Ата - әсәләр өсөн кәңәш " Балаға әйтер һүҙҙәр һәм мәҡәлдәр.
консультация
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләргә кәңәштәр
1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.
2. Балағыҙҙы "Хәйерле иртә" тип уятығыҙ, һәм... яуап талап итмәгеҙ, тыныс ҡына уҙ эшегеҙ-ҙе дауам итегеҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ, ә ыҙғыш-талаштан түгел.
3. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.
4. Психик һаулыҡтың борондан билдәле булған: "һин яҡшы, әммә бүтәндәрҙән бер яғың да артыҡ түгел" формулаһын бала күңеленә һеңдерегеҙ.
5. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.
6. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә кисерә белегеҙ.
7. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында курә белегеҙ һәм хуплағыҙ.
8. Бала һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышанырға тейеш. Ярҙамға мохтаж сағында һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ.
9. Уның менән аралашыу өсөн көн һайын "айырым ваҡыт" булдырығыҙ.
10.Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.
11 .Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.
12.Бәхәсләшкәндә ҡайһы саҡта бала менән ризалашығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ уны башҡаларға юл ҡуя, еңелеүен һәм хаталарын таный белергә өйрәтерһегеҙ.
13.Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнхитләмәгеҙ.
14.Балаларҙың ниҙер һорауына, үтенеүенә күнеккәнбеҙ. Иғтибар итегеҙ, үҙегеҙ һәр саҡ бойороу тонында һөйләшмәйһегеҙме? Балағыҙға үтенес менән мөрәжәғәт итергә өйрәнегеҙ.
15.Намыҫлы, тоғролокло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ.
Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
- Баланы кәмһетмәгеҙ.
- Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.
ӘҘӘП ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
Әҙәмде әҙәм иткән — әҙәп.
Әҙәп барҙа оят бар.
Әҙәп барҙа иман бар, әҙәп юҡта иман юҡ.
Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.
Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.
Әҙәпле кеше — солтан, әҙәпһеҙҙең бите — олтан.
Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ.
Ғәйебеңде таныу – ярты төҙәлеү.
Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Кесегә шәфҡәт итеп юл бир, олоға хөрмәт итеп ҡул бир.
Оло кешегә изгелек күрһәтмәгән, олоғайғас үҙе лә изгелек күрмәҫ.
Оло кешене хөрмәтләһәң, хөрмәт күрерһең.
Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән.