Ата-әсәйҙәргә бер нисә файҙалы кәңәш
консультация
Предварительный просмотр:
Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле
Беҙҙең балаларыбыҙ ҡайҙа тәрбиәләнә? (Балалар баҡсаһында, мәктәптә, ғаиләлә.) Нимә ул ғаилә? Ғаилә— ул бер нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ә һүҙлектә ул бәләкәй бер дәүләт, бер-бе-реһе менән рухи һәм матди йәһәттән бәйләнгән кешеләр берлеге, тип аңлатыла. Ғаилә— ул система. Беҙ ошо системала балаларҙы үҫтерәбеҙ, уларға йоғонто яһайбыҙ, шәхес тәрбиәләйбеҙ. Ә кем ул шәхес? Шәхес— ул айырым сифаттарға, үҙенсәлеккә, тотҡан урынға эйә булған, мораль яҡтан ныҡ, физик һау кеше.
Баланы тәрбиәләү әсә ҡарынынан уҡ башлана. Әлбиттә, үтә ҡыҙып барыусан, алкоголь эсемлектәр, тәмәке менән мауығыусы әсәләрҙән нормаль бала тыуыры икеле. Йөклө әсә саф һауала күп булырға, моңло музыка тыңларға, витаминдарға бай аҙыҡ менән туҡланырға тейеш.
Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле ҙур. Ғаиләлә баланың аңлы тәртибе өҫтөндә эшләү мотлаҡ. Ғаиләләге тәртип— ул баланың тыңлаусан булыуы ғына түгел, ә үҙенә йөкмәтелгән эште актив үтәргә тырышыуы ла. Хәҙерге ғаиләлә быны нисек тормошҡа ашырырға?
Тәртипте билдәле ҡағиҙәләрҙе һаҡлағанда ғына урынлаштырырға була. Ҡайһы бер ата-әсә өлгөлө тәртипкә яза биреү, тыйыу юлы менән ирешә. Был һис тә дөрөҫ түгел, сөнки иң мөһиме баланың үҙ ҡылығын контроллек итеүе.
Ата-әсәләргә бер нисә файҙалы кәңәш
I. Бала менән дөрөҫ мөғәлләмә итеү кәрәк. Эш ҡушҡанда асыу, ҡысҡырыу, ярһыу ҙа, инәлеү ҙә булырға тейеш түгел. Эш үтәлешен тикшереү ҙә мөһим. "Һин эшләй алаһыңмы ни?", "Һинән булмаҫ" кеүек кәмһетеүҙәр баланың үҙ баһаһын кәметә, үҙенә ышаныу көсөн юҡҡа сығара. Балағыҙҙың уҡыған китабы ҡараған кинофильмы, мәктәп тормошо тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ.
II. Эшһеҙлек — ялҡаулыҡтың, бәхетһеҙлектең нигеҙе. Шуға күрә баланың һәр көн башҡара торған эштәре булырға тейеш (почта индереү, сүп түгеү, иҙән һепереү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү Һ.6.).
III. Пунктуаль булырға өйрәтегеҙ. Балағыҙ мәктәпкә һуңламаһын, унан ваҡытында ҡайтһын.
IV. Балағыҙ алдында бер ҡасан да мөнәсәбәттәрегеҙҙе асыҡламағыҙ, ыҙғышмағыҙ.
V. Уҡыуҙы ыҙаға өйләндермәгеҙ. Насар тәртип әсән математиканан өҫтәлмә эштәр эшләргә, инша яҙырға мәжбүр итмәгеҙ.
VI. Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ, унда үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырышығыҙ.
VII. Ололарҙы ололарға, кеселәрҙе кеселәргә өйрәтегеҙ. Йәмәғәт урындарында балағыҙ менән бергә булһағыҙ, үҙегеҙ белгән нәмәләр менән таныштырығыҙ. Мәҫәлән, автобустарҙа ололарға урын биреү, юлда уларҙы алдан уҙғарыу һ.б.
