Ҡарҙы ашарға яраймы?
план-конспект занятия по окружающему миру (подготовительная группа)

Саяхова Самара Габдинуровна

балаларҙың миҙгелдә үҙгәрештәр тураһында  төшөнсәһен байытыу  ( иң ҡыҫҡа көн, иң оҙон төн, һыуыҡ, боҙлауыҡ, тайғаҡ) 

 -балаларҙың ҡарҙың  үҙенсәлеген  өйрәнеүҙе үҫтереү (йылыла ирей,  һыуға

 әйләнә); Бурыстар:

-балалар араһында татыулыҡ, башланған эште аҙағына тиклем еткереү, бер-береһенә ярҙам  итеү, һыуҙы һаҡлауҙы тәрбиәләү. 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл karzy_asharga_yaraymy.docx21.83 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы  Бөрйән районы

Иҫке Собханғол ауылының  2 – се һанлы башланғыс

мәктәп - балалар баҡсаһының

мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн

бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә

тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә

   

Тема: “Ҡар ашарға   яраймы?”

                                                                       

                                                                      Әҙерләне : 

                                                                             Сәйәхова Сәмәрә Ғәбдинур  ҡыҙы, 

                                                                      беренсе  категориялы тәрбиәсе

                                                   

                                                    2017 й.

   (Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге – тәжрибә)

Тема: ”Ҡар ашарға яраймы?” 

Маҡсат: балаларҙың миҙгелдә үҙгәрештәр тураһында  төшөнсәһен байытыу  ( иң ҡыҫҡа көн, иң оҙон төн, һыуыҡ, боҙлауыҡ, тайғаҡ) 

 -балаларҙың ҡарҙың  үҙенсәлеген  өйрәнеүҙе үҫтереү (йылыла ирей,  һыуға

 әйләнә); Бурыстар:

-балалар араһында татыулыҡ, башланған эште аҙағына тиклем еткереү, бер-береһенә ярҙам  итеү, һыуҙы һаҡлауҙы тәрбиәләү. 

Белем биреүҙә ҡулланылған өлкәләр: коммуникация. таныпбелеү.Хаүефеһеҙлек.  һаулыҡ.  музыка.

 Эш төрҙәре:.дидактик уйындар.

Йыһазландырыу: ҡар бөртөгө,  ике биҙрәҡар  менән, буранка балалар һаны  буйынса,батмус,глобус, ике өс литрлы  банка һыу менән)   

 слайдта һүрәттәр.экология йылы эмблемаһы

Һүҙлек эше:  ҡыш, ҡар бөртөгө, ҡар ирей,буранка, бысраҡ, тәбиғәт., экология  - тереклектең тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешен өйрәнеүсе фән.Боҙҙар, эсергә яраҡлы  һыу (сөсө һыу),  таҙартыу ҡоралмалары. 

                                 Дәрес барышы.

-Хәйерле көн, балалар! 

Ап-аҡ ҡарҙар  беҙҙе балалар баҡсаһына килгәндә  әлеге миҙгелдә  оҙатып киләләр. Бөгөн беҙҙең дәресебеҙ ҡәҙерле ҡунағыбыҙ , районыбыҙҙың билдәле тәбиғәт һаҡсыһы,эколог  Әлфиә Вәлиәхмәт  ҡыҙы Нуретдинова ҡатнашлығында тап ошо ҡарҙар менән бәйле буласаҡ.  

-Балалар, минең эргәмә түңәрәккә баҫабыҙ. Әле беҙҙә ниндәй йыл миҙгеле ? (Ҡыш)ҡайзан белдегеҙ ҡыш икәнен

-Дөрөҫ, ҡыш! Ә хәҙер  мин һеҙгә бер уйын уйнарға тәҡдим итәм.

   

Дидактик уйын.

“Ҡар бөртөгөн  усыңа ал- ҡышҡы тәбиғәт тураһында һөйлә” (ҡар бөртөгөн сиратлап түңәрәк буйлап йөрөтәбеҙ, балаларға иғтибар менән

 тыңларға, бер үк яуапты ҡабатламаҫҡа.

Балалар--  ҡышҡыһын иң оҙон төн, иң ҡыҫҡа көн, көндәр һыуына, ҡояш яҡтырта,тик йылытмай; ҡоштар йылы яҡҡа осоп киттеләр; бөжәктәр ағас ҡабығы аҫтына йәшенделәр; йылға менән күл өҫтө боҙҙар менән ҡапланды; урманда хайуандарға аҙыҡ табыу ауырлаша; айыу өңөндә яҙға тиклем  йоҡлай( Ҡар бөртөгө тәрбиәсегә тиклем барып етә)

- Һай, афариндар!

- Ысынлап та,ҡыштың иң матур биҙәге –ҡар. Балалар, һеҙ ҡар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?  (аҡ, еңел, йомшаҡ, епшек ҡарҙан ҡар бабай яһарға була, ҡарҙы көрәк менән көрәйҙәр.) 

- Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ерҙә бөтә ҡарҙа таҙа,аҡ, саф, матурмы? ( балаларҙың яуаптары). 

Балалар,быйылғы  йыл  беҙҙең  республикала ниндәй йыл әле? (Экология  -  йылы). Слайд:экология йылының эмблемаһы.

Экология  - тереклектең тирә – яҡ мөхит менән бәйләнеш өйрәнеүсе фән.

