Опыты
опыты и эксперименты по окружающему миру (старшая группа)

Хуснутдинова Эльзида Рафаэловна

Опыты в детском саду

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Опыты16.31 КБ

Предварительный просмотр:

Тәжрибә – күҙәтеү, махсус ойошторолған шарттарҙа үткәрелә.

Тәжрибәләр үткәреү ысулдары

Тәжрибә һәр ваҡыт күҙаллау аша төҙөлә. Быны балалар күҙәтеү һәм хеҙмәт процессы алғандан һуң. Тәжрибә үткәргәндә тәрбиәсе үҫемлек һәм хайуандарға зыян һәм зарар килтермәҫкә тейәш.

 Балалар баҡсаһында тәжрибәләр тере булмаған тәбиғәт, үҫемлектәр һәм хайуандар менән үткәрелә. Ауыр булмаған тәжрибәләр баланың уйыдарында ҡулланырға мөмкин. Улар тәбиғәт мөйөшө хеҙмәте, баҡсала, саф һауала, дәрестәрҙә ҡушып ебәреү бик уңышлы.

ТЫЛСЫМЛЫ ҺЫУ

 ,,Һыу үтә күренмәле,,

Балалавр алдында ике стакан тора: берһендә һыу, икенсеһендә һөт. Ике стаканғала таяҡ һалып ҡуйырға. Ҡайһы стаканда улар күренә, ә ҡайһыһында юҡ?

Тимәк һыу үтә күренмәле, ә һөт – юҡ.

,, Һыуҙың тәме юҡ,,

Балаларға соломка аша һыу эсергә тәҡдим ителә. Һорау – уның тәме бармы?

Ҡайһы балаға һыу тәмле булып тойола. Был осраҡта уларға сок йәки һөт эсереп ҡарарға кәрәк. Балаларға һыуҙың тәме юҡ тип иҫбатларға кәрәк.

,, Һыуҙың еҫе юҡ,,

Балалар һыуҙы еҫнәп ҡарайҙар. Был осраҡта ла улар һыуҙың еҫе бар тип әйтеүҙәре бар. Сөнки крандан килгән һыуҙың еҫе булыуы мөмкин. Кран һыуын махсус әйберҙәр менән таҙарталар. Был инде беҙҙең сәләмәтлеккә хәүефһеҙ булмаһын өсөн.

,, Боҙ – ҡатҡан һыу,,

Боҙбармаҡ, боҙҙо йылы ергә сығарып йәки индереп, төрлө һауыттарға урынлаштыралар. Балалар уны күҙәтә. Унан нимә барлыҡҡа килә?

Тимәк боҙ йәки ҡар – улар ҙа һыу.

,,Пар ул да һыу

Термосҡа ҡайнаған һыу алығыҙ. Уны асып балаларға күрһәтегеҙ. Пар өҫтөнә быяла йәки көҙгө ҡуйығыҙ.

,, Һыу – шыйыҡ, аға,,

Балаларға ике стакан бирегеҙ- береһе һыу менән, икенсеһе буш. Бер стакандан икенсе стаканға ҡойорға ҡушығыҙ. Ағамы? Ни өсөн?

,, Һыуҙа ҡайһылыр әйберҙәр ирей, ә ҡайһылары юҡ,,

Ике стакан һыу алына. Береһенә һыу, икенсеһенә шәкәр  һалып ботағыҙ.Нимә барлыҡҡа килде?

,,Һыу йылы, һыуыҡ, эҫе була,,

Балаларға стакандарҙа төрлө температуралағы һыу бирелә. Улар бармаҡтарын тығып ҡарап беләләр.

,,Һыуҙың формаһы юҡ,,

Балаларға боҙ киҫәге бирелә. Боҙ ниндәй формала. Әгәр ҙә беҙ боҙҙо стаканға, тәрилкәгә, өҫтәлгә, усҡа һалһаҡ формаһын үҙгәртәме?Һуңынан балалар һыуҙы алып шулай уҡ төрлө ергә һалып ҡарайҙар. Нимә барлыҡҡа килә? Һыу предмет формаһын ала, тигеҙ ерҙә күл        әүек булып ята.