VIII. Бала алдында гәп һатҡанда кемделер яманларға ярамай. Сөнки балала шул кешегә ҡарата насар ҡараш тәрбиәләнә.
IX. Сәләмәтлекте, һаулыҡты нығытыу мотлаҡ. Балағыҙ һау-сәләмәт булһа ғына, уҡыуы ыңғай барасаҡ.
X. Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтеү. Бөхтә кейенергә, тырнаҡтарын ҡырҡырға, мунса инергә һ.б. өйрәтеү кәрәк.
XI. Анкетаға йомғаҡ яһау. Йыйылыш алдынан балалар түбәндәге анкета һорауҙарына яуап бирә:
1. Ата-әсәйеңә өйҙә ярҙамлашаһыңмы?
2. Ата-әсәйең һиңә өй эштәрен эшләргә ярҙам итәме?
3. Һинән ауыр эш эшләтәләрме?
4. Һинең махсус өҫтәлең, әсбаптар әсән кәштәң бармы?
5. Алған отметкаларыңды ата-әсәйеңә күрһәтәһеңме?
6. "Аҡбуҙат", "Аманат", "Йәншишмә" кеүек махсус балалар баҫмаларын алдыраһыңмы?
7. Ата-әсәйең һиңә китаптар һатып аламы?
8. Ата-әсәйеңде яратаһыңмы? Ни әсән?
9. Теләктәреңде яҙ.
Бөгөн "Хәҙерге йәштәр ялҡау, тәртипһеҙ" тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Тик ниңәлер ошондай балалар үҫеүендә беҙ үҙебеҙ ғәйепле икәнде уйлап та бирмәйбеҙ. Халыҡтың түбәндәге тапҡыр әйтемдәре лә ошо турала һөйләй.
1. Үҙеңдең кем икәнлегеңде белгең килһә, көҙгөгә түгел, балаңа ҡара.
2. Бала күңеле — уңдырышлы тупраҡ, ни сәсһәң, шуны урырһың.
3. Тәртиптең әсәһе — тәрбиә.
4. Ояһында ни булһа, осҡанда ла шул булыр.
Ата-бабаларыбыҙҙың кәңәштәре — һис шикһеҙ тәрән мәғәнәле тәрбиәүи сара.
Әйтеп бөтөр...
Тупһаға баҫма... ырыҫың кәмей.
Яңағыңа таянма... ҡайғы күрерһең.
Аяғыңды болғатма... шайтан
саҡыраһың.
Ҡояш байығас иҙән һепермә...бәхетең кәмер.
Ризығыңды "бисмилла" тип япмаһаң... "шайтан ялар".
Ҡояш байығас һыуға барма... һыуыңа шайтан төшә.
Балағыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләйһегеҙме ?
(Тест)
1. Баланың дәрес әҙерләргә айырым өҫтәле бармы? (Эйе — 5, юҡ — 1.)
2. Балағыҙға көн һайын ваҡыт бүләһегеҙме? (Эйе — 5, юҡ — 1.)
3. Балағыҙҙың еңмешлегенә түҙемлеһегеҙме? (Эйе — 5, юҡ — 1.)
4. Уның шаян ҡылығын ғәфү итәһегеҙме? (Эйе — 5, ҡайһы ваҡыт — 3, юҡ — 1.)
5. Физик яза ҡулланаһығыҙмы? (Эйе — 1, ҡайһы ваҡыт — 3, юҡ — 5.)
6. Балағыҙ серҙәре менән уртаҡла-шыуын теләр инегеҙме? (Эйе — 5, ҡайһы ваҡыт — 3, юҡ — 1.)
7. Балағыҙ тыңлаусанмы? (Эйе — 5, ҡайһы ваҡыт — 3, юҡ — 1.)
8. Нимәнелер эшләмәҫкә ҡушһағыҙ, сәбәбен аңлатаһығыҙмы? (Эйе — 5, ҡайһы ваҡыт — 3, юҡ — 1.)
9. Балағыҙҙан йәшенә тап килә тип иҫәпләгән эштәрҙе, йөкләмәләрҙе башҡарыуҙы талап итәһегеҙме? (Эйе — 5, ҡайһы ваҡыт — 3, юҡ — 1.)
