Ата-әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәр
консультация

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн файҙалы кәңәштәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata-slrg_fayzaly_knshtr.docx54.33 КБ

Предварительный просмотр:

https://avatars.mds.yandex.net/i?id=5c49f18244b5a0f3e4d04a309c17a97b17d38fff-4235460-images-thumbs&n=13

Атай - әсәләргә кәңәштәр

  • Балағыҙ өсөн шатланығыҙ;
  • Кескәй балағыҙ менән тыныс, хәстәрлекле һәм уның яҡшы эштәрен, ҡыланыштарын хуплаған тауыш менән һөйләшегеҙ;
  • Бала һеҙҙең менән һөйләшкәндә, уны һәр саҡ иғтибар менән тыңлағыҙ;
  • Балаға аныҡ, ҡаты һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар ҡуйығыҙ;
  • Бала менән һөйләшкәндә, күберәк предметтарҙың исемен һөйләгеҙ;
  • Һеҙҙең балаға аңлатыуҙарығыҙ ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш;
  • Түҙемле булығыҙ,  ашыҡмай һөйләгеҙ;
  •  «Нимәһәм «ни өсөн?»  - тип йышыраҡ һорағыҙ;
  • Баланың һорау биреүгә булған ынтылышын һәр саҡ хуплағыҙ;
  • Күберәк китап уҡығыҙ;
  • Баланы маҡтарға һаранланмағыҙ;
  • Балағыҙҙың һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныуын һәм хыялланыуын ыңғай ҡабул итегеҙ;
  • Икенсе бала менән уйнауына ыңғай ҡарашта булығыҙ;
  • Баланың бирелеп һөйләй алырлыҡ яңынан-яңы тәьҫораттары барлыҡҡа килеүенә сәбәпле булығыҙ;
  • Баланың һеҙҙең менән ашарға әҙерләшеүенә, һауыт-һаба йыуышыуына ирешегеҙ, уның менән күберәк тышта йөрөгөҙ, хәленән килгәнсе бала һеҙгә йорт эштәрендә ярҙамлашырға тырышһын;
  • Яратҡан шиғырҙар, әкиәттәр, төрлө тамашалар яҙмаһының аудио, видиокассеталарын алығыҙ: бала йышырыҡ уларҙы тыңлаһын;
  • Балаға үҙенең исемен, фамилияһын, адресын, ата-әсәһе һәм яҡындары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ятлап алырға ярҙам итегеҙ;
  • Яратҡан шөғөлө менән булышыуына ыңғай ҡарашта булығыҙ;
  • Һеҙҙең китап, гәзит, журнал уҡып алған ҡәнәғәтләнеүегеҙҙе күреп, бәләкәстәр һеҙҙән үрнәк  алһын;
  • Балалар менән аралашҡанда шаяртыу, юмор тойғоларын юғалтмағыҙ;
  • Күп эштәрҙе уртаға һалып, ғаилә менән бергәләп башҡарығыҙ.
  • Баланы тупаҫ рәүештә бүлмәгеҙ; бөтәһен дә аңланым, булды, тип, һөйләүенән туҡтатмағыҙ; бала һөйләп бөтмәҫ элек, ситкә әйләнмәгеҙ. Ҡыҫҡаһы, балаға уның һөйләүе һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмай тигән һығымта яһарға сәбәп бирмәгеҙ;
  • Артыҡ күп һорауҙар бирмәгеҙ;
  • Бала башҡарырға әҙер булмаған эште унан талап итмәгеҙ;
  • Бала арыған, кәйефһеҙ саҡта, тынысһыҙ ваҡытында, унан көсләп берәр эш башҡарыуын талап итмәгеҙ. Икенсе төрлө эш һайлағыҙ;
  • Артыҡ күп нәмә башҡарыуҙы баштан уҡ талап итмәгеҙ. Ваҡыт үтеү менән бала үҙе эшен эҙмә-эҙлекле, ашыҡмай, еренә еткереп башҡара башлаясаҡ;
  • Туҡтауһыҙ баланы: «Улай түгел! Былай эшлә! Яңынан эшлә!» - тип төҙәтеп тормағыҙ;
  • «Юҡ, ул ҡыҙыл түгел- тип әйтеү урынына: «Ул күк», - тип әйтегеҙ;
  • Баланы башҡалар алдында тәнҡитләмәгеҙ, икәүҙән-икәү ҡалғанда ла балаға иҫкәртмәләрҙе сама менән биреү кәрәк;
  • Бала алдында артыҡ күп ҡағиҙәләр ҡуймағыҙ: ул уларҙың үтәлешенә, шулай уҡ һеҙгә лә иғтибар итмәй башлаясаҡ;
  • Баланың күңелен күрәм тип, уны уйынсыҡтар һәм башҡа төр күңел асыу сараларына йөрөтөү менән артыҡ шаштырмағыҙ (ҡайтҡан һайын шоколад, йә туңдырма; йә киноға, ҡунаҡҡа йөрөтөү һ.б.). Һәр нәмәнең самаһы бар. Бала быны белеп үҫергә тейеш;
  • Балаларҙағы ҡайһы саҡта килеп сыҡҡан яҡшы йәки насар үҙгәрешкә артыҡ борсолмағыҙ; былар – барыһы ла ваҡытлыса;
  • Балағыҙҙы башҡа бер бала менән дә сағыштырмағыҙ, хатта ҡустыһы, йә апаһы менән, бигерәк тә күрше балаларҙы, баҡсаға, мәктәпкә бергә йөрөгән башҡа балалар менән. Ул донъяла берәү генә.