сығанағы булыуы тураһында төшөнсәне камиллаштырыу. Һыу менән эксперименталь практик эштәр, тәжрибәләр, күҙәтеүҙәр аша кәрәкле һығымталар яһау, уның төрлө сифатҡа эйә булыуын үҙҙәренең күҙәтеүҙәре , сағыштырыуҙары аша төрлө нәтижәле һәм үҙенсәлеклә һығымта яһарға өйрәтеүҙе дауам итеү. Һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрес барышы:
- Балалар, йомаҡты сисегеҙ әле.
-Күктән килде, ергә китте ( ямғыр).
Фонояҙма – ямғыр яуыуы.
- Балалар, ямғыр яуғас, тып-тып тамсылыр тамды, бер, ике, өс.... һанап бөтөрлөк түгел. Тамсылар бер-береһе менән һөйләште. Бер тамсы: “Эх, бер урында торорға яратмайым, сәйәхәт итергә яратам”- тине. Бына ошо сәйәхәт итеүсе тамсы беҙгә ҡунаҡҡа килде.
Ҙур тамсы һүрәте эленә.
-Балалар, әйҙәгеҙ ошо сәйәхәт итеүсе тамсы менән беҙҙә сәйәхәт итеп алайыҡ.
Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа,һаумы!
Шаян елкәй,һаумы!
Кескә имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә
Сәләмләйбеҙ һеҙҙе лә!
Әйҙәгеҙ,Ҡояш системаһының картаһы менән танышайыҡ.
- Картаның уртаһында нимә тора?
- Ҡояш нимә ул? Ҡояш- ул ҙур шар-йондоҙ.
- Эйе, ҡояш -ул ҙур түңәрәк йондоҙ, ул Ергә башҡа йондоҙҙарға ҡарағанда ла яҡыныраҡ урынлашҡан. Ул ҡыҙған шар, унан бик күп йылылыҡ һәм яҡтылыҡ килә.
- Беҙ ҡояшҡа ҡарай алабыҙмы?
- Ул шундай сағыу, шуға тура ҡарап булмай, күҙ сағыла.
- Балалар беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?
- Ерҙә, беҙҙең планетабыҙ Ер.
- Беҙҙең Ер шары Ҡояш тирәләй әйләнә.
- Балалар Ҡояш янында ниндәй планеталар бар. Венера, Меркурий, Марс,Ер.
- Ҡайһы планета Ҡояштан йылылыҡ күберәк ала. Меркурий, Венера, Ер.Ҡалғандары Марс, Плутон, Уран әҙерәк.
- Бөтә планеталар ҙа Ҡояш тирәләй әйләнә.
- Ер планетаһының макты нимә ул?
Глобус күрһәтеү.
- Балалар , Ер –тере планета. Ерҙә йәшәү бар, сөнки унда кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр һ.б. тереклектәр йәшәй. Ер планетаһында һыу, һауа, йылылыҡ бар, был шарттар бөтә тереклек өсөн булдырылған. Ер кешеләрҙең өйө. Балалар, беҙҙең Еребеҙ иң матуры!
- Ерҙә ниндәй полюстар бар? Төнъяҡ, көнъяҡ.
- Нисә материк бар? Алты.
Глобусҡа ҡарау.
-Америка , Евразия,Австралия, Антарктида, Арктика, Африка.
Глобус һәм лампа менән тәжрибә.
- Ни өсөн Ерҙә көн менән төн алышына? Балалар, хәҙер беҙ шуны тикшерәбеҙ, ҡарайбыҙ, күҙәтәбеҙ.
Хәрәкәтле уйын “ Ҡояш һәм планеталар”
-Балалар, әйҙәгеҙ тағын бер мәртәбә глобусҡа ҡарайыҡ. Унда ниндәй төҫтәр күберәк? Күк төҫ.
- Күк төҫ менән нимә билдәләнгән?
Океан, диңгеҙ, йылғалар, шишмәләр. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән һыуҙың төрлө тылсым көсөнә эйә булыуы тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Сәйәхәт итеүсе тамсыға ла был бик ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым.
