Ата -әсәләр өсөн кәңәш.
консультация
Предварительный просмотр:
Һөйәк менән уйындар
Һөйәк уйындарында төп уйын ҡоралы булып һуғымға һуйылған мал тояҡтарынан алынған ашыҡ(һарыҡ, кәзә тояҡтарынан) һәм йәкәл(ат, һыйыр тояҡтарынан) һөйәктәре хеҙмәт итә.
Ашыҡ һөйәге йәкәлдән бәләкәйерәк була. Уның дүрт атышы бар: алсы(әлсе) – ашыҡтың уйымлы ҡабырға яғы өҫтә ҡалһа, бүк(бөгә) – һөйәктең сик(сигә) ятышына ҡаршы батынҡы яғы, төй(төйә) – ашыҡтың алсы (әлсе) ятышына ҡаршы яғы.
Алсы ятышы иң отошло яҡ булып иҫәпләнә.
Йәкәл һөйәгенең ике генә яғы була: арҡаһы өҫтә ятһа – бүк (бөгә), аҫта булһа исаҡ (алсы).
Ашыҡ уйыны.
Уйын урыны. Йорт-ҡура алдында, спорт залында, мәктәп майҙансығында.
Әҙерлек. Балаларҙың һәр береһендә – 10-20-ләп ашыҡ һәм бер һаҡа һөйәге.Һаҡаны башҡа һөйәктәрҙән айырыр өсөн буйяйҙәр. Уйыншарты буйынса һәр уйнаусы тәүҙә уйынды ойоштороусыға 5 ашыҡ бирә. Ул йыйналған һөйәктәрҙе аралы итеп ике рәткә теҙә.
Уйнаусылар араһында сират билдәләнә. Уйында 2-6 бала ҡатнаша.
Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Уйнаусылыр сират менән һаҡаны метр йәки метр ярым самаһы алыҫлыҡтан ике рәткә теҙелгән ашыҡтарғы төҙәп бәрә. Уйнаусының маҡсаты – күберәк ашыҡ һуғып тәгәрәтеү. Ашыҡтар тәгәрәгән хәлдә лә, уйнаусы һөйәктәрҙең алсы ятышында ятҡанын ғына ала, ә башҡаларын яңынан урынына ултырта. Ул күпме ашыҡ отһа, ашыҡтарға яңынан шунса бәрә ала. ә инде бер һөйәк тә ота алмаһа, уйынды сираттағы иптәше дауам итә.
Теҙелгән һөйәктәрҙең барыһы ла отоп алынһа, уйнаусылар яңынан 5-әр
ашыҡты рәткә ултырта. Ашыҡтарын кем оттороп бөтә, шул уйындан сыға. Иң күп ашыҡ отҡан бала еңеүсе булып иҫәпләнә.
Бишәмәк.
Әҙерлек. Уйында 2-4-бала ҡатнаша. Һәр балала – 10- 20-ләп ашыҡ һөйәге.
Ашыҡтарҙы юғарыға сөйөп сират билдәләнә: кемдең һөйәге алсы ятышында ята, шул беренсе булып уйынды башлай, икенсе булған кешенең һөйәге – төй, өсөнсөнөң – бүк, дүртенсенең сик ятыштарында ята.
Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Уйынды башлаусы бала һәр уйнаусынан 2 йәки 4-әр ашыҡ һөйәге йыйып ала ла, уларҙы һауаға сөйөп, ергә һибеп ебәрә. Ҡайһы һөйәк алсы ятышында ята, шуларын йыйып ала һәм шул һөйәктәр менән 1 мерт алыҫлыҡтан ерҙә ятҡан ашыҡтарға бәрә. Бәргән ашыҡ ерҙә ятҡан ашыҡтарҙыңберәүһенә генә тейһә, ике ашыҡ та уныҡы тиеп иҫәпләнә. Ә инде бер юлы ике ашыҡ һөйәгенә килеп тейһә, йәки бөтөнләй теймәһә, уйнаусы уйындан сыға. Ул отоп алған ашлыҡтарҙы үҙенә ҡалдырып, ҡалған һөйәктәрҙе икенсе уйнаусыға бирә. Сираттағы бала уйынды тағы үрҙәгесә башлай.
Юғарыға сөйөлөп ергә һирпелгән ашыҡтар араһында алсы ятышанда ятҡан бер ашыҡ та булмаһа, уйнаусы шулай уҡ үҙ сиратын иптәшенә бирә . Иң күп ашыҡ отҡан бала еңеүсе булып иҫәпләнә.
