Дарыу үләндәре
презентация к уроку по окружающему миру (старшая группа)

Гиззатуллина Светлана Рахимовна

Өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәрен дарыу үләндәре менән таныштырыу өсөн презентация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл daryu_ulandare.pptx208.8 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ «18-СЕ БАШКОРТ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ» МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ Тәрбиәсе Гиззатуллина С.Р.

Слайд 2

ДАРЫУ ҮЛӘНДӘРЕ ЛЕКАРСТВЕННЫЕ РАСТЕНИЯ

Слайд 3

МӘТРҮШКӘ – ДУШИЦА Йәйҙәрен дә, ҡыштарын да Мине ярата кеше . Минең сәйем бик шифалы , Тарала өйгә еҫе. ( Ф.Туғыҙбаева )

Слайд 4

ҺАРЫ МӘТРҮШКӘ – ЗВЕРОБОЙ Мәтрүшкәнең көрәне бар, Ә мин булам һарыһы . Иң сихәтле доктор, тиеп , Маҡтай мине барыһы .

Слайд 5

АҠ СӘСКӘ - РОМАШКА Юл буйҙарын яратамын , Саңлы булһа ла һәләк . Юлға сыҡҡан кешеләргә Ҡаламын аҡ юл теләп. ( Ф.Туғыҙбаева )

Слайд 6

ЮЛ ЯПРАҒЫ – ПОДОРОЖНИК Исемем сәйер булһа ла , Мине бик хөрмәтләйҙәр . Киҫелһә лә, ҡанаһа ла , Иң һәйбәт дарыу , тиҙәр .

Слайд 7

ҮГӘЙ ИНӘ ҮЛӘНЕ – МАТЬ-И-МАЧЕХА Яуыз , мәкер булмаһам да, Атайҙар мине шулай . Әлегәсә һәммәгеҙгә Тик шифам тейҙе , буғай . Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, Мин йоҡомдан уянам . Зарығып көтөк булғандыр Сирләгән апай-ағай. ( В.Исхаҡов )

Слайд 8

КЕСЕРТКӘН - КРАПИВА Мин – кесерткән , зәһәр инде , Сағамын , ҡул тейҙерһәң . Шаяныраҡ балаларҙы Үрле-ҡырлы һикертәм. Тик барыбер шифалы мин, Һыҙлаһа ҡул-быуындар. Япрағымда, һабағымда Йәшәү көсө – һутым бар.

Слайд 9

БӘПЕМБӘ - ОДУВАНЧИК Һикерешә бәпембәләр Йәшел үлән өҫтөндә, Һикерешкән бәпембәләр Алтын ҡояш тәҫөндә . (Ф.Туғыҙбаева )

Слайд 10

Һәр бер үлән үҙе шифа икән Белһә ине шуны күбебеҙ. Һау- сәләмәт булыр өсөн, дуҫтар, Тәбиғәтте һаҡлай белегеҙ!