"Тәүәкәнде иңләй замана тракторҙары"
план-конспект занятия по окружающему миру (подготовительная группа)

Тулеганова Гульсиня Абдулловна

тирә-йүн менән таныштырыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zanyatie.docx24.99 КБ

Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автономиялы учрежденияһы «Уралҡай» балалар баҡсаһы

     

 “Тирә-йүн менән таныштырыу”

 Тема: “Тәүәкәнде иңләй замана                                                                тракторҙары”

                                                            Тәрбиәсе:Түләгәнова Г.А.

                                                      “Алмаҡай”әҙерлек   төркөмө

                                                 

                               24.04.2020  йыл

                                 Мораҡ ауылы  

Тирә-йүн менән таныштырыу.

Тема: « Тәүәкәнде иңләй замана тракторҙары».

Маҡсат: балаларҙа ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙең хеҙмәте тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү.

Яҙғы баҫыу эштәре тураһында белемдәрен үҫтереү.

Тәүәкән ауыл хужалығындағы техникалар тураһында белемдәрен арттырыу.

Хәтерҙе үҫтереү, тыуған яҡҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙең  хеҙмәтенә яҡшы  мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Ҡорамалдар һәм материалдар: магнит таҡтаһы, тема буйынса һүрәттәр,төҫлө ҡәләмдәр,техника шаблондары.

 

Дәрес барышы:

Тәрбиәсе:Балалар, әле ниндәй миҙгел етте?

Бала: Яҙ миҙгеле етте.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ,ҡар  ирей.Ҡояш ерҙе йылытҡас ,баҫыуҙа һәм баҡсаларҙа кешеләрҙең эше күбәйҙе. Яҙ ауыл хужалығында эшләгән  кешеләр өсөн ҡыҙыу ваҡыт. Халыҡ әйткәнсә: «Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра».

Шуға күрә яҙ етеү менән ауыл кешеһе иртә таңдан кискә хәтле тырышып сәсеү эше менән булыша.

Ауыл  хужалығында мөһим булған һөнәр эйәләре  ул тракторсылар(механизаторҙар).Иртә яҙҙа ер һөрөү төп эш  булып тора тракторсыларҙың.Баҫыуҙа сәсеү эштәрен башлар кәрәк,һәр культураның үҙенең сәсә торған ваҡыты бар,әгәр ваҡытында сәсеп өлгөрмәһәң,мул уңыш үҫтереп булмай.

Беҙҙең көндәрҙә ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙең хеҙмәтен техника еңелләштерә.Хәҙерге заманда баҫыуҙарҙа күп төрлө замана тракторҙарын күрергә мөмкин.

Шундай тракторҙарҙы  Тәүәкән ауылында, районыбыҙҙың  күренекле ауыл хужалығында күрәбеҙ. (тракторҙар урынлашҡан урындың һүрәттәрен ҡуйыу)Беҙ беләбеҙ,  был ауылдан данлыҡлы яҡташыбыҙ  Республикабыҙҙың беренсе президенты М.Г.Рәхимов сыҡҡан.Ул президент булған ваҡытында ла,тығыҙ эш графигында  ваҡыт табып тыуған ауылына ҡайтып йөрөгән. Ауылдаштары менән аралашып,булған ҡыуаныстарын уртаҡлашып,килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарын хәл итешеп,ярҙам ҡулы һуҙып йәшәй ул.(Рәхимовтың ауылда булған һүрәттәрен ҡуйыу)

Тәүәкән ауыл хужалығында ҡара яҙҙан башлап,ҡара көҙгә хәтле эштәр туҡталмай.

Баҫыуҙарға төрлө культуралар сәсәләр, был:бойҙай, арпа, һоло, арыш, кукуруз, картуф,көнбағыш.Көнө-төнө баҫыуҙа техника тауыштары  гөрләп ишетелеп  тора(баҫыуҙа йөрөгән техникаларҙың һүрәтен ҡуйыу).

Балалар нисек уйлайһыгыҙ сәсер алдынан трактор ерҙе нисек итеп эшкәртә?

Бала: Трактор ерҙе һөрә

Тәрбиәсе: Ерҙе һөрөп кенә ҡалмай,һөргәндән һуң  ер йомшаҡ,тигеҙ  булһын өсөн уны тырматып сыға.Аҙаҡ ҡына сәскес менән сәсергә була.Тракторсы эшләгән ваҡытта приборҙарҙың күрһәткестәрен  ҡарап ,двигателдең эшләгәнен тыңлап,тракторҙы дөрөҫ йүнәлештә йөрөтөп барырға тейеш.Әгәр ҙә трактор ниндәйҙер сәбәп буйынса боҙола икән,ул уны йүнәтә белергә лә тейеш.(тракторсының баҫыуҙа йөрөгән һүрәтен ҡуйыу)

Сәскән бойҙай үҫеп еткәс уңышты  нимә менән  йыйып алалар?

