КВН с родителями
консультация

Валеева Марзия Миниахметовна

Консультация, игры для родителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kvn.docx13.52 КБ

Предварительный просмотр:

КВН. Ата-әсәләр йыйылышы.

Ике команда ҡатнаша: « Тамсыҡай» һәм «Гөрләүек».

Жюри: өлкән тәрбиәсе,ата-әсәләр.

Алып барыусы: тәрбиәсе.

Йыйылыш барышы.

Алып барыусы: Тәбиғәт –ул беҙҙең байлыҡ,уны киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыу-беҙҙең ҙур бурыс һәм маҡсат. Кеше- тәбиғәттең бер өлөшө.

 Михаил Пришвин әйткән бит: Балыҡ өсөн таҙа һыу кәрәк –һыу ятҡылыҡтарын һаҡлайыҡ. Урман-тауҙарҙа төрлө ҡиммәтле тиреле йәнлек-ҡоштар йәшәй- урман, тауҙарҙы ,яландарҙы һаҡлайыҡ. Балыҡҡа-һыу ,йәнлеккә-урман,тау,яландар , ә кешегә Тыуған ил кәрәк. Ә тәбиғәтте һаҡлау ул –Тыуған илде һаҡлау.

   Беҙҙең йыйылыштың девизы –тәбиғәтте йөрәгең менән күр (алып барыусы балалар менән ата-әсәләренең эшенә арналған күргәҙмәне байҡап сыға һәм  анкеталарға анализ яһай)

Беренсе конкурс: Бағышлау (бер-береһен сәләмләү) 5 балл.

Икенсе конкурс: Кем зирәк?

Тамсыҡай командаһына һорауҙар:

-Ниндәй ағастар татлы һут бирә?

-Ниндәй ағастарҙың көҙгөһөн япраҡтары ҡыҙыл төҫтә?

-Был ниндәй бөжәк?(йомаҡ)

Биле нәҙек,билән ат, барынан көслө –көрән ат.(Ҡырмыҫҡа)

-Ниндәй ҡош оя ҡормай, ә ҡомда , соҡорҙа баларын сығара? (Бәшмәк)

-Ниндәй үлән яҙғыһын беренсе булып сәскә ата?(Умырзая)

Гөрләүек командаһына һорауҙар:

-Ниндәй ағастан шыршы эшләйҙәр

-Ниндәй ағас тураһында һүҙ бара

Йәшел- туғай түгел,

Аҡ-ҡар түгел

Бөҙрә-сәс түгел.

-Был ниндәй ҡош.

Ҡара урман эсендә

Ағас ҡыңғырау шалтырай.

-Ниндәй бәшмәктәр беренсе булып үҫәләр.

-Ни өсөн ҡояш апай апай ҡуңыҙын ҡоштар суҡымай Ул еҫле шыйыҡса сығара.

Өсөнсө конкурс. Йәнле пантомима.

Һәр команда йәнле пантомима кәрһәтә тәбиғәт обьекттары-ағас,йәнлек,ҡош,йылға

Дүртенсе конкурс-капитандар конкурсы.Кем тиҙерәк кроссвордты сисә.Был кроссвордта бер ҡош исеме йәшеренгән.

1-се командаға эштәр

1.Ҡамыш араһында йәшәй,

Бигерәк оҙон тәпәйе.

Өшөмәйме икән һыуҙа

Матур ғына бәпәйе?(Торна)

2.Балсыҡтан яһай оя,

Ҡанаттары ҡып-ҡыя.

Етеҙ оса,көн тыуғас,

Матур ҡошсоҡ ...ҡарлуғас.

3.Кем үҙенең башында урман йөрөтә?(Мышы)

4.Йәйеп оса ҡоласын,ул батыр ҡош ...ыласын.

5.«Ҡар-ҡар» ,-тип юҡҡа- барға

Ҡарҡылдай күктә ...ҡарға

Энәһе бар тотоп булмай

Энәһе менән тегеп булмай.

Яр башында үлән ҙә ,рәхәтләнеп һыуҙа йөҙә.(Ҡаҙ)

Кейгәндер оло сапан

 Ул ҡош нимә? ( Һайыҫҡан)

Был кроссвордта ниндәй ҡош исеме йәшенгән?( Тумыртҡа)

2-се командаға эштәр

1.Иртән,кистән дә

Саҡыра был ҡош.

-Төрлө сәскәләр

Күп ,- ти ул, -бик күп(Кәкүк)

2.Үҙе энәле- тегә алмай( Терпе)

3.Аяғы ептәй,

Ҡараһы ҡоромдай,

Мороно боҙҙай,

Күҙе тоҙҙай,

Йөрөй елдәй.(Һайыҫҡан)

4.Оса лап-лап ,

Төшә лап-лап,

Йөҙә шәп-шәп,

Йөрөй саҡ-саҡ(Өйрәк)

5.Түңәрәк күлдә эт өрә (Тәлмәрйен)

6.Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,

Ҡыланды ла юғалды(Төлкө)

7.Көндөҙ йоҡлай

Төндә эшләй (Өкө)

8.Йылан түгел –саға,

Ҡош түгел- оса(күгәүен)

Ә был кроссвордта нимә йәшеренгән? (Кеҫәртке)

Бишенсе конкурс: Экология темаһына эшләнгән плакатты яҡлау.

Алтынсы конкурс: Ағас тураһында йырҙар йырлау ( бер куплет)

Алып барыусы: Тәбиғәтте һаҡлағыҙ, бысратмағыҙ,яратығыҙ!

Йыр (балалар менән ата-әсәләр йырлай)

Конкурсҡа йомғаҡ яһау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Материал для родителей "Права, обязанности, функции родителей", "Десять заповедей родителей"

Статья о правах, обязанностях и функциях родителей. Закон Российской Федерации об образовании....

Советы родителям Заповеди для родителей – Советы и правила для родителей

Советы родителям Заповеди для родителей –Советы и правила для родителей 1.Изучайте особенности своих детей. Принимайте их такими, какие они есть, с их достоинствами и недостатками, цените и...

Родительское собрание для родителей подготовительной группы «Детский сад и родители – равноправные партнеры» («Дети и родители на школьном старте»).

Цель: помочь родителям детей, находящихся на школьном старте, сориентироваться в основных трудностях, с которыми может столкнуться первоклассник, и возможных способах предупреждения дезадаптации ребен...

Рекомендации родителям, как организовать летний досуг с ребенком РОДИТЕЛЯМ НА ЗАМЕТКУ Инструкция для родителей по охране жизни и здоровья детей

Рекомендации  родителям,  как организовать летний досуг  с ребенком  Наступает время отпусков. До места отдыха придется добираться на машине, на поезде, .....

Справка-анализ по теме: «Работа с родителями: анализ плана работы с родителями, индивидуальных стендов для родителей, организация групповых мероприятий с родителями».

В перспективном плане работы с родителями педагоги отражают совместную работу с семьями воспитанников. В плане воспитатели отмечают формы организации общения с указанием тематики (родительское собрани...