Алтын ашыҡ.
Әҙерлек. Уйында 2-4-бала ҡатнаша. Һәр уйнаусынан, уйында ҡатнашыусыларҙың иҫәбенән сығып, 3 йәки 5-әр ашыҡ һөйәге йыйып алына. Бер һөйәкте буяп, уны алтын ашыҡ тип билдәләйҙәр.Ергә һирпелгән ашыҡтарҙың ятыштары буйынса сират билдәләнә: алсы – беренсе, төй – икенсе, бүк – өсөнсө, сик – дүртенсе. Алтын ашыҡ сик һыҙығынан 1 метр алыҫлыҡта бүк ятышында ергә ҡуйыла.
Уйындың аңлатмаһы. Беренсе уйнаусы йыйып алынған ашлаҡтарҙы ергә һирпеп ебәрә. Ятышына ҡарапалсыһын – алсыға, бүген бүккә, сиген сиккә, төйөн төйгә сиртә. Уйын башында ҡаҙнаға биргән ашыҡ һанын сиртеп алғас, сик һыҙығынан алтыг ашыҡҡа отоп алған ашыҡтарын бәрә. Алтын ашыҡ алсы ятышына әйләнеп ятһа, уйнаусыға башҡа һөйәктәрҙе лә юғарылағы тәрпип менән сиртеп алырға рөхсәт ителә. Улар сиртмәк(очко) иҫәбе тип һанала. Кемдә күп,шул еңеүсе.
Йәкәл һуғыу.
Әҙерлек. Был уйынды икәүләп тә, ике яҡҡа бүленеп тә уйнарға мөмкин. Сиратты йәкәл ташлап билдәләйҙәр. Һәр уйнаусынан берәр йәкәл алына, араларынан айырылыбыраҡ торған икенһен һуҡҡыс йәкәл-һаҡа һәм баш йәкәл итеп һайлар алалар, ҡалғандарын тигеҙ урынға теҙеп ултырталар. Уларҙан арты метр самаһы алыҫлыҡта һуғыу һыҙығы һыҙыла.
Уйындың аңлатамһы. Уйынды башлаусы һуғыу һыҙығынан һаҡаны теҙелгән йәкәләргә бәрә. Әгәр бәреп йыҡһа, теҙгән һөйәктәрҙең барыһында отоп ала. Яңынан берәр йәкәл ултырталар. Ә инде һаҡаһы теҙелгән йәкәлдәргә йәки йәкәлгә тейһә, ул шул йығылған һөйәкте генә ала. Отоп алынған йәкәл алсы ятышында ятһа, уйнаусыға тағы бер һуғыу хоҡуғы бирелә. Бүк ятышында ятһа, ул йығылған һөйәкте генә алыу менән сикләнә һәм уйынды сираттағы балаға тапшыра.
Йәкәлдәре отолопа бөткән балаларуйындан сыға бара.
Кем йәки ҡайһы яҡ, һаҡаны мәргәнерәк бәреп, йәкәлдәрҙе күберәк ота, шул еңеүсе була.
Бәкәй уйыны.
Уйын урыны. Спорт майҙансығы, йорт-ҡура алды, йәки ауыл осондағы сиҙәмлек. Әҙерлек. Уйында 2-4- бала ҡатнаша. Уйнаусыларҙың һәр береһендә 10-лап ашыҡ һәм бер һаҡа(бәкәй) һөйәге. Ашыҡтар һыймалы соҡор ҡаҙыла һәм унда һәр уйнаусы бер ашыҡ ташлай. Алдағы уйындарҙа әйтелгәнсә, ашыҡ ташлашып сират билдәләнә.
Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Уйнаусы соҡор эсендә ятҡан ашыҡтарҙы ситкә сығарыу ниәте менән һаҡаны 1-2 метр алыҫлыҡтан уларға бәрә. Соҡорҙан сыҡҡан һөйәк уныҡы булып иҫәпләнә һәм соҡорҙағы ашыҡтарға тағы бәрергә хоҡуҡ ала. Ә инде соҡорҙан бер һөйәк тә сыҡмаһа, ул уйындан сыға, уйынды икенсе бала дауам итә. Соҡорҙа һөйәк ҡалмаһа, яңынан берәр ашыҡ ташлайҙар. Күп ашыҡ отҡан бала, еңеүсе була.