Өндәрҙе ишетергә әйрәнәбеҙ
консультация (младшая группа) на тему

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Консультация для родителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ondrze_isheterg_oyrnbez.docx22.69 КБ

Предварительный просмотр:

Өндәрҙе ишетергә өйрәнәбеҙ

Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы, Сибай ҡалаһы Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды

Балаларҙың телмәре билдәле бер үк йәштә булыуға ҡарамаҫтан берҙәй үҫешмәгән кеүек, бер төркөмдә, бер мөхиттә тәрбиәләнеүсе балалар телде лә бер төрлө кимәлдә үҙләштерә алмай. Бындай күренеш балаларҙың телде үҙләштереү һәләте төрлөсә булыуы һәм аң-белем үҫешенең кимәле менән аңлатыла. Телде үҙләштереү һәләте ғилми һәм әҙәби телдә телмәрҙе ишетеү һәләте тип йөрөтөлә, йәғни фонематик ишетеү һәләте. Баланың дөйөм телмәренең үҫеше бына ошо телмәрҙе ишетеү һәләтенә бәйләнгән дә инде. Психологик һәм педагогк тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, телмәрҙе ишетеү һәләте үҫешкән балалар төрлө интонацияларҙы, телмәр темпының үҙгәреүен тиҙ генә тойоп алалар, аңлап тиҙ ҡабул итәләр, ул ғына ла түгел үҙенең телмәрендә аңлы рәүештә етешһеҙлектәрҙе таный алыуы мөмкин. Телмәрҙе ишетеү һәләте насар булған балалар, киреһенсә, дөрөҫ телмәрҙе ауыр үҙләштерә, диалекттарҙан айыра алмай, акцент менән һөйләй, тасуири итеп һөйләй алмай. Ундай балалар үҙҙәренең телмәрендә һүҙҙәрҙең әйтеп бөтмәүен тоймайҙар, өндәрҙең дөрөҫ яңғырамауын ишетмәйҙәр, хатта һүҙҙәрҙе бер-береһенә бәйләмәйҙәр, шул арҡала һөйләмдәрҙе мәғәнәһеҙ төҙөп ҡуялар. Фонематик ишетеү һәләте үҫешеп етмәгән балалар уға  әйткәнде түгел, ә  нимәне ишетә, шуны әйтә  (ҡабул итә, ҡабатлай).

   Баланың һүҙҙә һәр өндө айырым ишетеүе, эргәһендә торған өндәр араһынан асыҡ айыра белеүе, һүҙ ниндәй өндәрҙән тороуын белеүе уның артабанғы үҫешендә, белем алыуында ҙур урын алып тора. Ишетеү һәләтен баланың үҙ туған телендә һәм ныҡ өйрәнгән телендә генә үҫтерегә мөмкин.

   Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләгәндә телдең фонологик үҙенсәлектәрен күҙәтеү һәм тасуири уҡыу, тасуири шиғыр ятлау мөһим эш төрҙәре булып һанала.

   Фонематик ишетеү һәләте бәләкәй балаларҙа нисек үҫешә һуң? Иң элек балала фонематик ишетеү алты айҙан алып бер йәш тә ете айҙар самаһына тиклем үҫеше билдәле. Фонематик ишетеү һәләте тип беҙ туған телдең фонема системаһын үҙләштереүҙе күҙ уңында тотабыҙ.

   Бала әйткән һүҙҙәрҙе аңлай башлау менән фонематик ишетеү һәләтен үҫтерә башлайбыҙ. Шулай итеп фонематик төшөнөү барлыҡҡа килә.

   Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү этаптары:

  1. Телмәр өндәре булмаған тауыштарҙы айырыу.
  2. Тауыш көсөн һәм бейеклеген айырыу, ҡабатлау.
  3. Өндәр төҙөлөшө яғынан һүҙҙәрҙе айырыу (ҡыҙ – ҡыҫ, бочка – почка һ.б.)
  4. Ижектәрҙе айыра белеү: на – на – ма һ.б.
  5. Фонемаларҙы айыра белеү (өноҡшаш уйындар, артикуляция мөһим)
  6. Өн анализы эшләү күнекмәләре.
  7. Фразаларҙа, һөйләмдәрҙә өндәрҙе айырыу(“Мейес башында биш бесәй…”, Туры ат арба тарта, Морат арбала бара” һ.б.)
  8. Телмәрҙе контрольдә тотоу.

