Тылсымлы курай
план-конспект занятия по аппликации, лепке (средняя группа)
Уртансылар төркөмөндә "Тылсымлы курай "темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Тылсымлы курай | 24.26 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының " Ҡояшҡай"
берләштерелгән балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү
бюджет учреждениеһы
Уртансылар төркөмөндә
художестволы - эстетик үҫеш өлкәһендә
« Тылсымлы ҡурай » темаһына
ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Үткәрҙе тәрбиәсе:
Ҡотлобирҙина Г.Р.
Маҡсат:
1.Өйрәтеүсе :башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай тураһында
белемдәрен киңәйтеү.
2.Үҫтереүсе: телмәр үҫешен активлаштырыу,ҡул суҡтарының моторикаһын
үҫтереү,әүәләүҙең төрлө ысулдарын ҡулланыу тәгәрәтеп
йомарлау,йәмшәйтеү һ.б.
3.Тәрбиәүи :тыуған телгә,илебеҙгә ихтирам,һөйөү тәрбиәләү,ҡурайға
ҡыҙыҡһыныу уятыу,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Материалдар : пластилин,пластмас түңәрәктәр.
Обб эшмәкәрлегенең барышы:
Ҡурай көйө яңғырай.
Тәрбиәсе: Балалар,тыңлағыҙ әле,был көйҙө ниндәй музыка инструментында уйнайҙар икән?
Балаларҙың яуаптары.
Тәрбиәсе :Дөрөҫ.был ҡурай.Ә һеҙҙең ҡурайҙы күргәнегеҙ бармы? Әйҙәгеҙ әле, уны тотоп ҡарайыҡ.
Тәрбиәсе ҡурайҙы алып күрһәтә ,балалар тотоп ҡарайҙар.
Тәрбиәсе: Балалар,әйтегеҙ әле, ҡурайҙы нимәнән эшләйҙәр икән?
Балаларҙың яуаптары.
Тәрбиәсе :Балалар,ҡурай ул үҫеп ултырыусы үҫемлек.Уны элек олатайҙар үҫемлек кипкәс ҡырҡып алғандар,һабағына тишектәр уйып,ҡурай эшләгәндәр.
Тәрбиәсе ҡурай үҫемлегенең һүрәтен күрһәтә.
Тәрбиәсе: Балалар,ә ҡурайҙа уйнаған кешене кем тип йөрөтәләр әле?
Балаларҙың яуаптары.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ,ҡурайсы.Бөгөнгө көндә олатайҙар,атайҙар,малайҙар,хатта ҡыҙҙар ҙа ҡурайҙа уйнайҙар.Балалар,ә һеҙҙең ҡурай тажын эшләгегеҙ киләме ? Улайһа өҫтәл артына ултырабыҙ.
Иң тәүҙә тәрбиәсе үҙенең өлгөһөн күрһәтә.
Тәрбиәсе :Ҡурайҙың таждары ниндәй геометрик фигураға оҡшаған ?
( түңәрәк)
- бөтәһе нисә түңәрәк кәрәк,һанайбыҙ .( ете)
- түңәрәкте нисек яһайбыҙ?( ике ус араһына һалып түңәрәтәбеҙ)
- таждарҙың һабағы нимәгә оҡшаған ?(колбаска формаһы)
- колбаска формаһын нисек эшләйбеҙ ?( устар араһына һалып аҫҡа-өҫкә әүәләйбеҙ)
- нисә колбаска формаһы кәрәк?( ете)
- таж ниндәй төҫтә?
Эштең барышы тикшерелеп бөтә.
Тәрбиәсе: Хәҙер эште башлайбыҙ,иң тәүҙә пластилинды бәләкәй тигеҙ өлөштөргә өҙөп алабыҙ.Түңәрәктәр эшләгәс ,уларҙы ике бармаҡ араһына тотоп йәлпәштерәбеҙ.
Балалар эшләйҙәр,ярҙам кәрәккәндәргә тәрбиәсе ярҙам итә,өйрәтә,күрһәтә.
Тәбиәсе : шулай итеп беҙ һеҙҙең менән нимә эшләнек бөгөн ?Яуаптар
Ә һеҙгә үҙегеҙҙең эшегеҙ оҡшанымы? Афариндар ,бик матур килеп сыҡты.Беҙ уларҙы теҙеп ҡуяйыҡ,әсәйҙәрҙә ҡарап ҡыуанһындар.Урындарҙы тәртипкә килтерәбеҙ,ҡулдарҙы йыуабыҙ.Аҙаҡ күмәкләп,"ҡурай" тигән уйын уйнайбыҙ.
- Мне нравится (1)