Бесәй Мыраубайға ярҙам итәйек.
план-конспект занятия по математике (младшая группа)

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

2-се кескәйҙәр төркөмөндә математика буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres_2019_yyl.docx18.7 КБ

Предварительный просмотр:

2-се кескәйҙәр төркөмөндә ойошҡан белем биреү эшмәкәрлеге «Бесәй балаһына ярҙам итәйек».

Маҡсат:

Предметтар араһынан түңәрәкте, квадратты формаһы буйынса айыра белергә өйрәтеү.

Төҫтәрҙе белеүҙе нығытыу.

. Ҡул суғы, бармаҡтар хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

Телмәрҙәрен һәм хәтерҙә ҡалдырыу һәләтен үҫтереү.

Иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

Ойоштороу мәле.

Тәрбиәсе: Балалар,бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ ҡунаҡтар менән һаулашып алайыҡ.

-Һаумыһығыҙ!

-Ә инде хәҙер үҙебеҙ менән дә таныштырайыҡ.

Бына танауым,был минең ҡашым,

Күҙем, ҡолағым.Ә бына башым.

Ауыҙҙы асһам-телем күренә,

Теҙелгән тешем,өс бөртөк кенә.

Ҡулды күтәрәм,аяҡ тыпырлай,

Үҙенән үҙе,бейергә һорай.

(Балалар ултыралар.Бесәй мыяулаған тауыш ишетелә.Иламһырап бесәй балаһы килеп керә)

Тәрбиәсе: Бәәй,был бит бесәй балаһы. Әллә аҙашып килеп ингән.Нимә булды һиңә бесәйкәй?

Бесәй балаһы:(илай) Мин..мин әсәйемде юғалттым..

Тәрбиәсе: Йә,илама инде матурҡай.Беҙ һиңә әсәйеңде табырға ярҙам итербеҙ.Балалар ярҙам итәбеҙме?

-Киттек улайһа!

(бергәләшеп күңелле көйгә атлайҙар,ширмала ҡурсаҡ тауыҡ килеп сыға,йырлай)

Тәрбиәсе: Һаумы Тауыҡбикә!Бик матур йырлайһың.

Тауыҡбикә: ҡыт,ҡыт,ҡыт.Маҡтауығыҙ өсөн рәхмәт.Һеҙ нимә эшләп йөрөйһөгеҙ?

Бесәй балаһы: мин әсәйемде юғалттым(илай)

Тауыҡбикә: эй бәләкәсте.Илама инде.Әсәйең һунарға киткәндер:сысҡан ауларға.Быйыл бигерәк күптәр шул сысҡандар.Минең һалған йомортҡаларымды ла бойҙай эсенә күмеп киткәндәр.Шуларҙы эҙләп табышмаҫһығыҙмы икән?

Уйын « Ярма араһынан уйынсыҡ эҙләү»

Тауыҡбикә: Рәхмәт инде,бына күпме йомортҡамды йәшергәндәр бит.Хәҙер шуларҙы ошо тартмаларға һалығыҙ инде.Тик төҫтәре менән бутай күрмәгеҙ.  

Уйын  “ Төҫтәр буйынса классификациялау”

Тауыҡбикә: Рәхмәт,бик изгелекле балалар икәнһегеҙ.Ә бесәй моғайын келәт тирәһендәлер.шул яҡҡа барығыҙ.

(балалар артабан китәләр,эт өргән тауыш ишетелә,һөйәк кимерә)

Тәрбиәсе: Аҡбай һаумы?

Аҡбай: Һау, һау.миңә һөйәк кимерергә ҡамасаулап ни эшләп йөрөйһөгеҙ?

Бесәй балаһы: Мин мин әсәйемде юғалттым..

Аҡбай: Күрҙем,күрҙем Мыраубикәне.Хужабикә уға сысҡан ауларға ҡушты.Мин һеҙгә юл күрһәтер инем,эшем күп, шул сысҡандар минең өйөмдө кимереп тишеп бөткәндәр. Оямда һыуыҡ, ямарға кәрәк.

Тәрбиәсе: ҡайғырма Аҡбай,беҙҙең балалар һә тигәнсе ямап ҡуйырҙар ояңды.

Уйын «Өйөн тап.Геометрик фигуралар менән.»

Аҡбай: Ррәхмәт балаларр.Һау,һау булығыҙ.

Тәрбиәсе:Ә белдем әсәйеңдең ҡайҙа икәнлеген.Ул келәт эргәһендә,киттек.

(Келәт эргәһенә баралар.Унда бесәй йоҡлап ята)

Бесәй балаһы: Әсәй,әсәй!

Мыраубикә: Әү ҡыҙым.Бәй сысҡандарҙы баҫтырып арып киттем дә,әҙ генә серем итеп алайым итеп ятып торғайным.Юғалттыңмы мине бәләкәсем,йомшаҡҡайым,йомороҡайым.

Тәрбиәсе: Беҙ балалар менән бик ҡурҡтыҡ,һеҙҙе юғалған икән тип.Шуға ла эҙләшергә ярҙам иттек.

Мыраубикә: Рәхмәт балалар.Эй үҙҙәре лә минең балам кеүек матурҙар,бәләкәстәр.Әйҙәгеҙ миңә сысҡан тоторрға ярҙам итегеҙ.

(Уйын «Еп урау таяҡҡа»)

Мыраубикә:Бына сысҡандарҙы ла тиҙ генә тотоп бөттөк,һеҙ ярҙам иткәс.Эшләгәс ял да итергә кәрәк.

Әйҙәгеҙ мин йырлайым,ә һеҙ бейеп алығыҙ минең ҡыҙым менән.

(«Бесәйем» (Пиргалина Б. Муз.)күмәк бейеү)