Һүҙлек запасын байытыу өсөн уйындар
консультация (подготовительная группа)
Аш бүлмәһендә уйнар өсөн уйындар
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
huzlek_zapasyn_bayytyu_oson_uyyndar.docx | 15.37 КБ |
Предварительный просмотр:
АШ БҮЛМӘҺЕНДӘ УЙНАР ӨСӨН УЙЫНДАР
ҺЕҘҘЕҢ БАЛАҒЫҘ НИМӘ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНЕРГӘ БЕЛМӘҺӘ, Ә ҺЕҘГӘ АШАРҒА БЕШЕРЕРГӘ КӘРӘК БУЛҺА, АШ БҮЛМӘҺЕНДӘ УЙЫНДАР УЙНАП АЛЫРҒА МӨМКИН.
(Уйындарҙы Сибай ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Ураҙбаева тәҡдим итә)
1.Һүҙлек запасын байытыу өсөн уйындар
“Аш бүлмәһендә һүҙҙәр эҙләү”. Борщ эсенән ниндәй һүҙҙәр “тартып” сығарырға була икәнен уйларға һәм әйтергә тәҡдим итегеҙ(сөгөлдөр, кәбеҫтә…). Ә винегреттан? Һыуытҡыстан? Плитәнән? Шкафтан?..
“Һыйлайым”. Бала “тәмле” һүҙ әйтә һәм һеҙҙең усығыҙға һала, шунан һеҙ – уға, һәм шулай бөтә нәмәне “ашап” бөткәнсе уйнайһығыҙ. “Тоҙло”, “әсе”, “һыуыҡ” һ.б. һүҙҙәр менән уйнарға була.
“Күҙеңде йом – ауыҙыңды ас”. Бала йомоҡ күҙҙәре менән әсәй уның ауыҙына ниндәй киҫәк һалғанын әйтергә тейеш (һутлы, әсе, татлы, тәмле…), ә шунан ул был нимә икәнен әйтә (лимон).
“Һүҙҙәрҙе тап”. Әсәй балаға тик һауыт-һабаларҙы, тик емеш-еләктәрҙе, тик йорт йыһаздарын ғына әйтергә тәҡдим итә (ҡатмарлыраҡ эш ҡушырға була: тик һөт аҙыҡтарын, ит аҙыҡтарын әйтергә).
“Ни өсөн кәрәк?” Ҡырғыс, кәстрүл, тоҙ һауыты һ.б ни өсөн кәрәклеген баланан һорағыҙ йәки аңлатығыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1. Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...
Дидактические игры. Дидактик уйындар.
"Бер һүҙ менән әйт" "Бер һүҙ менән әйт" дидактик уйыны өсөн карточкалар. Был карточкалар балаларҙы дөйөмләштереп әйтә белергә өйрәтеү менән бер рәттән, уларҙың актив һүҙлеген үҫтереү өсөн дә файҙ...
Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)
Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...
«Тыл саппааhын байытыы» (2-4 саастаахтарга)
Кыра оҕо тылын саппааhын байытыы – биир уустук үлэнэн буолар. Оҕо тулалыыр эйгэни билэригэр, киэҥ билиилээх буоларыгар, саҥата сайдарыгар бу кинигэ оҥоhулунна.Бу кинигэҕэ 12 тиэмэ киирдэ:Оонньуу...