“Моряктар һөнәрҙәре”
план-конспект занятия по конструированию, ручному труду (подготовительная группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл moryaktar_honrzre.docx20.14 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн “Моряктар һөнәрҙәре”

темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Кадаева Гөлиә Нурислам ҡыҙы,

1-се категориялы тәрбиәсе

Маҡсат: Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү.
Бурыстар:

Белем биреүсе: “ТИКО” конструкторы деталдәрен ҡулланып, бирелгән схема буйынса карап төҙөү күнекмәләрен нығытыу. Эштең эҙмә-эҙлеген һайлау, танып–белеү оҫталыҡтарын һәм белемдәрен формалаштырыуҙы дауам итеү;

Карапта хеҙмәт итеүсе һөнәрҙәр тураһында белемдәрен арттырыу.

Үҫтереүсе: Балаларҙың предметтарҙы анализлай белеүҙәрен, логик фекерләүҙәрен, отҡорлоғон, зирәклеген күҙаллау һәм ижади һәләтен, бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү.

Тәрбиәләүсе:  Балаларҙы диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт тәрбиәләү;
балаларҙың ижади әүҙемлеген, парлап, бергәләп, үҙ-ара килешеп эшләүгә ҡыҙыҡһыныуын, аралаша белеүҙәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү.


Эшмәкәрлек барышы

Ойоштороу моменты.

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә сәләм бирәйек.

Алтын ҡояш, һаумы!

Зәңгәр һауа, һаумы!

Шаян елкәй, һаумы!

Кескәй имән, һаумы!

Беҙ йәшәйбеҙ был ерҙә -

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе лә!

Тәрбиәсе: Сеү, балалар, һеҙ бер тауыш ишетәһегеҙме?

Балалар, беҙгә видеояҙма килде. Видеояҙманы  ҡарарға  теләйһегеҙме? (Эйе). (Тәрбиәсе видеояҙманы ҡуя).

-Һаумыһығыҙ, балалар, һеҙ мине танынығыҙмы?  Эйе. Мин - Семәркәй.

-Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы? (Эйе)

-Мин дә сәйәхәт итергә бик яратам. Аҡъяр ауылы бик матур, тиҙәр. Һеҙҙең Аҡъяр ауылы менән танышайым тигәйнем. Мине Аҡъяр буйлап сәйәхәткә алығыҙсы?

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ Семәркәйгә Аҡъярҙы күрһәтәйек.

( Аҡъяр буйлап вертуаль экскурсия)

Коммуникатив эшмәкәрлек

Тәрбиәсе: Балалар, ошо парк эргәһендә туҡталайыҡ. Был Еңеү паркы.

- Ә һеҙ беләһегеҙме,  Еңеү көнөнә быйыл 75 йыл була. Шуға күрә, ҙур әҙерлек бара.

- Илебеҙҙе һаҡлаған, яугирҙәргә бик күп һәйкәлдәр, обелисктар ҡуйылған. Беҙҙең Еңеү паркында ла төрлө һәйкәлдәр бар. Бөгөн мин һеҙгә Еңеү паркы макетын алып килдем.

- Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле был паркта ниндәй һәйкәлдәр бар икән?

( Макет “Еңеү паркы”)

-Был кемдәргә ҡуйылған һәйкәлдәр? ( Герой Ҡәйүм Әхмәтшинға, сик һаҡлаусыларына, билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл, районыбыҙҙан һуғышта ҡатнашҡан бөтә һалдаттарға ҡуйылған обелиск, Афғанистан, Чечня һуғыштарында ҡатнашыусы яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл бар)

-Бөйөк Ватан һуғышында төрлө хәрби һөнәр эйәләре ҡатнашҡан.  Әйҙәгеҙ уларҙы әйтеп үтәйек: танкистар, летчиктар, башҡорт атлы девизия һалдаттары, моряктар һ.б.

- Беҙҙең илебеҙҙе диңгеҙҙә моряктарҙә  һаҡлаған.

-Әйҙәгеҙ балалар, беҙ бөгөн моряктар булайыҡ. ( атрибуттар кейәләр)

- Кемдәр һуң улар моряктар?

- Моряк - граждандар йәки хәрби диңгеҙ суднолары  ағзалары. Моряк булып хеҙмәт итеүселәр ҙә төрлө һөнәргә эйә. Улар һәр береһе үҙенең бурысын теүәл үтәгәндә генә корабль диңгеҙҙә һәйбәт йөрөйәсәк.