- Кешеләргә һыу ни өсөн кәрәк? Йыуынырға, эсергә, ашарға бешерергә.
- Беҙҙең тәнебеҙҙә һыу бармы икән? Тикшерәбеҙ- бармаҡтарыбыҙҙы телебеҙгә тейҙерәбеҙ.Нимә эшләне?Еүешләнде, һыуланды.
- Беҙ илағанда күҙҙәребеҙҙән йәштәр тама, оҙаҡ илаһаҡ танауҙан да ағып китә.
- Ә өйҙә йәки төркөмдә эҫе булһа, беҙ нимә эшләйбеҙ? Беҙ тирләйбеҙ. Тимәк, беҙҙең дә тәнебеҙҙә һыу бар.
- Үҫемлектәрҙең дә һыуы буламы икән, тикшереп ҡарайыҡ әле? Япраҡты ҡулда йомарлап, таушалдырайыҡ, еүешлек барлыҡҡа килде.
- Емеш-еләктең да һыуҙары бар, беҙ уларҙы һығып һут эшләйбеҙ. Һәм беҙ ул һуттарҙы бик яратабыҙ. Шулай итеп үҫемлектәрҙә, емеш-еләктәрҙә лә һыу була икән.
- Йылғала ла, крандарҙа ла, күлдәрҙә лә һыу юҡ тип күҙ алдына килтерәйек. Нимә булыр икән? Кешеләр, хайуандар һыуһыҙ сарсап бөтөрҙәр ине, ә ағастар, үләндәр, сәскәләр һыуһыҙ кибеп бөтөрҙәр ине.
- Һыуҙы кеше эсеү, аш әҙерләү өсөн генә түгел, йыуыныу, өйҙәрҙе таҙа тотоу өсөн файҙалана. Йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлектәр өсөн дә һыу бик кәрәк, бына ниндәй икән ул һыу. Тимәк, һыу- бөтә тереклектең йәшәу сығанағы!
- Балалар, әйҙәгеҙ сәйәхәт итеүсе тамсыға төрлө тәжрибәләр үткәреп күрһәтәйек.
Һыу үтә күренүсән.
- Ҡалаҡты ошо стакандағы һыуға һалайыҡ. Ҡалаҡ һыуҙа күренәме икән? Тимәк һыу үтә күренеүсән.
Һыу төҫһөҙ.
- Һыу ниндәй төҫтә?
Стакандағы һыу эргәһендә төҫлө ҡағыҙҙар ята, сағыштырабыҙ. Һыуҙың төҫө юҡ, ул төҫһөҙ. Буяу һалһаҡ төҫөн үҙгәртә.
Һыуҙың еҫе юҡ.
- Һыуҙың еҫен еҫкәп ҡарайыҡ. Һыуҙың еҫе юҡ.
Һыуҙың тәме юҡ.
- Һыу иретеүсе. Шәкәр, тоҙ һалып болғатабыҙ. Шәкәр , тоҙ ҡайҙа булды? Ирене. Ул иретеүсе. Шулай итеп, балалар, беҙ һыу тураһында бик күп мәғлүмәт белдек.
Хәҙер мин һеҙгә һыу тураһында бәләкәй генә әкиәт һөйләйем. Схема буйынса һөйләү.
Борон-борон заманда тамсы йәшәгән ти. Тамсыға бер үҙенә күңелһеҙ булып киткән дә ул донъя күрергә тип сығып киткән. Барған-барған да иптәш тамсыларын табып, бергәләп гөрләүек булып ағып киткәндәр. Шунан барып йылғаға ҡушылғандар. Төнөн тамсы томанға әйләнеп, өҫкә күтәрелгән, ә иртәнсәк ҡояш йылытҡас, ул болотҡа әйләнгән. Өҫтә һыуыҡ, һалҡын булғас, ул ямғыр булып кире әйләнеп ҡайтҡан. Ҡыш еткәс, ул ҡар бөртөктәре булып ергә төшә икән. Ҡар, ямғыр яуыуы ошо була икән. Һәм ошо һыу әйләнеше тип атала.
Балалар схема буйынса һөйләй.
Дәрескә йомғаҡ яһау.