   Эште иң беренсе телмәр өндәре булмаған тауыштарҙы айырыуҙан башлайбыҙ. Телмәр өндәре булмаған тауыштар балаға тирә-йүндә ориентир тоторға ҙур ярҙам итә. Был тауыштар ниндәйҙер предметтарҙың йәки тере йәндәрҙең яҡынлашыуы һәм алыҫлашыуы тураһында иҫкәртә. Тауыш сығанағын дөрөҫ билдәләү тауыштың ҡайҙан килеүен билдәләргә ярҙам итә, тирә-йүндә яҡшыраҡ ориентир тоторға ярҙам итә, үҙенең торған урынын билдәләргә ярҙам итә.

Фонематик ишетеү һәләтен бер йәштән үк күнектерергә була. Ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн тауышлы уйынсыҡтар менән уйындар уйнау мөһим (бубен, һыбыҙғы, ҡыңғырау, шылтырауыҡ һ.б.).

   Балала ритм тойғоһон үҫтереү өсөн бубен ҡулланырға була.  Бубенда уйнап күрһәтергә кәрәк: яй йөрөр өсөн ҡыҫҡа, яй, аныҡ һуғыу. “Айыу” һымаҡ яй, ныҡ баҫып йөрөргә тәҡдим итеү. Шулай уҡ шәп итеп һуғырға була. Унда шәберәк йөрөргә кәрәк, мәҫәлән: “ҡуян” булып  йөрөргә. Яй һәм шәп һуғыуҙы аралаштырығыҙ. Тауыш темпын үҙгәртеп, һеҙ хәрәкәт темпын үҙгәртергә өйрәтәһегеҙ.

   Кухняла йөрөгәндә баланы уйын ситуацияһына индерергә мөмкин. Балаға сәйнүк нисек ҡайнағанын, һауыт-һаба нисек зыңлағанын, крандан һыу нисек аҡҡанын, бысаҡ нисек туҡылдағанын тыңларға тәҡдим итегеҙ.

   Һәр хужабикәнең өйөндә ярмалар бар. Ярмаларҙы ҡумталарға йәки контейнерҙарға һалырға кәрәк. Балаға улар нисек яңғырағанын ишеттерергә кәрәк. Шунан бала арҡаһы менән әйләнә, ә өлкәндәр бер ҡумтаны шалтырата. Бала тауышынан танырға тейеш.

   Фонематик ишетеү һәләте бала тыуғандан һуң ололар менән аралашыу һөҙөмтәһендә тыуа, ә уның нигеҙендә инде фонематик төшөнөү үҙләштерелә.  Бала һүҙҙәрҙе аңлап, үҙе һөйләшә башлаһа ла, унда фонематик төшөнөү булмаҫҡа мөмкин. Өс йәше тулып уҙған баланың был һәләтен тикшереү ауыр түгел.  

Балаға һеҙҙең арттан ҡабатларға тәҡдим итегеҙ:

а – о – у – и – ы

и – о – а - ы – э

у – о – и – а – ы

Балаға һеҙҙең арттан өндәр теҙмәһен ҡабатларға тәҡдим итегеҙ:

АО     ИУ

ЫА     УЭ

Балаға  [а] өнөн ишетһә, ҡулын күтәрергә тәҡдим итегеҙ:

о – у – а – и – а

Балаға  “ма” ижеген ишетһә, ҡулын күтәрергә тәҡдим итегеҙ:

па – ла - ма – ва – ма

Балаға артыҡ өндө табырға тәҡдим итегеҙ:

а – а – у – а – а

о – и – о – о – о

у – у – у –у – и

Балаға һеҙҙең арттан ҡабатларға тәҡдим итегеҙ:

Ша – са                      жа – за – за              ҫа – ҫа – ҙа

Ца – ба – па              да – да – та               ха – һа - һа

Са – за – за                зя – за – за                ға – ҡа – ға

Ря – ла – ла               ка – га – га               на – ңа – на

Ра – ла – ла               ва – фа – ва             ҙа – за – ҙа

Балаға һүрәттәр күрһәтегеҙ: машина, маймыл, майка, мотоцикл. Улар ниндәй өнгә башланғанын һорағыҙ.

