Грипп-миҙгел ауырыуы, һаҡланайыҡ!
консультация
Предварительный просмотр:
Консультация
«Грипп, уны иҫкәртеү, ауырыуҙың билдәләре».
Һәр ата-әсә балаһының һау-сәләмәт булыуын теләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә балаларҙың иң ҙур проблемаһы—һаулыҡтарының торошо. Ниндәй генә ауырыу булмаһын, бигерәк тә йыш һалҡын алдырыуҙан бала организмының функциональ мѳмкинлектәре кәмей. Ундай балалар үҙҙәренең эшмәкәрлеген ойоштора, ниндәйҙер эшкә тиҙ генә ҡушылып китә йә бер эш тѳрѳнән икенсеһенә күсә алмай. Былар рәтенә иғтибарһыҙлыҡ, мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдыра алмауҙы ла индерергә мѳмкин.
Йоғошло, киҫкен ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалау мотлаҡ. Сѳнки улар, хроник ауырыуҙарға әйләнеп, баланың үҫешенә ҡамасаулауы бар.
Нимә ул грипп, уның билдәләре?
Грипп (франц. баҫып алыу, яулап алыу) — грипп вирусы килтереп сығарған һулау юлдарының инфекция ауырыуы. Көслө вирус инфекция ауырыуҙар (ОРВИ) араһына керә. Бөгөн грипптың 2000 яҡын төрө билдәле.
Грипп эпидемияһы йыл һайын, ғәҙәттә, йылдың һыуыҡ ваҡытында ҡабатлана. Грипп ауырыуы йоғошло һәм тиҙ таралыусан. Ул һаулыҡҡа бик ҙур зыян килтерә. Грипп ҡапыл, һиҙҙермәйенсә башлана.
Вирус йоҡторғандан һуң, организмда инкубацион осор тип аталған, 12—48 сәғәткә һуҙылған ваҡыт үтә. Кешенең тән температураһы күтәрелә. Ауырыу хәлһеҙләнә, тымаулай һәм йүткерә. Ауырыуҙың киҫкен осоро 3—7 көн дауам итә. Грипп һауа аша йәки ауырыу ҡулланған әйберҙәр аша йоға. Ауырыу һөйләшкәндә, йүтәлләгәндә, сөскөргәндә тирә-яҡ һауаға вирустар сәсә.
Ауырыуҙы дауалау
Ауырыуҙы постелгә ятҡырырға һәм тиҙ арала табип саҡыртырға кәрәк. Ауырыуға айырым һауыт-һаба ҡулланыу, уларҙы ҡайнар һыу менән һабынлап йыуыу мотлаҡ. Ауырыған кешегә йылы һөт һәм ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән сәй эсерәләр. Ауырыу ятҡан бүлмәне йыш елләтеү талап ителә.
Ауырыуҙы иҫкәртеү саралары
1)Тәнде сыныҡтырыу, саф һауала күп булыу гриптан һаҡлай. Шуға ла балаларға саф һауала күберәк уйнарға кәрәк. Саңғы, санала шыуыу һәм походҡа йөрөү сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итә. Урманда йыш булығыҙ! Былар һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы сыныҡтырыр.
2)Гриппҡа ҡаршы профилактика сараһы булараҡ көҙ көнө вакцинация үтергә кәңәш ителә. Вакцина грипптан 70—92 процент самаһы һаҡлай. Вакцинацияны ноябрь аҙағына тиклем яһатып өлгөрөргә кәрәк. Иммунитет эшләнһен өсөн дүрт аҙна ваҡыт кәрәк, нәҡ вакцинанан һуң бер ай үткәс кенә антитәнсектәр күп барлыҡҡа килә. Шуға күрә вакцина тураһында алданыраҡ, грипп һуғып йыҡҡансы уйларга кәрәк.
3) Шулай уҡ дөрөҫ туҡланыу, витаминдарға бай аҙыҡ ҡулланыу иммун системаһын нығыта.
4) Шәхси гигиена, торлаҡты таҙа тотоу ауырыу таралмаҫҡа булышлыҡ итә. Таҙа ҡулдар – һаулыҡ нигеҙе тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Баланы бәләкәйҙән уйындан һуң, ашар алдынан ҡулдарын йыуырға күнектереү мөһим.
Шулай ҙа әгәр балағыҙ ауырып китһә, үҙаллы дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ! Сөнки был күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе мөмкин.Шуға ла ауырыу билдәләрен күреү менән табип саҡырырға һәм уның әйткәндәрен үтәү мотлаҡ! Балаларыбыҙ һау-сәләмәт үҫһен! Улар беҙҙең киләсәгебеҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Профилактика гриппа. Профилактика гриппа
Профилактика гриппа.Памятка для родителей...
Внимание - грипп!!! Лечение от гриппа и простуды.
Консультация для родителей...
ГРИПП! Мероприятия по профилактике гриппа в дошкольных учреждениях
Мероприятия по профилактике гриппа в дошкольных учреждениях проводятся в соответствии с требованиями санитарных правил и норм....
Как уберечь ребенка от гриппа в эпидсезон? Профилактика гриппа у детей
Как уберечь ребенка от гриппа в эпидсезон? Профилактика гриппа у детей...
Консультация-на тему Осторожно грипп:Как защитить от гриппа.
Грипп — острое инфекционное заболевание, протекающее с преимущественным поражением верхних дыхательных путей и явлениями общей интоксикации. Грипп легко передается ...
Консультация для родителей на тему: «Профилактика гриппа у детей». Как будет протекать болезнь у ребенка, предугадать никогда нельзя. Поэтому лучше принять меры профилактики гриппа у детей, чтобы постараться и вовсе обезопасить его от заражения.
Как будет протекать болезнь у ребенка, предугадать никогда нельзя. Поэтому лучше принять меры профилактики гриппа у детей, чтобы постараться и вовсе обезопасить его от заражения.Наблюдать, как твой ре...
ГРИПП, профилактика ГРИППА
ВНИМАНИЕ!!! ГРИПП!!!...