 Бала: Комбайн  менән

Тәрбиәсе: Дөрөҫ,комбайн йыя,уңышты йыйған ваҡытта иртәндән-кискә хәтле туҡтамай  эшләйҙәр.Ни өсөн улай эшләйҙәр икән?

Бала: тиҙерәк эшләп бөтөрөр өсөн

Тәрбиәсе: Эйе,ямғырға тейҙермәй уңышты йыйыр өсөн,(кобайндың урып йөрөгән һүрәтен ҡуйыу) нимә менән уңышты ташыйҙар икән?                

Бала: Йөк машинаһы менән

Тәрбиәсе: Дөрөҫ, йөк машинаһы  уңышты ырҙын табағына ,элеваторға ташый унда бойҙайҙы таҙарталар. Шулай итеп яҙҙан- көҙгә хәтле баҫыуҙа эш туҡтамай(машиналарҙың уңыш ташыған һүрәтен ҡуйыу).

  Иғтибарлыҡҡа   дидактик уйын  «Нимә үҙгәрҙе? »

( таҡтаға бер-бер артлы  трактор,комбайн,йөк машинаһы,сәскес һүрәттәре ҡуйыла,балалар иғтибарлап ҡарағандан һуң күҙҙәрен йомалар,тәрбиәсе һүрәттәрҙең береһен ала һәм нимә үҙгәргәнен табырға ҡуша)

                Уйын   “Һүрәттәрҙе дөрөҫ йый һәм һөйлә”

Тракторҙарҙың һүрәтен бер-бер артлы эш башҡарыуҙарына ярашлы теҙергә тәҡдим итеү(һабанлы трактор,сәскес,комбайн,йөк машинаһы).Һүрәттәрҙе теҙгән ваҡытта эш башҡарыуҙарын һөйләү:трактор һабан менән ерҙе һөрә,сәскес менән орлоҡ сәселә,комбайн уңышты йыя,йөк машинаһы уңышты ырҙын табағына,элеваторға ташый)

Йомғаҡлау.

Тәрбиәсе:Балалар,беҙҙең районыбыҙҙа  Республикала дан алған ниндәй ауыл хужалығы бар?

Бала: Тәүәкән ауыл хужалығы.

Тәрбиәсе: “Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра” тигән әйтемде нисек аңлайһыгыҙ?

Бала: Яҙ көнө мул уңыш алыр өсөн  культураларҙы  ваҡытында сәсеп өлгөрөргә кәрәк.

Тәрбиәсе: Ниндәй замана тракторҙарын беләһегеҙ?

Афарин балалар,ә хәҙер кемгә ниндәй замана техникаһы оҡшаны шул һүрәтте һайлап алгыҙ һәм төҫлө ҡәләмдәр менән буяғыҙ(балаларға трактор һүрәттәре шаблондары таратыла)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Уроки безопасноти замой

Конспект занятия...

Конспект совместной деятельности с детьми среднего дошкольного возраста. Тема: ”Замена предметов геометрическими формами. Противоречия в размерах”

ТРИЗ - технологияЦели:   Развивать гибкость мышления, путем выхода из проблемной ситуации.Задачи:    Формировать знания числа 5 из чисел 2 и 3.    Закрепить уме...

Замена металлического пенобака на пластик и всю магистраль до ПН 40

Наилучшая сохранность пенообразователя обеспечивается при их хранении в концентрированном виде в сосудах из полимерных материалов...

Развлечение "Забавы "Зимушка - зама"

Обаготить представления детей о зиме, как о времени года....

Замены звуков: норма или патология?

Советы логопедаЗамены звуков: норма или патология? Почти все родители понимают, насколько важным является правильное произношение.Когда ребёнок правильно и чётко произносит звуки, то его хорошо п...

Экологический проект «Экосумка – модная и полезная замена пластикового пакета»,

Проблема загрязнения окружающей среды бытовыми отходами в настоящее время очень актуальна. В связи с этим мы совместно с родителями решили принять участие в проекте и доказать, что пластиковый пакет м...

Замены звуков: норма или патология?

Чтобы родителям было проще разобраться, какие замены являются возрастной нормой, а какие нужно исправлять – рассмотрим в данной статье....