Тимәк шыйыҡ һыуҙың формаһы юҡ.

,,Үҫемлектәр һыу эсә,,

Һәр бер балаға борсаҡ йәки фасоль бирелә. Береһен бер һауытҡа һыулы мамыҡҡа һалына. Уны көн дә күҙәтеп торалар. Икенсе борсаҡты ҡоро урынға ҡуялар. Ниндәй борсаҡ беренсе булып шытып сыға? Ни өсөн? Быны балалар күреп үҫемлектәр үҫешенә һыуҙың ниндәй ҙур роле икәнлеген күрәләр.

,,Үҫемлектәр һыу эсә,,

Сәскә гөлләмәһен төҫлө һыуға ҡуйһаң, уларҙың таждары шул төҫтө ала.

Тимәк үҫемлектәр һыу эсә.

,,Үҫемлек эсендә һыу бар,,

Бер сәскәне өҙөп уны ҡағыҙ өҫтөнә киптерергә ҡуялар. Һуңынан тере сәскә менән кипкән сәскәне сағыштыралар. Кипкән сәскәнән һыу ,,сығып,, бөткән, парға осҡан.

,,Боҙ һыуҙан еңелерәк,,

Ситенә тиклем һыу менән тултырылған һауытҡа боҙ төшөрөргә. Боҙға әйләнгән һыу аҙ урын ала, тимәк ул ауырыраҡ.

,,Дуҫтар – дошмандар,,

Май һәм һыу бер ҡасанда бер-береһе менән ҡушылмайҙар.

,,Шырпы – әсирсе (пленница)

Шырпыны боҙға һалығыҙ. Өҫтөнә аҙ ғына тоҙ һибегеҙ, был ваҡытта шырпылар боҙға ҡатыр. Тоҙ боҙҙо иретә, ә ирегән һыу шунда уҡ ҡата.

,,Шырпы бәйгеһе,,

Дүрт шырпыны тәрилкәгә һалығыҙ, улар тигеҙ генә булып яталар. Әгәр ҙә уларҙың араһына рафинад шәкәрен һалһағыҙ, шырпылар бер-береһенә яҡынлашырҙар.Шәкәр һыуҙы үҙенә ала башлай һәм шырпылар был ваҡытта бер-береһенә яҡынлашалар. Әгәр ҙә һабын һалһағыҙ улар кирегә китерҙәр. Сөнки һабын һыуҙың өҫтөн үҙгәртә.

,,Һыуҙың терелтеү үҙенсәлеге бар,,

Ҡышын ағас ботаҡтарын йылыға индереп ҡуйһағыҙ уларҙың япраҡтары шытып сығыр.

,,Һыуҙа корабль йөҙә,,

Грек сәтләүегенән паруслы корабль эшләгеҙ. Уны һыуға төшөрөп өрөргә кәрәк.Балалар менән төрлөсә итеп ел моделләштерергә: йомшаҡ, яғымлы, ҡаты, көслө Һ.Б.

,,Йәйғор,,

Бер һауытҡа һыу алып уның эргәһенә көҙгө урынлаштырырға кәрәк. Көҙгө менән ҡояш нурҙарын тотоп стенаға йүнәлтеү.

,,Һауа – невидимка,,

Стаканды әйләндереп әкертен генә һыуға төшөрөргә кәрәк. Стаганды тип тигеҙ тотоу мөһим. Нимә килеп сыға? Стаканға һыу инәме? Ни өсөн? Стаканда һауа бар, ул уны унда ..индермәй,,

,,Ел,,

Биткә веер менән елпейбеҙ. Нимә һиҙәһегеҙ? Тормошта кешеләр веерҙы нимә менән алмаштырғандар?

