"Сәбилә" әкиәте
материал по художественной литературе

Әкиәт -легенда

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_kit.docx13.26 КБ

Предварительный просмотр:

                    “  Сәбилә”

Юсупова Гулира Разаковна

38 лет

Город Баймак

gulira8383@mail.ru

89677488891

Минең әкиәт        

Баймаҡ ҡалаһы         “Әкиәт”  балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Йосопова Гөлирә Разаҡ ҡыҙы.

Жанр:әкиәт-легенда

                                         Сәбилә.

Борон заманда йәшәгән ти бер ҡарт менән ҡарсыҡ.Уларҙың  Сәбилә исемле берҙән-бер ҡыҙҙары булған ти.Сәбилә ай үҫәһен көн үҫеп бик һылыу ҡыҙға әйләнгән.ул ата –әсәһенең терәге,таянысы булған.Ирҙәр эше булһынмы,ҡатын-ҡыҙҙыҡымы,еренә еткереп , матур итеп башҡарып ҡуйған.Сәбиләнең уңғанлығына,һылыулығына һоҡланмаған кеше булмаған,йәше еткәс һоратыусылар ҙа күбәйеп киткән.Хатта ҡатындары үлеп тол ҡалған ҡарттары ла ҡалмаған ти.Кемдәрҙер байлыҡ бирэм тип,кемдәрҙер ҡартты ҡурҡытып та ҡараған.Ләкин ул ҡыҙының ризалығынан тыш, уның яҙмышын хәл итмәгән.

Сәбиләнең һөйгән егете Исмәғил күрше ауылдан булған.Егет һунарға,ә ҡыҙ еләк йыйырға барғанда таныша улар.Тәү күреүҙән улар араһында йылы хистәр ҡабына.Егет ҡыҙҙы һоратырға килэ,гөрләтеп туй яһайҙар.Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.

Уларҙың тормошона һоҡланыусылар ҙа,көнләшеүселәр ҙә етәрлек була.Айырыуса Исмәғилдән үс алырға теләүсе,ҡасандыр Сәбиләгә күҙ атып йөрөүсе,егеттәр күбәйгән.Иң янғаны Әбдрәхим исемле ҡарт булған ти.Әбдрәхим шул тиклем ғәрләнгән,Сәбиләнең кире бороп сығарыуына,күп йылдар нисек тә булһа үс алыу теләге менән йәшәй,төрлө пландар ҡора,ләкин бер нисек тә уйлаған этлеген килтереп сығара алмай.Һәр ваҡыт камасаулаусы берәй нәмә килеп сыға.Сәбиләнән үс алыу өсөн,уны иң яратҡан кешеләренән айырырға кәрәклеген аңлай Әбдрәхим.шуға күрә Исмәғилдән ҡотолоу юлдарын эҙләй.

Ҡыштың аяҙ бер көнөндә Исмәғил һунарға йыйына.Улы атаһына эйәрергә уйлағас: –“Һин өйҙә баш булып ҡалаһың.Әсәйең менән һеңлеңә ярҙам ит”,- тип уны өйҙә ҡалдыра.Ниңәлер йөрәге урынында булмаған Сәбилә ирен туҡтатып ҡарай,Исмәғил уны йыуата ла,ҡушкөбәкле мылтығын аҫып  һунарға юллана.

Исмәғилдең һәр аҙымын күҙәтеусе Әбдрәхим үҙенең яуыз ниәте тормошҡа ашасағына ҡыуана.Башына күҫәк менән һуғып уны үлтереп ,кеше тапмаҫлыҡ итеп ҡар менән күмеп китә.

Исмәғилде бөтөн ауыл менән эҙләһәләр ҙә таба алмайҙар,уның ҡайтып инеренә өмөтөн өҙмәгән Сәбилә,ирен яҙ етеп ҡар иреп табылғас, төңөлә.Ҡайғыһын балалары менән баҫа.Тағы ла Әбдрәхим ҡулын һорап йөҙәтә,көн күрһәтмәй башлағас,балаларын,малдарын алыпсығып китә.бер бәләкәй генә ауыл эргәһендәге ҡарағай урманлы тау башында төпләнә-мал үрсетеп көн күрә.Балалары ир етеп үҙ доньяһын ҡора.Сәбилә иһә тау башындағы йортонда ҡартлығын да ҡаршылай,балаларының өгөтләүенә ҡарамай кусенеүҙан баш тарта.

Шул саҡтарҙан халыҡ был тауҙы “ Сәбилә “тауы тип атай башлай.