Ә  хәҙер һүҙҙе беҙҙең  ҡунағыбыҙ, районда баш эколог - тәбиғәт һаҡсыһы Әлфиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Нуретдиноваға бирәйек. Ул беҙгә нимә саф, нимә бысраҡ, таҙалыҡ һәр ерҙә кәрәк икәнлеге  тураһында һөйләп  үтә. 

Ә  хәҙер,балалар,ошолар буйынса тәжрибә үткәреп алайыҡ.

Тәжрибә үткәреү.

Ә хәҙер, балалар, ошолар буйынса тәжрибә үткәреп алайыҡ.

Бөгөн мин һеҙгә, ике урындан алынған ҡарҙар килтерҙем. Тәүге биҙрәлә урам юлынан   алынған ҡар, ә икенсе биҙрәлә  беҙҙең балалар баҡсаһының майҙансығынан алынған. (иртәнсәк биҙрәлә ҡар ятыуын балаларҙың иҫенә төшөрәм) 

- Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Хәҙер ниңә ҡар урынында биҙрәлә һыу? (ҡар ирегәс һыуға әйләнә) 

- Балалар, әйҙәгеҙ ике биҙрәләге һыуҙы сағыштырайыҡ. 

(балалалар өҫтәл янына килеп, тамғаларға ҡарап үҙ урындарына үтәләр, алъяпҡыс кейәләр) 

Балалар, һеҙ теләйһегеҙме, ҡайһы биҙрәләге ҡар таҙараҡ икәнен ҡарарға?(балаларҙың яуаптары) Ҡарҙың таҙалығын тикшереү өсөн беҙ иртәнсәк индерелгән ҡарҙың һыуын буранка аша үткәрәбеҙ. Ә буранканың төбөндә мамыҡ.(балалар буранкаларын тотоп тәрбиәсе эргәһенә киләләр ҙә , ике буранканы сағыштырып ҡарайҙар) 

Буранканың төбөндәге мамыҡтың таҙалығы бер ишме? Айрыламы? Ниңә улай, бер үк көндә яуған ҡар бит. 

- Бигерәк тә кем ҡар ашарға ярата, шул балалар,  һеҙ нығыраҡ ҡарағыҙ әле. Күпме бысраҡ бар был ҡар һыуында. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, әгәр һеҙ көн һайын бер ус ҡар ашаһағыҙ күпме бысраҡ һеҙгә зыян килтерәсәк. Ә ҡыш беҙҙә оҙон. 

-Балалар, был бысраҡ ҡайҙан килеп сыҡты икән? Ҡар бит аҡ ҡына булып ята ине мин алғанда. (машиналарҙан, фабриканан) 

-Балалар,  һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡар ауылдамы,  әллә ҡалала таҙараҡмы?

Эйе.афариндар

Ҡалала ҡар бысраҡ, сөнки унда транспорттар күп йөрөй; заводтар һәм фабрикалар бар.слайд-һүрәттәр-завод.фабрикалар

- Өлкән кешеләр  ҡар таҙа булһын өсөн нимәләр эшләргә тейеш? (Завод менән фабрикаларҙа  таҙартыу ҡоралмаларын төҙөйҙәр; машиналарға һауаны бысратмаҫ өсөн махсус фильтрҙар ҡуялар) 

Ял минуты: Уйын.

        Һыу өс төрлө:    шыйыҡ, боҙ, пар.                (балалар тәрбиәсене тыңлап һыуҙың өс төрлө хәлен күрһәтәләр) 

- Балалар, глобусҡа ҡараһаҡ иң күбе зәңгәр төҫ- ул һыу.Слайд:һүрәт дингеҙ.океан. Тик диңгеҙ,океан һыуҙарын эсеп булмай, сөнки ундағы һыу тоҙло. (Балаларҙың теленә тамыҙғыс  менән тоҙло һыу тамыҙып сығам) 

Оҡшанымы, һеҙгә диңгеҙ һыуы? Шул һыуҙы ҡулланып ашханаҡсылар  һеҙгә компот, сәй ҡайнатһалар  тәмле буламы?  

Балалар: Юҡ…

Тәрбиәсе ике банка менән һыу күрһәтә: 

-Беренсе банкала  бөтә ер шарындағы һыу (банка тулы) 

Икенсе банкала эсә торған сөсө һыу ( банканың  төбөндә  биш  см.             

бейеклектә) 

Балалар,  күрәһегеҙме эсә торған һыу сағыштырмаса бик аҙ, шуға күрә эсергә яраҡлы һыуға һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. (ҡулды йыуғанда кранды  ныҡ асмайбыҙ, йыуынғандан һуң кранды  яҡшы     итеп ябабыҙ, унан тамсылап ағып торорға тейеш түгел). 

Йомғаҡлау:

Балалар,  быйылғы  йыл нисек атала? Ҡар тураһында нимә белдегеҙ?

Балалар, ҡулдарҙы  йыуып, ә дежурныйҙар өҫтәлде йыйыштырып алырға  ярҙам  итәләр. 

“Тышта ҡар яуа” йырын коллектив менән башҡарыу. Ҡулланылған әҙәбиәт:1.Ф.Г.Аҙнабаева. Шафиҡова Г.Р. Тәбиғәт һәм кеше  .Өфө -2012й. .А.А.Плешаков. Тира-яғыбыҙҙағы  донъя. 3.Аҙнабаева . Ф.Г.Йылҡыбаева Г. Р.Харисова.М.Р.Аминева.Голбостан.4.М.И.Баһаүетдинова.Г.Н.ЙәғәфәроваКуңелле минуттар.