Аппликация "Цыплята"
план-конспект занятия по аппликации, лепке (младшая группа)
Аппликация-это самое любимое и увлекательное занятие для детей. Главная цель: формировать интерес к искусству аппликации, развивать эстетическое восптиятие, воображение , художественно-творческие способности, мелкую моторику рук.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
sebeshtr_dres.docx | 17.76 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан республикаһы Салауат ҡалаһының
«50-се һанлы башҡорт балалар баҡсаһы»
муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Ҡорама йәбештереү
Тема: «Себештәр»
Кескәйҙәр төркөмө
Тәрбиәсе: Мәсәғүтова Г.Х.
29.04.2021йыл.
Өҫтөнлөклө өлкә: художестволы-эстетик өлкә
Белем биреү өлкәләре: социаль коммуникатив үҫеш, телмәр үҫеше, физик үҫеш.
Интеграцияланған бурыстар:
1. Балалар менән бер нисә өлөштән торған предметты йыя һәм йәбештерә белеүҙе камиллаштырыу.
2. Ҡорама йәбештереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу,елем менән үҙ аллы эшләү һәләтен үҫтереү.
3. Эш башҡарғанда йыйнаҡ, бөхтә булырға өйрәтеү, өҫтәлде һәм кейемде бысратмай, таҡта өҫтөндә эшләй белеүҙе тәрбиәләү.
Балалар эшмәкәрлеге төрҙәре: коммуникатив, уйын, хәрәкәтле, музыкаль, предметлы.
Ойоштороу төрҙәре: әңгәмә, бармаҡ уйыны “Себештәрҙе һанайыҡ”, ял минуты “Себештәр”.
Йыһазландырыу: өлгө, “Серле ҡумта”, әтәс, тауыҡ, себеш һүрәттәре, елем, таҡта, ҡәләм, салфетка, әҙер төҫлө ҡағыҙ киҫәктәре.
Шөғөл барышы:
1. Сәләмләү.
Хәйерле иртә, ҡояш!
Һаумы,һаумы, яҡты көн!
Һаумыһығыҙ, балалар!
Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!
2. Сюрпризный момент.
-Бөгөн беҙгә кемдер “Серле ҡумта” ҡалдырып киткән.Әйҙәгеҙ бергәләшеп ҡарайыҡ. Унда нимәләр бар икән?
-Был нимә ул? (Әтәс-петух)
Ул ниндәй тауыш сығара? Бергәләшеп Әйтегеҙ әле.(Ки-ки-ри-күүүүк!)
-Был нимә ул? (Тауыҡ-курица)
Ул нисек себештәрен саҡыра? (ҡыт-ҡыт-ҡыт)
Әйҙәгеҙ бергәләп әйтәйек:
Ҡыт-ҡыт-ҡыт
Дуҫын саҡыра тауыҡ!(2 тапҡыр)
Ә был нимә ул? (себеш-цыпленок)
Себеш ниндәй тауыш сығара? (пи-пи-пи)
Себеш ниндәй? (йомро, йомшаҡ, бәләкәй, һары)
3. Бармаҡтар уйыны “Себештәр”
1,2,3,4,5
Себештәрҙе һанайбыҙ!
1-се себеш ҡурала,
2-се себеш йомортҡала,
3-се себеш бик ҡыйыу,
4-се себеш аҡ ҡына,
5-се себеш бик бәләкәй.
Йүгерәләр, Һикерәләр,
Ашайҙар улар тары!
-Был ҡумтала балаларға бүләктәр ҙә бар, мин уны һеҙгә аҙаҡ күрһәтермен, ә әлегә урындарға ултырайыҡ. Кәүҙәне төҙ тотабыҙ, аяҡтар бергә, ҡулдарҙы матур итеп ҡуйҙыҡ һәм тыныс ҡына тыңлайбыҙ.
Һеҙҙең алда, йәшел аҡланда, әтәс, тауыҡ, себеш ҡырға уйнарға сыҡҡандар. Тик ниңәлер уларҙың кәйефе булмаған, себешкә лә яңғыҙ уйнауы күңелһеҙ булған. Әгәр улар күмәк булһа, бигерәк күңелле булыр ине , тип уйлпған себеш. Себешкә ярҙам итәбеҙме?(Эйе)
- Афариндар! Эште башлар алдынан ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ:
1)Таҡта өҫтөнә генә һалып йәбештерәбеҙ.
2)Елем менән шаярмайбыҙ, ауыҙға ҡапмайбыҙ.
3)Салфетка менән ҡулды, таҡтаны һөртөп ҡуябыҙ.
4. Өлгө күрһәтеү.
5. Үҙ-аллы эш.
6. Ял минуты”Себештәр”
Тауыҡ йөрөй урамда
Себештәрен эйәртеп.
Себештәргә ем эҙләп
Тиреҫлектә тибенә.
Себештәр таралып китте
Өтәләнеп йүгереп.
Ҡайҙа, ҡайҙа туҡтағыҙ
Бында ғына килегеҙ!
Минең матур себештәрем
Йомро, йомшаҡ себештәрем!
Бында ғына килегеҙ
Йыйылығыҙ, себештәрем!
7. Йомғаҡлау.