Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр.
материал
Опубликовано 31.01.2020 - 15:33 - Алибаева Амина Надировна
Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ata-slrg_knshtr.docx | 21.4 КБ |
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр.
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…
Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә, эште тамамлағас, урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
- Баланы кәмһетмәгеҙ.
- Баланы үҙ аллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.