Балаға һүрәттәр күрһәтегеҙ: кубик, корабль, туфли, картуф. Ниндәй һүрәт артыҡ икәнен һорағыҙ.

Балаға һүрәттәр күрһәтегеҙ: сана, зонтик, зоопарк, шапка, заколка. [З] өнөнә башланған һүҙҙәрҙе әйтеүен һорағыҙ.

Һүрәттәрҙең атамаларында аҙаҡҡы өндө әйтергә тәҡдим итегеҙ: сәскә, ағас, ҡәләм, ҡайыш, ат һ.б.

Балаға һүрәттәр күрһәтегеҙ: флаг, шкаф, футболка, кофта, шарф. [Ф] өнө һүҙҙең ҡайһы ерендә тороуын һорағыҙ – һүҙҙең башындамы, уртаһындамы, аҙағындамы.

Балаға һүҙҙе әйтеп бөтөргә тәҡдим итегеҙ: ша -…, ҡа -…, помидо - …, шофе - …, мото - …, зефи - …

Күнегеүҙәрҙе ябайҙан ҡатмарлыға принцибына таянып үткәрергә тәҡдим итәм. Һүҙҙә беренсе өндө айырыу, билдәле өнгә һүҙҙәр, һүрәттәр табыу, һүҙҙе  әйтеп бөтөрөү кеүек күнегеүҙәрҙе 4  йәштән башҡарырға тәҡдим итәм.

Һүҙҙәр дөрөҫ әйтелдеме, юҡмы икәнде гел тикшереп, һаҡта тороусы “ҡарауылсы” һүҙ ишетеү, фонематик төшөнөүҙе белгестәр ғәҙәттә, биш йәштән һуң тикшерәләр.

Ғәҙәттә, бала яңы ишеткән һүҙҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай һәм дөрөҫ әйтмәүен һиҙенгән мәлдә һеҙҙән ҡабатлата, йә иһә икеләнә: “ам - ма”, “ал - ма”, “тумурта”. Балала ошо күренештәр күҙәтелә икән, тимәк уның телмәре дөрөҫ үҫешә.

Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн түбәндәге уйындарҙы тәҡдим итәм.

“Тыңла, нимә яңғырай”

Бер нисә тауышлы уйынсыҡтар алырға кәрәк (һыбыҙғы, ҡыңғырау, шылтырауыҡ һ.б.). Балаға уларҙы ҡарарға һәм ниндәй тауыштар сығарыуын тыңларға тәҡдим итергә. Шунан бала арҡаһы менән әйләнә, ә өлкәндәр 3 – 4 м алыҫлыҡҡа китеп шул уйынсыҡтың береһе менән тауыш сығара. Тауыштар асыҡ һәм таҙа булырға тейеш. Бала уйынсыҡтың тауышынан танырға тейеш.

“Һыбыҙғы ҡайҙа уйнай?”

Өлкәндәр балаға күҙҙәрен йоморға тәҡдим итә. Үҙе унан ситкәрәк китә (уңға, һулға, алдына, артына) һәм һыбыҙғыла уйнай. Бала күҙҙәрен асмай ғына ҡулы менән һыбыҙғы ҡайҙа уйнағанын күрһәтергә һәм өлкән кешегә йөҙө менән боролорға тейеш.

“Сәпәкәйләйбеҙ”

Өлкәндәр балаға уның һымаҡ ритмик һүрәтте сәпәкәйләргә тәҡдим итә. Мәҫәлән: ике сәпәкәй, пауза, бер сәпәкәй. Ритмик һүрәт яйлап ҡатмарлаша бара. Мәҫәлән: ике сәпәкәй, пауза, өс сәпәкәй. Уйындың артабанғы этабы: бала ябыҡ күҙҙәр менән сәпәкәй итә.

“Тылсымлы таяҡ”

Өлкәндәр ҡәләм менән төрлө предметтарға һуғып, улар ниндәй тауыш сығарғанын тыңларға балаға тыңларға тәҡдим итәләр. “Тылсымлы таяҡ” менән быяла вазаға, ағас өҫтәлгә, пластмасс стаканға һ.б. предметтарға һуғалар. Бала ябыҡ күҙҙәр менән ниндәй предметҡа һуғыуын әйтә.