,,Йәшен һәм күк күкрәү,,

Тәжрибә ҡаранғы бүлмәлә уҙғарыла.  Ике оҙонса өрөлгән шар кәрәк. Шарҙарҙы йөнлө бейәләй менән ышҡырға. Әкрен генә ике шарҙы яҡынлаштырырға, аҙ ғына ара ҡалдырырға. Улар араһында искралар барлыҡҡа килер, сытырлаған тауыш та ишетелер..

,,Янғын һауаны бысрата,,

Шәм яндырып , уның ялҡыны өҫтөнә фарфор һауыт йәки көҙгө тотоғоҙ. Көҙгө өҫтө ҡарайыр – ҡором менән ҡапланыр.

Тимәк ялҡын һауаны бик тә бысратҡанын күрәбеҙ.

,,Стакан – непроливайка,,

Һыу тултырылған стакандың өҫтөнә ҡатыртҡа менән ҡаплағыҙ. Уны тотоп тиҙ генә әйләндерегеҙ ҙә ҡулдарығыҙы ҡатыртҡанан алығыҙ. Ҡатыртҡа стаканға йәбешеп ҡалыр

,, Һыуҙа һауа бар,,

Һыу менән стакан алына. Соломканы һыуға төшөрөп өрөргә кәрәк. Нимә күрәһегеҙ?

,,Нимә беҙҙең аяҡ аҫтында,,

Һыулы ҡомдо усҡа һалып ҡойоп булмай. Ҡороған ҡом ус аша тиҙ ҡойола.Һыулы ҡом ға төрлө форма бирергә мөмкин.

,,Ҡояшҡай, ҡояшҡай, тиҙерәк тәҙрәмдән ҡара,,

Ҡояшта һыу тиҙ парға оса. Ике һауытҡа бер тигеҙ һыу һалынып ҡуйыла. Бер стакан күләгәгә ултыртыла, икенсеһе ҡояш ҡараған ергә. Балалар менән ҡайҙа тиҙерәк һыу кәмегән икәнен күҙәтергә..


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сообщение из опыта работы на тему: «Детское экспериментирование. Простейшие опыты, стимулирующие творчество детей».

Дети дошкольного возраста по своей природе – пытливые исследователи окружающего мира. В образовательном процессе дошкольного учреждения экспериментально игровая деятельность является тем методом обуче...

Внедрение элементов программы «Зелёный огонёк здоровья» (из опыта работы) Внедрение элементов программы «Зелёный огонёк здоровья» (из опыта работы)

Внедряя элементыпрограммы "Зелёный огонёк здоровья" формируем у маленького ребёнка интерес к своему личному здоровью, ответственность за себя....

Обобщение передового опыта работы .Тема педагогического опыта: «Использование игровых форм обучения детей по формированию элементарно-математических представлений».

Метод – игровые формы обучения элементарным математическим представлениям в образовательном процессе.   В опыте отражена система специальных игровых заданий и упражнений, направ...

Статья из опыта работы "Об обучении в виде опытов и экспериментов"

Данный материал освещает тринадцатилетний опыт работы воспитателя ДОУ в сфере обучения дошкольников экспериментальной деятельности с объектами неживой природы и телу человека. В статье подробно описыв...

Обогащение эмоционального опыта дошкольников при создании образа в художественном конструировании. (из опыта работы)

Эмоциональная сфера является важной составляющей в развитии детей, так как никакое общение, взаимодействие не будет эффективным, если его участники не способны «читать» эмоциональное состояние другого...

Сообщение из опыта работы на тему: «Детское экспериментирование. Простейшие опыты, стимулирующие творчество детей».

В образовательном процессе дошкольного учреждения экспериментально игровая деятельность является тем методом обучения, который позволяет ребёнку моделировать в своём сознании картину мира, основанную ...

Описание опыта работы РАССКАЗЫВАНИЕ ИЗ ОПЫТА КАК МЕТОД РАЗВИТИЯ ОПИСАТЕЛЬНОЙ РЕЧИ СТАРШИХ ДОШКОЛЬНИКОВ

Можно отметить, что проблема развития связной монологической речи нашла достаточно широкое освещение в научной и методической литературе. Тем не менее, о необходимости усиления специальной систематиче...