10. Махсус әҙәбиәт, педагогик китаптар һатып алаһығыҙмы? "Семья и школа" кеүек журналдар алдыраһығыҙмы?
Мәрәйҙәрҙең суммаһын табығыҙ.
10—23 — тәрбиә эше хата ҡоролған. Һеҙгә уйланырға ваҡыт.
24—37 — тәрбиә мәсьәләһендә балағыҙҙың теләктәрен дә иҫәпкә алығыҙ.
38—50 — һеҙ маҡтауға лайыҡ, сөнки һеҙҙә сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм балағыҙға һөйөү етәрлек.
Педагогик ситуация
I. Ейәнде тыуғандан бирле өләсәһе тәрбиәләй. Малайға 5-се йәш киткәндә, әбейҙең улы фатир һатып алып, ҡатыны менән улын шунда күсерә. Ә өләсәй үҙ фатирында ҡала. Көтмәгәндә килене уға ейәне менән осрашыуҙы тыя. Таныштарына: "Ул нимәгә кәрәк? Ҡамасаулай ғына. Улым хәҙер балалар баҡсаһына йөрөй, үҙем эшләйем. Ә театрға йә ҡунаҡҡа барырға кәрәккәндә күршем ҡарап тора. Күршебеҙ һәйбәт беҙҙең", — тип, аңлата. Улын өләсәһенән биҙҙерер әсән: "Мин һине яратмайым. Хәҙер инде ҙур үҫтем!" — тип әйтергә өйрәтә.
Йыл ярым ваҡыт үткәс, малай өләсәһен урамда күреп, шатлығынан барып ҡосаҡлап ала. Ләкин яҡынлашып килгән әсәһен күреп, тиҙерәк ҡулын төшөрә һәм битараф малайға әйләнә.
Был хәлгә ниндәй мәкәл тура клиә?
II. Сәлимәгә 5 йәш тула. Ата-әсәһе уның тыуған көнөнә ҙур ҡурсаҡ һатып алырға вәғәҙә итә. "Үҙе һөйләй, үҙе күҙҙәрен йома..." — тип аңлата әсәһе. "Мин уға йырҙар ғына йырлап йоҡлатырмын" — ти шатлығынан ни эшләргә белмәгән ҡыҙ.
Көндәр үтә тора. Ләкин вәғәҙә үтәлмәй. Әле ҡыҙыҡайға 13 йәш. Уға әле лә тыуған көнө килеп етер булһа, ата-әсәһе вәғәҙәләрен үтәр төҫлө.
1. Ата-әсә ниндәй хата ебәргән?
2. Ни әсән кыҙыкай ата-әсәһенең вәғәҙәһен ныҡ иҫендә ҡалдырған?
III. 3 йәшлек ҡыҙыҡай өйҙә көслө тауышлы телевизор ҡарағандан һуң йоҡлай алмай интегә. Әсәһе асыуланып ҡыҙына ҡысҡыра: "Йоҡлайһыңмы, юҡмы? Йоҡламаһаң, табип саҡыртып, ҙур укол ҡаҙа-там". Ҡыҙыҡай ҡурҡышынан ҡысҡырып илай башлай. "Ә-ә, һин тыңламайһыңмы әле, хәҙер илағаныңды ишетеп, урмандан бүре килеп ашай". Ҡыҙыҡай тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып илай башлай.
1. Әсәнең ҡылығына баһа бирегеҙ.
2. Баланы һеҙ нисек тынысландырыр инегеҙ?
Ғөмүмән, ата-әсә — бала әсән иң яҡын кеше, иң ҙур авторитет. Улар аша баланың тормошҡа ҡарашы, кешеләргә мөнәсәбәте һәм ихтирамы тәрбиәләнә. Тәртипле, татыу ғаиләлә балалар ҙа сабыр холоҡло, әҙәпле, ихтирамлы булып үҫә. Сөнки улар иң яҡын ике кешенең үҙ-ара ихтирамын көн һайын, минут һайын күреп үҫә.