- Әйҙәгеҙ, Моряктарҙың һөнәрҙәрен һанап китәйек. Улар кемдәр икән? (Слайд)

- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ капитан нимә эшләй икән?( Капитан бөтә командаға етәксе, приказдар  бирә, кәрәк ваҡытта курстар үҙгәртә)

- Штурман? (Штурман – кораблде йөрөтөүсе, хәрәкәтте күҙәтеп бара)

-  Матрос ?  (Матрос - төрлө эштәрҙе үтәй)

- Кок? (Кораблдәге бөтә командаға ашарға бешереүсе)

-Моряк  һөнәренә эйә булыу өсөн ниндәй булырға кәрәк ? Моряктар ниндәй булалар? (Ҡыйыу, батыр, етеҙ, физик яҡтан ныҡ)

-Афарин, балалар!  Киләсәктә ошо Еңеү паркында диңгеҙҙә хеҙмәт итеүселәргә  һәйкәл булыуын теләр инегеҙме? ( Эйе)

Һәйкәл төҙөү өсөн тәүҙә беҙ уның макетын  эшләйәсәкбеҙ. Ә һәйкәлде нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ. (Яуаптар)

- Беҙҙең һәйкәлебеҙ корабль  формаһында буласаҡ. (Слайд)

- Ә кораблдәрҙе  ниндәй материалдан әҙерләйҙәр? ( ағастан, пластмассанан, тимер-бетондан)

- Ә бөгөн кораблде  “ТИКО”  конструкторы ярҙамында эшләйәсәкбеҙ.

Уйын эшмәкәрлеге

Уйын: “Ҡапшап ҡарап конструктор детален асыҡла”

Балалар алдында - “ТИКО” конструкторы деталдәре менән ҡумта. Балалар ҡапшап ҡарап, деталдәрҙе билдәләйҙәр һәм уны атайҙар. ( өсмөйөш, дүртмөйөш, бишмөйөш һ.б.)

-Афарин, балалар! Хәҙер ял итеп алайыҡ.

Ял минуты

(Слайд буйынса аңлатыу)

-Хәҙер беҙ төркөмдәргә  бүленеп  эште башлаясаҡбыҙ.

Конструкторлау эшмәкәрлеге

Беренсе өҫтәлдә 3 ҡыҙ – һәйкәлдәргә һалыу өсөн сәскәләр эшләй.

Икенсе өҫтәлдә 1 ҡыҙ – диңгеҙ флоты флагын эшләй.

Өсөнсө өҫтәлдә  2 малай  – ҡотҡарыу түңәрәге эшләй.

Дүртенсе өҫтәлдә 4 малай – корабль төҙөй.

Балалар схемаға, өлгөгә ҡарап эште эшләйҙәр, кәрәк булған осраҡта, тәрбиәсе, индивидуаль ярҙам күрһәтә.

Коммуникатив эшмәкәрлек.

Төҙөлөш эшен тамамлағас, һәйкәлде бер сюжетҡа берләштереү.

Тәрбиәсе: Бик матур макет килеп сыҡты. Киләсәктә был макет менән һәйкәл төҙөргә мөмкин.

-Балалар, карап төҙөү өсөн ниндәй деталдәр кәрәк булды?

-Кораблдә нимәләр була? (флаг, якорь, ҡотҡарыу түңәрәге) 

-Кораблдә  хеҙмәт итеүсе ниндәй һөнәрҙәр тураһында  белдек?

Тәрбиәсе: Балалар,  беҙгә видеояҙма килгән.  

Видеояҙманы  ҡарау.

Семәркәй: Рәхмәт, бына хәҙер Аҡъяр менән таныштым, киләсәктә Еңеү паркында тағы бер матур һәйкәл буласаҡ икән. Афарин, балалар!  Һеҙҙең киләсәктә бик шәп архитекторҙар булыуығыҙға ышанам. Уңыштар һеҙгә!

Мин һеҙгә бүләктәр ҡалдырам.

Эшмәкәрлекте йомғаҡлау.

Балаларҙың эштәрен баһалау.

Тәрбиәсе: Балалар, эшмәкәрлектә һеҙгә нимә оҡшаны?

-Ниндәй ҡыйынлыҡтар булды?

- Ә хәҙер Семәркәйҙең бүләктәрен тапшырайым.

Тәрбиәсе Семәркәйҙең бүләген тарата.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Уйнай-уйнай төҙөйбөҙ. Аҙнабаева Ф.Г. КИТАП ӨФӨ – 2018
  2. https://www.maam.ru/detskijsad/konspekt-nod-morjak-profesija-ili-prizvanie.html
  3. Р.Х.Гасанова. Я Родину свою хочу познать! Методическое пособие по ознакомлению дошкольников с национальной культурой башкирского народа. – Уфа.БИРО,2007.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн “Моряктар һөнәрҙәре” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү. “ТИКО” конструкторы деталдәрен ҡулланып, бирелгән схема буйынса карап төҙөү күнекмәләрен нығытыу. Эштең эҙмә-эҙлег...