“Елдең йыры”

Өлкәндәр бала менән урамда йөрөгәндә үләнде бәүелткән еңелсә елгә, йәки ағастарҙың ботаҡтарын һелкеткән көслө елгә  иғтибар иттерәләр. Әгәр көслө ел булһа, уның йырын көслө һәм оҙайлы йырлайбыҙ, әгәр еңелсә ел булһа, тыныс һәм оҙайлы йырлайбыҙ.

Өлкәндәр саф һауала йөрөгәндә әйтәләр: “Бөгөн ел тыныс иҫә: у – у - у” (тыныс һәм оҙайлы итеп у өнөн әйтә), бала ҡабатлай. Өлкндәр тағы ла әйтәләр: “Ҡапыл көслө ел сыҡты, ул шулай геүләй: у – у - у” ( көслө һәм оҙайлы итеп у өнөн әйтә). Бала ҡабатлай. Өйҙә көслө һәм тыныс елдең йырын ҡабатларға мөмкин.

“Урам нимә тураһында һөйләй”

Өлкәндәр балаға урамдан ишетелгән тауыштарҙы тыңларға тәҡдим итә: машиналар тауышын, ҡоштар йырын, елдең һәм ямғырҙыңтауышын, кешеләр һөйләшеүен һ.б.

“Фломастерҙар”

Өлкәндәр 12 төҫлө фломастерҙар алалар. Береһенең төҫөн уйлайҙар, һүҙҙә беренсе өндө белдергән төҫлө булырға тейеш:[ҡ],[к],[һ],[а],[з]. Өлкәндәр балаға бирелгән һүҙҙәр башланған өнгә тап килгән фломастерҙарҙы алырға тәҡдим итә. Мәҫәлән: китап – күк фломастер, ат - алһыу фломастер һ.б.

“Беренсе өн”

Тауыш менән һүҙҙә беренсе өнгә баҫым яһап әйтергә кәрәк (“а-а-ағас”, “у-у-усаҡ”, “о–о-олатай”, “и-и-ишек” һ.б.

“Һүҙҙәр сылбыры”

Өлкәндәр бала менән алмашлап һүҙҙәр әйтәләр. Һүҙ ниндәй өнгә бөтә, шул өнгә башланған һүҙ әйтергә кәрәк: “ағас – сана – ат – танк – касса…”

“Ашай торған – ашамай торған”

Өлкәндәр яңғырашы буйынса оҡшаш өс һүҙ әйтәләр. Бала тик ашай торған әйберҙе генә әйтергә тейеш.

Ҡалаҡ – ҡабаҡ – ҡабат

Аш – таш – ҡаш

Банан – диван – барабан

Лимон – вагон – бизон һ.б.

“Тауышынан таны”

Уйында бөтә ғаилә ағзалары ҡатнаша. Бала уларҙың тауышын таный. Өлкәндәр алмашлап телмәр өндәре булмаған тауыштар сығаралар: һыуҙың “йырын”(“с-с-с-с-с”), саң һурҙырғыс тауышын (“у-у-у-у”) һ.б. Бала өлкәндәрҙе күрмәйенсә тауышынан танырға тейеш(өләсәй, ҡартатай, апай, ағай, әсәй, атай).

“Тауышлы ҡумталар”

Һәр хужабикәнең өйөндә ярмалар бар. Ярмаларҙы ҡумталарға йәки контейнерҙарға һалырға кәрәк. Балаға улар нисек яңғырағанын ишеттерергә кәрәк. Шунан бала арҡаһы менән әйләнә, ә өлкәндәр бер ҡумтаны шалтырата. Бала тауышынан танырға тейеш. Яйлап ҡумталар һанын арттырырға.

Бала алдында өс ҡумта ята (икеһе бер иш яңғырай, ә береһе икенсн төрлө). Балаға артыҡ ҡумтаны табырға һәм алырға тәҡдим итергә була.

Шулай итеп, өндәрҙе ишетеүҙе тәрбиәләү балаларҙа  түбәндәге һәләттәрҙе үҙләштереүгә булышлыҡ итә:

  • өндәрҙе дөрөҫ әйтә белеү;
  • һүҙҙәрҙе асыҡ, таҙа әйтеү;
  • тауыш көсө менән идара итеү;
  • ритм менән,талғын, шәп һәм яй һөйләү;
  • тембр биҙәлеше.